6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Cәфәр уңышлы булды
23.01.07


       "Салауат Юлаев" Мәскәү янындағы Подольскиға сәфәренән ҡайтты, унда өфөлөләр көслө һаналған МВД хоккей клубын артта
       ҡалдырҙы - 4:1.
       Матчтан һуң Сергей Михалев былай тип әйтәсәк:
       - Егетәргә батырлыҡтары өсөн рәхмәт әйткем килә. Беҙгә МВ Д хоккей клубы командаһы менән генә түгел, ентекле әҙерләнгә н хөкөм итеүселәр бригадаһына ҡаршы ла көрәшергә тура килде. Ж урналистар, нәҡ шулай тип яҙығыҙ. Судьялар бик сәйер ҡарарҙар ҡабул итте. Матч башында уҡ һигеҙ минут буйына аҙсылыҡта уйнаныҡ, һуңынан тағы биш минут, тағы ике минут биш кешегә ҡаршы торҙоҡ. Был мәлдәрҙең һәр береһе һынылышлы була ала ине. Матч уртаһында, беҙҙең файҙаға 1:0 иҫәбендә, Андрей Заболотнев менән булған инцидентта ла судьяларҙың ҡарары ғәжәпкә һалды. Чупин Андрейҙың арҡаһына сәкән һабы менән һуҡты, унан һуң ике тапҡыр йоҙроғон да эшкә
       ҡушты. Беҙҙең һаҡсы яуап бирергә тырышты ла - Чупинға буй етерлекме ни. Өҫтәүенә лайнсмен Заболотневты эләктерергә маташып ҡараны. Беҙҙең егет арбитрҙың ҡосағынан ҡотолоу маҡсатында уны ситкә этәрҙе, һөҙөмтәлә лайнсмен йығылды. Һаҡсы арбитрға һуҡманы - ул үҙе ҡоланы. Бәлки, НХЛ - дағы ке үек уйынсыларға бер аҙ һуғышып, пар сығарып алыу өсөн ваҡыт
       бирергә, һуңынан айырырға кәрәк булғандыр. Чупин бит, үҙ сиратында, шулай уҡ ысҡынырға тырышып, икенсе лайнсмендың ҡу лдарына һуҡты. Икеһен дә уйындан сығарҙылар, тик ниңәлер биш минутҡа аҙсылыҡта нәҡ беҙ ҡалдыҡ...
       Уйындан сығарыуҙар йыш булыуына ҡарамаҫтан, "Салауат Юлаев" түҙҙе. Көстәре ни өсөн етерлек булыуын беләһегеҙ -
       сөнки үткән еңеү егеттәргә еңел бирелде.
       Чупиндың МВД командаһында лидер булыуын билдәләргә кәрәк. Унһыҙ команда хәүефле булыуҙан туҡтай. Был уйынсы үҙен үҙе бракка сығарҙы, һәм шуның менән командаһына зыян килтерҙе.
       Заболотнев "Салауат Юлаевта" бәләкәйерәк роль уйнай. Ҡайһ ы берәүҙәр хатта Андрей составта урын биләргә лайыҡлы түгел тип һанай. Өс уйынға дисквалификация алған был һаҡсыһыҙ команда үҙен нисек күрһәтер - ҡарап ҡарарбыҙ.
       Өфө клубы составында элекке НХЛ - сы Алексей Семенов ҡатнашһа мөнәсәбәт нисек булыр ине икән Моғайын был таҙа һаҡсыға сәкән менән ҡундырыуҙан тыйылырҙар ине - ҡурҡыныс
       бит. Әгәр ҙә инде Чупин Семеновҡа ташланһа, Лешаны бер
       ниндәй лайнсмен да туҡтата алмаҫ ине. Бәлки МВД хоккей клуб ы лидеры иң бейек "юлаевсы" менән осрашыуҙан һуң иҫән дә ҡалыр ине, кем белә.
       Ҙур плюс - өфөлөләр тағы ла күпселекте файҙалана башланы.
       МВД өс тапҡыр ҡағиҙә боҙоу өсөн язаһын алды. Быға тиклем, һуңғы дүрт осрашыуҙа, өфөлөләр ни бары бер (!) тапҡыр ғына күпселектә гол индерә алды. Уныһы ла "Северсталгә" ҡаршы матч ине...
       Был ышаныслы еңеүҙең тағы бер сәбәбе - көлкөлө гол. Иҫәп "юлаевсылар" файҙаһына 2:1 булғанда, Кутейкин ырғытҡан шайба голкиперҙың маскаһына ( икенсе мәғлүмәт буйынса - тамағына) тейҙе. Судья голкиперҙың башын һелкеүен күрмәне һәм уйынды туҡтатманы. Шайба бер аҙға урта зонаға күсте, уны
       шул уҡ Кутейкин тағы ҡапҡаға йүнәлтте һәм шайба ҡапҡасының аяҡ араһынан үтеп маҡсатына иреште - 1:3.
       Тимәк, дөйөм алғанда, хатта хөкөм итеүселәр МВД хоккей клубында хеҙмәт иткән хәлдә лә уларҙың ярҙамы ҙур булманы, тигән һүҙ. Сөнки өфөлөләр һәр мәлде уңышлы файҙалана алды. Хатта киреһенсә, арбитрҙар Өфөгә ярҙам итте, тип әйтергә мөмкин...
       Һәм тағы бер теманы күтәрмәйенсә мөмкин түгел. Ҡыҙып алға н тамашасыларҙың боҙға тимер тәңкәләр ташлауын күҙ уңында тотам. Беҙҙең мәғлүмәт буйынса, был урындағы халыҡтың ғына түгел, Өфөнән килгән ике - өс хулигандың да эше. Хис - тойғоларҙы бындай юл менән белдереүгә сик ҡуйыр кәрәк. Бәләкәй генә тәңкә хоккейсының йәрәхәтләнеүенә генә түгел, үлеменә лә килтереүе мөмкин. Өфө клубы етәкселәре һәм көйәрмәндәр үҙҙәре лә боҙға сит әйберҙәр ырғытыусыларҙы матчҡа индермәү сараһын күрергә тейештер, тип уйлайым.
       Һәм отчетты тамамлап ҡуяйыҡ. МВД командаһының ҡапҡаһына д үртенсе голды Денис Метлюк индерҙе. Шулай уҡ матчта "юлаевсылар" Михал Микеска, Константин Кольцов һәм элекке "юлаевсы", "Авангард" составындағы Рәсәй чемпионы Дмитрий Су бботин айырылып торҙо.
       МВД хоккей клубының баш тренеры Николай Соловьев еңелеү с әбәбен түбәндә күрә:
       - Уңышһыҙлыҡтың сәбәбе ҡаршы команданы баһалап бөтмәүҙә һ әм үҙ көсөбөҙгә артыҡ ышаныуҙа.
       "Милиционерҙарҙың" быға тиклем 1:5 иҫәбе менән үҙҙәрен еңеүсе һәм турнир таблицаһында юғарыраҡ урын биләүсе команданы "баһалап бөтмәүе" сәйер, әлбиттә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал