6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Иҫән булайыҡ, йәки тағы ла "Һаулыҡ" милли проекты тураһында
24.01.07


       Үткән йылда һәр урында уны тормошҡа ашырыу башланғас, "Һаулыҡ" милли проекты тураһында әүҙем һүҙ алып барылыуы һиҙелә төштө. Хәҙер был проекттың актуаль һәм бик ваҡытлы булыуы хаҡында һөйләргә тура килмәй. Һәр кемдең һөҙөмтәле дауалана алыуы, тимәк, милләттең сәләмәтлеген нығытыу - бөгөнгө көндә иң мөһим мәсьәлә ошо түгелме ни
       Йыл үтте, милли проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре нисегерәк һуң Яңы, 2007 йылда беҙгә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенән
       нимә көтөргә
       БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Андрей Евсюков әйтеүенсә, Башҡортостанда "Һаулыҡ" милли проектын тормошҡа а шырыуға 2007 йылдың федераль бюджетында ете миллиард һум ҡар алған. Быға өҫтәп республика бюджетынан яҡынса 40 миллион һум бүленәсәк.
       Үткән йылда беренсе звенолағы медицина хеҙмәткәрҙәре һаны
       туғыҙ процентҡа артҡан. Хәҙер инде республиканың айырым райондарында, мәҫәлән, Туймазыла һәм Туймазы районында педиатрҙарға бәйле проблема күҙәтелмәй.
       Дөйөм практика врачтары менән комплектлау Башҡортостанда 60 процентҡа артҡан.
       Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында диагностика ҡорамалдары яңыртылды. Был маҡсатҡа 400 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо.
       "һаулыҡ" өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендә республикаға 150 тиҙ ярҙам машинаһы ҡайтарылды, улар иҫәбендә яңы тыуған балалар өсөн реанимобиль дә бар.
       Үткән йылда мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау, мәҙәни әт, физкультура һәм спорт өлкәһенең дәүләт һәм муниципаль учреждениеларында, шулай уҡ ғилми тикшеренеү өлкәһендә эшләүсе 35 - 55 йәшкә тиклемге 109 280 ир - ат һәм ҡатын - ҡыҙға өҫтәмә диспансерлаштырыу үткәрелде. Тикшереү һөҙөмтәләре беренсе урында йөрәк - тамыр системаһы, икенсе урында - күҙ ауырыуҙары, өсөнсө урында - эндокрин система ауырыуҙары тороуын күрһәтте.
       "Һаулыҡ" милли проекты буйынса илебеҙ 2006 - 2007 йылдарҙ а беренсе звеноға ҡараусы медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри
       әҙерлеген һәм һанын арттыра. Уның ҡарауы артабанғы ике йылда милли проект сиктәрендә эшмәкәрлектең төп йүнәлеше Рәсәй дауаханаларын юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырыуға арналасаҡ.
       РФ Социаль страховкалау фондының БР буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе Марат Латипов яңы йылда бала табыу һәм тәрбиәләүгә бәйле барлыҡ пособие һәм түләүҙәрҙең артыу
       фактын рәсми рәүештә билдәләне. Мәҫәлән, баланы ҡарау буйынса йәш ярымға тиклем бирелә торған пособие хәҙер эшләмәгән ҡатын - ҡыҙҙарға ла ҡарала.
       Эшләмәгән ҡатын - ҡыҙҙар тәүге балаһы өсөн, урал коэффициентын да иҫәпкә алғанда, 1725 һум аласаҡ. Икенсеһе тыуғандан һуң - 3450 һум. 2007 йылда балалар пособиеһын түләүгә ике миллиард 500 миллион һум бүленә. Ә проекттың мөһим йүнәлештәренең береһе булған "Бала табыу сертификаты" сиктәрендә дауалау - профилактика учреждениелары иҫәбенә 272 миллион һумдан ашыу аҡса күсерелгән дә инде.
       Үткән йылда Республика перинаталь үҙәгендә асылған "Дельфия " лабораторияһы яңы тыуған балаларҙы тиҙ арала нәҫелдән килгән ауырыуҙарға тикшереү мөмкинселеген бирә.
       Быйылғы йыл республикала Башҡортостандың Рәсәй менән берләшеү йылы тип иғлан ителде. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләү алдынан республикала 100 мең квадрат метрға яҡын дауалау майҙаны файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
       Иң ҙур объекттар иҫәбендә - Өфөнөң Калинин районындағы Базилевка ауылындағы психиатрия дауаханаһы, шулай уҡ Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының хирургия комплексы.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал