6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Илья Мясников: "Минең өсөн театр - тулы мәғәнәһендә өй"
23.01.07


       "Ҡарһылыуҙағы" Сабый, Соллогубтың мистик "Мәхлүгендәге" алтын сәсле фәрештә Саша Пыльников, "Һуңғылар" спектаклендә тормоштан туйған Петр Коломийцев һәм башҡа ҙур ролдәр. Былар барыһы ла Башҡортостандың Дәүләт академия рус драма те атрында эшләүсе йәш актер Илья Мясников репертуарының ҡыҫҡартылған исемлеге.
       Театр өсөн уның художество етәксеһе - РФ һәм БР атҡаҙанға н сәнғәт эшмәкәре Михаил Рабиновичтың Академияла махсус рәүештә төҙөлгән курсында Илья иң кесеһе була. Бөгөн иһә ул режиссер билдәләгән ролгә нескә интерпретация бирә белеүе
       һәм, театр әйтеме менән билдәләгәндә, "юрғанды үҙ яғына тартмауы" менән айырылып тора. Тышҡы йомшаҡлығы һәм
       йылмайыусанлығына ҡарамаҫтан, Ильяның ҡуйған маҡсатына ынтылыусы кеше булыуы һиҙелә. Әле мәктәпте тамамлағанға тиклем үк ул үҙенең юлы тик сәхнәгә илтәсәген белә.
       - Мин Өфөлә тыуып үҫтем. 39 - сы мәктәптә уҡый башланым, һуңынан беҙ икенсе урынға күстек, һәм мин унынсы синыфҡа тиклем 15 - се мәктәптә шөғөлләндем, әммә уҡып бөтмәнем. Әҙерлек курстары булыу - булмауы хаҡында белергә теләп Сәнғә т академияһына шылтыратҡайным, Михаил Рабиновичтың курс йыйыуы тураһында ишеттем. Был курстың минең өсөн ҙур мөмкинлек булыуы шик тыуҙырманы, мин нәҡ ошо оҫтала уҡырға т еләй инем. Мәктәптә уҡығанда беҙ Рус драмтеатры
       спектаклдәренә йөрөнөк, унда артистарҙың нисек эшләгәнен күреп, мин нәҡ ошонда килергә ҡарар иттем. Ике аҙналыҡ курстарҙы үткәндән һуң, уҡырға инеү имтихандары тапшырҙым - был ваҡытта миңә, ниһәйәт, 16 йәш тулды, һәм киске мәктәпте тамамлап аттестат алғансы, кандидат сифатында белем алдым. Бер урын бушағас, студент итеп алдылар.
       Уҡытыу системаһына ярашлы, студенттарҙы сәхнәгә икенсе курста уҡ сығара башлайҙар, һәм йәш артистың тәүге спектакле
       "Ҡарһылыу" булырға тейеш була, әммә премьера көнөндә уны һуҡыр эсәге менән дауаханаға оҙаталар. Яуаплы студент операция бүлмәһенә китеп барғанда, "каталканан" художество
       етәксеһенә шылтыратып, уйнай алмаясағын хәбәр итә. Ай ярымдан уның да премьераһы була, әммә был юлы инде егет "Кентервилл өрәгендә" "аукцион хеҙмәткәрҙәре, төҙөлөш эшселәренең" береһен уйнай. Бер аҙ ваҡыттан Илья өсөн "Мәхлүҡ" спектаклендәге эш мөһим этапҡа әйләнә.
       - Был сит режиссер менән ҡуйған тәүге постановка булды. Б еҙ дүртенсе курста уҡыйбыҙ, диплом спектаклен әҙерләйбеҙ, һә м параллель рәүештә беҙҙең өсөн бөтөнләй яңы тулҡын булған "Мәхлүк" өҫтөндә лә эш бара. Беҙ икенсе донъяға эләктек, һәм спектакль үҙе ярайһы уҡ сәйер һәм ҡараңғы булғанлыҡтан түгел , ә беҙҙәге рух барыһын да бер бөтөн итеп туплағанлыҡтан. Саҡырылған профессионалдарҙан торған команданың актерҙарға ҡ арата ыңғай мөнәсәбәттә булыуы бик ныҡ ярҙам итте. Үткән йылда сыҡҡан "Асыуланғанда әйләнеп ҡара" спектаклендә
       Клифф образының үҙенә ни тиклем тап килеүенә бәйле һорауға Илья былай тип яуапланы:
       - Мин изгелек - ул билдәле тормош юлы, унһыҙ алға китеш ю ҡ, тип һанайым. Беҙҙең тормош - ул бумеранг. Нимәлер китә, нимәлер өҫтәлә. Әгәр кешегә ярҙам итә алаһың икән, уны теләп , бүләкләү көтмәйенсә эшләргә кәрәк.
       Аҡса эшләү менән генә мәшғүл булған күп актерҙар өсөн аҡрынлап мәғәнәһен юғалта барған Театр - Йорт төшөнсәһе йәш артист өсөн бөгөн дә актуаль:
       - Минең өсөн театр - тулы мәғәнәһендәге йорт. Уҡыу барышынд а беҙ Михаил Исаковичтың бушағанын көтөп төрлө өҙөктәр буйынса репетициялар үткәрәбеҙ, артабан уның менән эшләйбеҙ,
       һәм сәғәт ун икеләрҙә генә ҡайтып китә инек. Шул ваҡыттан башлап мин спектаклгә ғәҙәт буйынса сәғәт ярым ҡалғас түгел,
       ә өс сәғәт алдан киләм, мотлаҡ үҙемә эш табам. Мин үҙемдең марка йыйыу йәки фотоға төшөрөү менән мауығыуымды күҙ алдына ла килтерә алмайым, бер урында ултырып түҙмәйем мин, даими рәүештә ҡайҙалыр барырға, нимәлер эшләргә кәрәк. Беҙ был театрға эләгеүебеҙ менән уңдыҡ: бында үҙҙәре артынан эйәртә алған кешеләр, берҙәм, сәләмәт коллектив эшләй. Актерҙарҙан һәр минутта нимәгәлер өйрәнергә була, өҫтәүенә беҙ үҙ оҫтабыҙҙа эшләйбеҙ. Бында ижадҡа булышлыҡ итеүсе рух йәшәй. Мин был тормошто һайлауыма шатмын һәм бында булыуыма бер ҙә үкенмәйем.

Элла Молочковецкая.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал