6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Сафта ҡалды
24.01.07


       Ҡазандағы юғары танк училищеһында һәр көн бер үк команда яңғырай:
       - Рота, смирно!
       Һәм старшина көндәге барлауҙы башлай:
       - Советтар Союзы Геройы гвардия подполковнигы Майский!
       Беренсе взвод командиры урынбаҫары яуаплай:
       - Советтар Союзы Геройы гвардия подполковнигы Майский Тыуған илебеҙҙең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштә батырҙарса һәләк булды!
       Ҡаһарман яугирҙарҙың исемдәрен мәңгелеккә Ҡыҙыл Армияның ш әхси состав исемлектәренә индереү Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк башлана. Фашистар менән үлемесле алышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн башҡорт ере улдары Александр Матросов, Николай Голубков, Василий Утин, Иван Новоженов, Сәхип Майский ҙа был хөрмәткә лайыҡ була.
       Бөгөн, 24 ғинуарҙа, Сәхип Нурлығаян улы Майскийҙың һәләк булыуына 25 йыл тулғанда ( 1901 йылдың 17 ғинуарында донъяға
       килә), уның исеме көн һайын һалдаттар сафында яңғырауын дауам итә.
       СССР - ҙың оборона министры приказы менән Советтар Союзы Геройы Майский 1975 йылдың 24 мартында мәңгелеккә Ҡазан юғары танк училищеһы исемлегенә индерелә.
       Геройҙың приказда билдәләп үтелгән батырлыҡтарын хәтергә төшөрөп китәйек. Приказдан алынған юлдар:
       "Училище тәрбиәләнеүсеһе 674 - се атышсылар полкының атышсылар батальоны командиры капитан Майский аҡ финдарға ҡа ршы һуғыштарҙа ҡыйыу һәм ҡаһармандарса көрәште. 1939 йылдың 9 декабрендә Маннергейм линияһында дошман оборонаһын йырып сығыу ваҡытында подразделениены етәкләүсе капитан С. Н. Майский ҡыйыу һәм тәүәккәл эш итә. Доттар менән ҡапланған ауылға инеү өсөн батальон асыҡ урында
       мылтыҡ - пулемет һәм артиллерия уты аҫтында һуғыша. Алыштың
       киҫкен мәлендә капитан Майский икенсе эшелонды һуғышҡа индерә һәм үҙе үрнәк күрһәтеп, һалдаттарҙы һөжүмгә күтәрә. Беренселәр иҫәбендә ул дошмандар араһына үтеп инә һәм ҡул һуғышында аҡ финдарҙың ҙур төркөмөн юҡ итә. Һөжүмгә ҡаршы то ра алмаған дошмандар ауылды ҡалдырып сигенергә мәжбүр була.
       1939 йылдың 24 декабрендә алыш барышында капитан Майский а уыр йәрәхәт ала, әммә ҡуйылған бурысты аҙағына тиклем
       үтәгәнсе батальонға идара итеүен туҡтатмай. Советтар Союзы Геройы исеме уға 1940 йылдың 7 апрелендә бирелә.
       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында подполковник Майский С. Н. атышсылар полкына, һуңынан механикалаштырылған бригадаға етәкселек итә, ҡуйылған бурыстарҙы үтәүҙә шулай уҡ ҙур ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм ныҡышмаллыҡ күрһәтә. Бер алышта ау ыр яра ала һәм 1942 йылдың 24 ғинуарында һәләк була".
       Сәхип Нурлығаян улының биографияһынан алынған ҡайһы бер д еталдәр. Ул Саҡмағош районында мулла ғаиләһендә донъяға килә. Мәҙрәсәлә, тулы булмаған урта мәктәптә белем ала. Һәм фамилияһы Майский түгел, ә Мәхүбғәлиев була. Фамилияһын үҙгәртеүенең сәбәбен әйтеп китәйек. Был хаҡта Сәхип Нурлығая н улы түбәндәгеләрҙе яҙа:
       "1924 йылдың майында фамилиямды алмаштырҙым. Элекке фамилиям: Мәхүбғәлиев. Сәбәбе: бик оҙон, ике ҡатлы, милли татар ҡатын - ҡыҙы исеменән алынған... Алмаштырыу урыны - Ҡазан ҡалаһы, берләштерелгән Татар - башҡорт мәктәбе..."
       Шулай итеп, май көндәрендә курсант Сәхип Мәхүбғәлиев Майскийға әйләнә.
       Әммә быға тиклем, 1919 йылда, уны Ҡыҙыл Армия хеҙмәтенә саҡыралар. Башҡортостан территорияһында Граждандар һуғышында ҡатнаша. Тәүәккәл, ҡыйыу һәм зирәк Сәхипте командир Өфө гарнизонына, кесе комсоставтың бригада мәктәбендә ебәрергә ҡарар итә. Шулай итеп уның яҙмышы
       армия менән бәйләнә.
       Апаһы Тәзкирә былай тип хәтерләй: "Сәхиптең Ҡыҙыл Армияла
       хеҙмәт итеү ваҡыты аҙағына яҡынлаша. Атайым уны ҡайтырға ашыҡтыра. Беҙгә ҙур ғына ер майҙаны бирҙеләр. Әммә туғаным полк командиры һәм комиссарының уға берләштерелгән Татар - башҡорт мәктәбенә уҡырға инеүгә рапорт бирергә тәҡдим итеүе,
       үҙенең күңеле лә армияға тартыуын белдереп хат яҙҙы".
       Хәрби мәктәп сығарылыусыһына күп урындарҙа хеҙмәт итергә тура килә. Тәжрибәһе һәм хәрби белеме капитан Майскийға 1939
       - 1940 йылдарҙа совет - фин һуғышы ваҡытында ла ярҙам итә. "Часовой Родины" гәзитендә яҡташыбыҙҙың батальоны хаҡында тү бәндәге юлдар баҫылып сыға:
       "Иптәш Майскийҙың подразделениеһы лайыҡлы рәүештә иң яҡшыларҙың береһе булып һанала. Майский һәм уның яугирҙары б ыл исемгә күп һанлы алыштарҙа иреште. Һалдаттар үҙҙәренең командирын ярата, уға ышана, командирҙың көслө ихтыярлы, хәрби эште яҡшы белгән кеше булыуында шикләнмәй.
       Нығытмаларҙа йәшеренгән мәкерле дошманға ҡаршы алыштарҙың һуңғы көндәрендә иптәш Майский үҙенең подразделениеһы менән батырлыҡ һәм сыҙамлыҡтың тиңһеҙ өлгөһөн күрһәтте".
       Ҡаты һынауҙар осоро етә. 1941 йылдың 22 июнен Майский атышсылар полкы командиры вазифаһында ҡаршы ала. Һуңынан уны
       механикалаштырылған бригада командиры урынбаҫары итеп тәғәй енләйҙәр. Был ваҡытҡа Майскийҙың күкрәген Ленин, Ҡыҙыл байра ҡ ордендары, миҙалдар биҙәй. Батыр командир Волга ярында, Сталинград янында көрәшә. Унан тағы бик күп алыштарҙа еңеүгә өлгәшеүҙе көтөргә мөмкин булыр ине. Әммә Сәхип Нурлығаян улы ҡаты яралана һәм госпиталдә һәләк була.
       Әммә бөгөн дә, күп йылдар элек кеүек үк, танк училищеһынд а киске барлау ваҡытында яҡташыбыҙ Сәхип Майскийҙың исеме яңғырай.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал