6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Ҡомар ҡайҙа, егеттәр
25.01.07


       Ҡулымдан килһә, "Салауат Юлаев" - "Нефтехимик" матчына н һуң мин Өфө командаһын берәй кейеҙ баҫыу производствоһына,
       тетеүсе - ураусы ҡатын - ҡыҙҙар хеҙмәте менән танышырға оҙатыр инем. Бәлки, үҙҙәренең эшен танып, бер аҙ оялырҙар, матчта етеҙерәк йүгерә башларҙар ине.
       Юҡ, ысынлап та, был нимәгә ярай - гол индерелә, бер аҙ һө жүм яһала, артабан егеттәр үҙҙәре прессинг ойоштороу урынына "Нефтехимиктың" прессингында бата.
       "Юлаевсыларҙың" ҡомар тойғоһо, ҡаршы уйнаусы команданы өлөштәргә өҙгөсләү теләге ҡайҙа Ни өсөн "Лада", "Локомотив" , СКА, МВД хоккей клубтары менән ҡунаҡта осрашыуҙа команда бына тигән матчтар үткәрә, ә үҙҙәрендә контрацепция һуҙыу һә м мамыҡтан ҡурсаҡ эшләү менән шөғөлләнә
       Команда бөтөнләй бирелеп уйнаманы тип дәғүә белдереү мөмкин түгел. Үҙ зонаһын өфөлөләр ярайһы уҡ яҡшы һәм, уйындан сығарыуҙарҙы иҫәпкә алмағанда, ярайһы уҡ уңышлы һаҡланы. Оборона һаҡсыларына бөтөнләй шелтә юҡ тип әйтергә б ула. Әммә бына һөжүм ойоштороуға бәйле проблемалар
       етерлек булды: һөжүмде пас менән башларға һәр кем дә баҙнат
       итә алманы. Хатта өфөлөләр ҡаршы яҡ зонаһына ингәндә лә, ә быны яҡшы пасһыҙ эшләүе ҡатмарлы, шайба юғалып ҡалды йәки ки ре осоп сыҡты.
       Һеҙ уйынсыларҙан күнекмәләрҙә шайба ырғытыуҙар һәм буллиттар ( яңғыҙ ҡапҡасыға сығыу) өҫтөндә планға ярашлы эш алып барыламы тип һорағыҙ. Яуап - юҡ. Был элементтарҙың икеһе менән дә таныш булған Дмитрий Зюзин даими рәүештә бер - ике гол индереп, фарм - клубта "уйнай", мең йылға бер тапҡыр уны боҙға "ҙур янсыҡтар" менән бергә сығарһалар ҙа, дүртенсе звеноға, һул яҡҡа ҡуялар һәм ырғытыу нөктәһенә яҡын
       ебәрмәйҙәр. Хоккейҙың мөһим элементына иғтибар бирелмәй. Ә ниңә Беҙ былай ҙа бөйөк бит!
       "Мамыҡ баҫыу", хәтерегеҙгә төшөрөп үтәм, Антипов индергән голдан һуң башланды. Беҙҙекеләр "пятак" өсөн көрәште, "дошманды" боҙ яланының төрлө участкаларында аяҡтан йыҡтылар, әйтерһең дә"Баффалоға" йәки "Аҡ Барыҫтың" беренсе звеноһына ҡаршы уйнайҙар. Журналистар араһында шыбырлап һөйләшеүҙәр китте: "Хәҙер улар бармаҡ менән үгеҙ һөйрәргә тотонасаҡ - тағы ла үҙ майҙандарында "Нефтехимикка"
       бирешәсәктәр".
       Нәҡ шулай булды ла! Өсөнсө периодта Кузьмин барыбер дүртенсе звеноға гол индерә алды, бында Метлюк менән Яхановты ғына маҡтарға мөмкин. Ҡалғандары, йәштәрҙе күҙ
       уңында тотам, улар боҙ өҫтөндә нимә эшләй Мамыҡты фарм - клубта ла баҫырға була. Бәлки уларға биш йәки 25 матчҡа булһ а ла ял бирергә кәрәктер
       Шулай итеп - 1:1. "Ничья" яҡынлаша. Шул ваҡытта икенсе зв ено хәүефле һөжүм ойоштора. "Пятакта" уйынсылар өйөлгән, һәм Васильченко сәкәне менән "юлаевсы" Кольцовтың арҡаһына төртә. Константин әйләнеп бар көсөнә "яуап ҡайтара". Бындай хәлдән һуң Рәсәйҙә күптәр белорус форвардына төртөргә батырсылыҡ итмәй, әммә Васильченко - йышылған уйынсы. Ул
       бирсәткәләрен һала, әммә Кольцов та бирешмәй. "Нефтехимик" уйынсыһы свитерһыҙ ҡала. "Алыш" башлана, Олимпиадала Ҡаҙағстан өсөн сығыш яһаған оҙон ҡуллы экс - "юлаевсыға" еңелерәккә тура килә. Әммә Кольцов юғалып ҡалмай, нисек тә яуап ҡайтарыу мөмкинселеген таба. Судья егеттәрҙе оҙаҡ ваҡыт
       айыра алмай, публика уларҙы шау - гөр килеп алҡышлай. Алыш тамамланғас, Антипов Кольцов эргәһенә шыуып килә һәм команда буйынса иптәшенең ҡулын юғарыға күтәрә. Еңеү! Зал тигеҙ булмаған алышта көс һынашҡан геройҙы алҡыштарға күмеп оҙата. Васильченко ла ҡәнәғәт - ул трибуна яғына ҡарап ҡулын болғай.
       Уйын дауам итә. Роман Кухтинов "Нефтхимик" зонаһына инеп,
       Веханенды алдауға өлгәшә. Әммә тамашасылар Татарстандың икенсе клубын еңеүҙәрен күреү бәхетенә ирешә алмай әле. Смирнов беҙҙең зонала, бик үк төҙ булмаған пас, әммә Заварухиндың тимераяғынан шайба, әлбиттә, Коньковҡа эләгә, 2:2. Өфөлөләр овертаймда күптән еңгәне юҡ. Ҡунаҡтар еңә ала
       ине, әммә Тарасов тағы бер экс - "юлаевсы" Денис Хлыстовҡа
       бирешмәйенсә, ҡапҡаны ҡотҡара алды.
       Йәрәхәт алғандан һуң аяҡҡа баҫҡан һаҡсы - лидер Александр Бойков тураһында айырым әйткем килә. Ул шунда уҡ уйынға инә алды. Үҙе генә түгел, хатта сәкәне лә боҙ өҫтөнә ҡоларға теләмәй. Уйын эпизодтарының береһендә уның сәкәне борт ярығына ҡыҫылды һәм шунда тороп ҡалды. Бойков бер аҙ инструментһыҙ йүгергәндән һуң, тағы ла ҡоралланып алды.
       Лидерҙарҙың береһе аяҡҡа баҫһа, икенсеһенең был сезондағы
       уйыны хәүеф аҫтында ҡала. Ҡапҡасы Андрей Мезин беҙгә түбәндәгеләрҙе хәбәр итте:
       - Боҙ өҫтөнә сыҡҡайным - тағы ауырта башланы. Бик тә уйнағ ым килә, әммә булдыра алырмынмы икән - билдәһеҙ. Тәнәфескә тиклем үк сығырға кәрәк - сезон аҙағына яҡынлаша. Әлеге ваҡытта интенсив терапия үтәм.
       Матчтан һуң беҙ уйынға йән өрөүсе алышта ҡатнашыусылар
       менән осрашып һөйләшмәйенсә булдыра алманыҡ. Алексей Васильченконы күрәм. Йөҙөндә күк эҙҙәре юҡ.
       - Һин ниңә, туған, тағы ла Өфөлә үҙеңде хулигандарса тота һың
       - Белмәйем. "Пятакта" эләгешеп алырға тура килде.
       - Беҙҙә һиңә Семонов менән алышырға кәрәк - Колцовтың буй ы тура килмәй. Бәлки һин эргәңдә торған өсөн мине йәки Спорт
       һарайын һаҡлаусыны ла туҡмарһың
       - Юҡ, - Васильченко көлә.
       - Алышты нисек баһалайһың Кем еңде
       - Яҡшы ғына көс һынаштыҡ. Иҫәбен белмәйем - һанаманым.
       Кольцовты урамда оҙаҡ ҡына көтөргә тура килде.
       - Константин, алыш тураһында ентнеләберәк һөйлә әле.
       - Минең арҡаға төрттөләр - мин яуап бирҙем. Эләгештек.
       - Ныҡ эләктеме
       - Аҙыраҡ бар.
       - Ә ниңә Спорт һарайынан асыулы сыҡтығыҙ
       - Үҙемә асыу килә - әле уйнарға кәрәк ине, ә миңә уйындан сығырға тура килде. Кухтиновтың голын телевизорҙан ғына күрҙем.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал