6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Бер кем дә яңғыҙлыҡҡа лайыҡлы түгел...
25.01.07


       Ул бәхетле булырға теләй. Был теләге электән килә, әммә башта институтты ҡыҙыл дипломға тамамларға, артабан - стажировка үтергә кәрәк, һуңынан инде үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр синыф етәксеһе булыу бөтә ваҡытын алды. Һәм, ниһәйәт,
       бер аҙ тын алып тирә - яғына күҙ һалһа, әхирәттәренең барыһ ы ла күптән кейәүҙә һәм йөклө, йәки инде бала тәрбиәләү менән мәшғүл булыуын күрҙе.
       Сафия үҙе хаҡында күп һөйләп бармай, уның ҡарауы студентта р төркөмөнөң яртыһы уға күңелен бушата ине. Хәйер, Сафияның да шәхси тормошо булманы түгел, булды. Вадим Сабиров - класташы, күршеһе һәм тәүге мөхәббәте. Ауылдаштары өсөн уларҙың туйы күптән хәл ителгән мәсьәлә ине инде. Сабиров мәктәпте тамамлағас Эске эштәр министрлығы мәктәбенә уҡырға инде һәм Өфөләге туғандарында йәшәй башланы. Әммә ял көндәрендә мотлаҡ ҡайта торғайны. Һуңынан Сабировты армияға алдылар. Быға Сафияның иҫе китмәгәндәй тойолдо. Хәйер, әле егет армияға саҡырыу алыр алдынан уҡ уҫал телдәр ҡыҙ күңелендә шик уятҡайны инде: Сабиров йөрөмтәлгә әйләнгән, тиҙәр. Һаҡ ҡылана, йәнәһе, әммә шулай ҙа... Сафиян ың быға ышанғыһы килмәне...
       Сабиров хеҙмәт итеп ҡайтты. Етдиләнгән, ир ҡорона ингән. Ҡалала эшкә урынлашты. Ауылға торған һайын һирәгерәк ҡайтты.
       Сафияның күҙенә салынмаҫҡа тырышты. Ҡыҙҙы был борсоймо - юҡ мы - аңлауы мөмкин түгел ине. Әсәһе уның менән һөйләшергә ты рышып ҡараны, әммә ҡыҙ бары тик яурындарын ғына йыйырып ҡуйҙ ы: теләһә - килер. Бер айҙан Сабиров өйләнде. Бер ни тиклем ваҡытҡа Сафияның тормошо туҡтағандай булды. Мәктәптә балалар менән булғанда үҙ халәтенә ҡайта, онотола. Әммә уларҙың гөрләшеүе һәм көлөүенән тыш тағы ла үҙ - үҙенә йомола. Эш һәм сит ваҡиғалар менән тулы көндәр дауам итте. Төндәрен Сафия уйға бата: "Нисек инде улай Ҡыҙҙар егеттәр менән таныша һәм кейәүгә лә сыға. Ана минең ике курсташым бер тапҡыр айырылып, икенсегә кейәүгә сығырға ла өлгөрҙөләр" . Улар ҡатын - ҡыҙҙың йәшлеге ҡыҫҡа икәнен һиҙә шул!" Сабировтың да эште боҙоуы хаҡ: Сафия уны көткәйне. Әсәһенең ҡулын һелтәп әйткән һүҙҙәре иҫенә төштө: "Сафия, һин, исмаһа м, кейәүгә сыҡ, бала тап та, һуңынан, бик тә түҙерлек булмаһ а, айырылышырһың! Атайың менән ейәндәребеҙҙе лә һөйә алмаҫбыҙмы икән ни" Ә бала тапҡыһы килә Сафияның. Төштәр инеп йонсота: бына ул кескәй генә кәүҙәне ҡыҫып һөйә, бына
       сабыйын бәләкәй ваннала йыуындыра... Иртәнсәк уянғанда үҙен
       алданғандай тоя. Былай йәшәргә ярамауын, ҡулсаны өҙөргә кәрәклеген дә аңлай. Әхирәттәре менән ял итергә лә барғыланы , таныштары уны "бар яҡтан да ыңғай" ир - аттар менән таныштырырға маташҡанда ла баш тартманы. Әммә "кейәүҙәрҙең" j       Ир юҡҡа сыҡты.
       Нисек итеп өйөнән дә сыҡмаған 29 йәшлек уҡытыусы кейәү "эләктереү" әмәлен тапҡан Ә ул тырышманы ла. Үҙенән - үҙе килеп сыҡты. Сафияға Фәрух көтмәгәндә осраны, шунда уҡ
       әңгәмәләшә башланылар, артабан егет йөрөп килергә саҡырҙы. Ул ныҡышмаллығы, үткер аҡылы менән арбаны ҡыҙҙы. Сафия егетте ҙур теләк менән тыңлай, әммә ҡайҙалыр тәрәндә барлыҡҡа килгән шик тойғоһо ла тынғылыҡ бирмәй: әгәр һин үҙеңдең көньяҡтағы тыуған илеңдә бик уңышлы эшҡыуар булғанһың икән ( ҡыйбатлы автомобиль, ике ҡатлы йорт), ниңә бында бер нимә менән дә шөғөлләнмәйһең Эйе, Фәрух үҙен "заказ" биреп теге доньяға оҙата яҙған яуыз ҡатыны хаҡында л а һөйләне. Тере ҡалыу өсөн бар нимәһен ҡалдырып китергә мәжбүр булыуы хаҡында ярһып бәйән итте ир кеше. Фәрухтың пландарын наполеонса тип билдәләргә була. Һәм ул киләсәк тураһында шул тиклем ышанырлыҡ итеп һөйләне, хатта Сафия нисек итеп үҙенең уның кәләшенә әйләнеүен һиҙмәй ҙә ҡалды.
       Туйҙы ҡышын үткәрҙеләр. Ҡар булманы тиерлек, уның ҡарауы иҫ киткес һалҡындар торҙо. Сафия, ниһәйәт, йәнләнде. Аҡ күлдәктәр кейеүгә ниндәй ҡыҙ битараф ҡалһын инде Сафия тирәләй өйрөлгән, уға үлсәп ҡарау өсөн яңынан - яңы туфлиҙар , бирсәткәләр, фаталар килтергән шаһиты Гүзәл дә туҡтауһыҙ сутырлай... Ә Сафия быларҙың барыһын да кейеп ҡараған арала Гүзәл егетте ситкәрәк алып барып әрләргә лә өлгөрҙө: "Йөҙөңд ө һытма ул тиклем! Ниңә һин туҡтауһыҙ һуҡранаһың!" "Ә ниңә
       ул тиклем ҡыйбатлынан алырға - тип асыулы шыбырланы кейәү, - ана, мөйөш артында ғына прокат бар..." "Беләһеңме, ҡәҙерле м, был һинең нисәнсе туйың әле" - Гүзәлдең ҡыҫыҡ күҙҙәре ос ҡон балҡытты. "Ну, икенсеһе..." "Ә Сафияның - тәүгеһе" - тип
       мисәт
       һуҡты ҡыҙ. Иң нәфис, Сафияға бик тә килешеп тороусы күлдәк алдылар. Һәм иң ҡыйбатлыһын. Сығымдарҙың барыһына ла - туй өҫтәлен дә иҫәпкә алып - кәләштең атаһы түләне.
       Сәйер туй булды был. Төнгә табан Фәрух ғауға ҡуптарҙы. Айырым бер кешегә генә бәйләнмәне ул, нимә талап иткәне лә аңлашылманы. Уны Гүзәл тынысландырҙы, оҙаҡ уйлап тормайынса, ҡулына дарыулы шприц ҡаҙаны һәм былай тип белдерҙе: "Йоҡо бүлмәһенән сығаһың икән, үҙеңдең тәүге, йәғн и, икенсе никах төнөңдө подъезда үткәрәсәкһең. Аңланыңмы" Һәм артабан әбейҙәр менән йырҙар йырлауын, йәштәр менән бейеүен дауам итте.
       Улар теүәл бер йыл йәшәне. Йәш парҙың алтын сәсле ҡыҙсығы
       донъяға килде, ә ғаилә башлығы дивандан тормайынса пландар ҡороуын дауам итте. Фәрух үҙе теләһә ниндәй эшкә тотонорға теләмәне, ә инде иғтибарға лайыҡлы тип һанағаны "аҙағына тиклем уйланмаған" ине әле. Уға әсәһе ҡала үҙәгендә фатир һатып алды, уны мебель менән тултырҙы - барыһы ла ғәзиз улы
       өсөн. Ире Сафияны ҡалаға саҡырҙы, барыһы ла һәйбәт буласаҡ,
       тип ышандырырға тырышты. Уның тәҡдиме өҫтөндә уйланғанда, С афия ире тураһында белергә өлгөргәндәрен хәтеренә төшөрҙө. Т ағы бер күңелһеҙ яңылыҡ та шик - шөбһәне арттыра: Фәрух эсә башланы. Хәйер, быға тиклем дә уның көнө бер - ике шешә һыраһыҙ үтмәй ине. Ә хәҙер инде һүҙ күберәк доза һәм көслөрә к эсемлектәр тураһында бара. Ә иҫереп алһа, Фәрух эргәһендә сыҙап тороуы мөмкин түгел. Юҡ, ул йоҙроғон эшкә ҡушмай. Әммә
       ялҡытҡыс мөнәсәбәт асыҡлау, ҡысҡырыуҙар һәм ике йөҙлөлөк үҙ
       - үҙеңә ҡул һалыуға тиклем алып барып еткерергә һәләтле ине . Ә Сафияның шарты бер: ире ҡайҙа булһа ла эшкә урынлашһын ғына. Сафия ҡалаға барманы. Ул айырылырға ҡарар итте. Йәш атай ҡыҙы менән ҡыҙыҡһынманы, әммә осрағы тура килгәндә "ысын мөхәббәт емеше" тураһында матур һүҙҙәр өҫтәп ҡуя белә ине. Ә айырышҡандан һуң шылтыратыуҙар, талапсан һорауҙар һәм шелтәләүҙәр дауам итте: "Мин бит һине шул тиклем яраттым ! Һәм әле лә яратам!"
       Ире менән айырышҡандан һуң Сафияның өҫтөнә күңелһеҙлектәр б ер - бер артлы яуа башланы. Сабый иртән күҙ йәшенә сумып
       уяна һәм аяҡтары һыҙлауға зарлана. Йәш әсә төшөнкөлөккө бирелде: бер врач та ҡыҙы менән нимә булыуын асыҡ ҡына әйтә алмай! Өс сығарылыусы синыф иғтибар талап итә - имтихандар яҡынлаша. Үҙенең хәле лә насарланды - врач яҙған төймәләрҙе торған һайын йышыраҡ йоторға тура килә. Хәҙер инде Сафия элекке иренең тауышын ишеткеһе лә килмәй, шуға күрә телефонды бөтөнләй һүндереп ҡуйҙы. Ә үткән йылда көтмәгәндә элекке ҡәйнәһе килде һәм Сафиянан дауаханалағы Фәрух эргәһенә барып килеүен үтенде. Унда рак тапҡандар. Сафия барҙы. Бергә йәшәргә өгөтләүҙәренә бирешмәйенсә, карауаты эргәһендә бер аҙ сыҙап ултырҙы, алып килгән емеш - еләген тумбочкаһына ҡуйҙы ла палатанан сығып ктте. Ир кеше
       өйләнмәгән, һәм уның яҙмышына зарланыуынан аңлашылыуынса, э лекке ҡатынының изгелегенә өмөт итә икән...
       Тормош шулай ҡоролған, ҡара һыҙатты ағы алмаштыра. Һәм
       бына үткән йәй Сафияға көтөлмәгән хат килде. Уны ебәреүсене ң адресы һәм фамилияһы таныш түгел. Ә хаттың йөкмәткеһе уға. .. кейәүгә сығырға тәҡдим итә ине. "Билдәһеҙ" адресат уға күптәнге фотоны ҡарарға кәңәш бирә - ул фотола "уң яҡтан иң
       ситтә" баҫып тора икән. Алыҫ, бәхетле замандарҙа Сафия сит туйҙағы шаһит егеттең тәү күреүҙән ғашиҡ булыуы хаҡындағы ҡыҙыу һүҙҙәренә иғтибар итмәгәйне шул. Хәҙер ул - фермер.
       Ошо көндәрҙә ҙур йортон төҙөп бөтә. "Ә был һарайҙа яңғыҙ йәшәргә теләмәйем, мин һинең турала һәр ваҡыт иҫләнем. Тормошоңдо күҙәтеп барҙым: кейәүҙә булыуыңды, ҡыҙың
       тыуыуын беләм. Әммә хәҙер һин ирекле бит! Мин һиңә ҡулымды һәм йөрәгемде тәҡдим итәм". "Сафия! Үҙе үк ҡулыңа инеп килә бит!" - Гүзәл урынында ултырып сыҙамай. "Ярата, йорто бар, яҡшы кеше икәне лә күренеп тора! Һин нимә - беҙҙе ң йәштә бындай хәлдәр көн дә булып тора тип уйлайһыңмы әллә !" "Әммә мин уны яратмайым бит". "Һин мине ғәфү ит, әммә һин ең мөхәббәтең бер тапҡыр булды инде. Әллә оноттоңмо" Ике ай тирәһенән Сафия ҡыҙы менән егеткә ҡунаҡҡа барҙы. Яҡындары уны ҡайтмаҫ тип уйлағайны. Әммә Сафия тағы ла матурланып, ҡояшта янып ҡайтты. Әсәһенең һораулы ҡарашына былай тип яуапланы: "Мин ҡапыл ғына кейәүгә сыға алмайым. Тағы бер аҙ уйлаясаҡмын тип килештек. Әлегә хат алышасаҡбыҙ". Бер кем дә
       яңғыҙлыҡҡа лайыҡ түгел, әммә... Хәҙер ауыл почтальоны
       Сафияларҙың йортона илткән һуҡмаҡты йыш тапай. Һәм телефон да өнһөҙ ҡалыуын дауам итә.

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал