6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Республикала сит ил кешеләре һаны кәмей
23.01.07


       Башҡортостанда сит ил кешеләрен баҙарҙарҙан "ҡыҫырыҡлап сығарыу" процесы ҡыйынлыҡһыҙ үтә.
       - Бер ниндәй ҙә проблема юҡ, - тип белдерҙе журналистар менән осрашыу ваҡытында БР Эске эштәр министрлығының ҡулланыусылар баҙары өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы
       көрәш бүлеге начальнигы Руслан Румянцев. - Беҙҙең төбәк һәр ваҡыт законға етди мөнәсәбәте менән айырылып торҙо: закон бар икән, уның талаптарын үтәргә кәрәклеген барыһы ла аңлай.
       Быйылғы йылдың 15 ғинуарынан башлап РФ Хөкүмәтенең ҡарары үҙ көсөнә инеүен хәтергә төшөрөп үтәйек, уға ярашлы,
       магазиндарҙан тыш берәмләп һатыу урындарында - баҙарҙар, палаткалар һ. б - эшләүсе сит ил граждандарының өлөшө 40 проценттан да күберәк булырға тейеш түгел ә 2007 йылдың беренсе апреленән уны нулгә еткерергә кәрәк. Алкоголь һәм дарыуҙар менән сауҙа итеүгә килгәндә, был өлкәлә 15 ғинуарҙа н башлап сит ил кешеләре ҡалырға тейеш түгел.
       Һуңғы иҫәпләүҙәр буйынса, республикала 221 баҙар объекты бар, уларҙың ҡырҡында сит илдәрҙән килгән эшсе ҡулдар, атап әйткәндә, вьетнамдар, әзербайжандар, тажиктар һәм үзбәктәр йәлеп ителә. Баҙарҙарҙа эшләүсе сит ил кешеләренең һаны 1300
       - ҙән дә күп түгел, был магазиндарҙан тыш һатыу итеүсе хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм һанының 4,2 процентын тәшкил итә. Ошоға бәйле матбуғат конференцияһы геройы был ҡарарҙың гастарбайтерҙар һанының Башҡортостан менән сағыштырғанда байтаҡҡа күберәк булған Мәскәү, Санкт - Петербург, Алыҫ Көнсығыш төбәктәре, көньяҡ республикалар арҡаһында ҡабул итеүен билдәләне.
       - Беҙҙә, дөйөм алғанда, бер нимә лә үҙгәрмәне, - ти Румян цев. Хаҡтарҙың бер аҙ күтәрелеүенә ҡарата ул "һиҙелерлек түг ел" һәм күп осраҡта "Яңы йылдан һуңғы традицион ҡыйбатланыу"
       менән аңлатыла тип билдәләне.
       Бөгөнгө көнгә сит ил кешеләре һанының закон менән билдәләнгәндән күберәк булыуы сәбәпле, республикала бер генә
       баҙар - Өфөнөң Дим районында урынлашҡан һәм сит илдән килгән эшсе көс файҙаланылған иң ҙур сауҙа нөктәһе булған "Уралпромторг" ябылды. Әммә вьетнам әйберҙәрен яратыусылар ө сөн борсолорға урын юҡ. Румянцев әйтеүенсә, был баҙар күмәртәләп һатыу урыны сифатында тағы ла асыласаҡ, ә бына бәләкәй сауҙа нөктәләре юҡҡа сығасаҡ.
       Матбуғат конференцияһы геройы "ҡыҫҡартыуҙан" һуң сит ил
       кешеләре барыһы ла шул уҡ күмәртәләп һатыу өлкәһендә
       үҙҙәренә эш таба аласаҡ, тип белдерҙе.
       - Был ҡарарҙың көсө башҡа өлкәләргә лә таралһа, яҡшы булы р ине, тип һанайым, сөнки, әйтәйек, баҙарҙарға ҡарағанда төҙөлөштәрҙә гастарбайтерҙар күберәк бит, - тине Румянцев. - Шулай уҡ ҡарарҙың әлегә бер йылға ғына ҡабул ителеүен әйтергә кәрәк.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал