6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Эйзенштейнды өфөлө Кадомцев менән нимә бәйләгән
23.01.07


       Режиссер Сергей Михайлович Эйзенштейндың исемен (1898 йылдың 22 ғинуары - 1948 йылдың 11 феврале), ғәҙәттә, "Броненосец "Потемкин" фильмы менән бәйләйҙәр. Уның премьераһы 1926 йылдың 18 ғинуарында Мәкәүҙәге Арбат
       майҙанында үтә. Кинотеатр бинаһы броненосец моделенә
       әйләндерелә. Кино башланыр алдынан театр алдында борғосо пәйҙә була һәм ихтилал сигналын уйнай: "Беҙгә ҡушылығыҙ!"
       "Броненосец "Потемкин" һуңынан бөтә дәүер һәм халыҡтарҙың
       иң яҡшы фильмы тип таныла. "Броненосецтың" яҙмышы триумфаль, фажиғәле һәм легендар була. Ҡайһы бер илдәрҙә
       фильмды алҡышлайҙар, уны һоҡланып ҡаршы алалар, икенселәрендә, уның тетрәткес көсөнән ҡурҡып, тыялар, боҙала р, халыҡтан йәшерәләр. Ә ул үҙенең рейсын дауам итә.
       Уйлап ҡараһаң, Сергей Эйзенштейн һәм уның "Броненосец "Потемкин" фильмының өфөлөләргә бер ниндәй ҙә ҡатнашлығы ла юҡ кеүек.
       Бар икән шул. Революционер Кадомцевтар ғаиләһе күптәргә билдәле. Өфөлә хатта ағалы - энеле Кадомцевтар урамы ла бар.
       Мәскәү урамдарының береһе Эразм Кадомцев исемен йөрөтә. Революционер, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы оҙаҡ ваҡыт баш
       ҡалала йәшәй.
       "Неделя" гәзитенең 1965 йылдың ғинуар айында сыҡҡан һанында Эразм Кадомцев тураһында түбәндәгеләр яҙыла:
       "Революционер Кадомцевтарҙың данлыҡлы ғаиләһенән ни бары Эразм Самуилович ҡына иҫән ҡала. Граждандар һуғышының һ уңғы көндәренә тиклем ул фронтта була. 1922 йылда уны ВЧК - ОГПУ коллегияһы составына индерәләр. Артабан Госкиноны етәкләргә тәҡдим ителә. Яңы аяҡҡа баҫыусы совет киносәнғәте ауыр осор кисерә. Ҡорамалдар, пленка етешмәй. Киностудия һәм фабрикаларҙа нэпмандар хужалыҡ итә. Дзержинскийҙың һүҙҙәре менән әйткәндә, "гнездников ат һарайҙарын" тиҙ арала саботажниктарҙан таҙартырға кәрәк була ( ул бинаһы Гнезднико в тыҡрығында урынлашҡан Кино үҙәген күҙ уңында тота).
       1923 йылдың башында Эразм Самуилович тәүгә был учреждение т упһаһына баҫа һәм хеҙмәткәрҙәрҙе йыйып ала:
       - Минең фамилиям Кадомцев. Большевикмын. Бергәләп кинематография менән шөғөлләнәсәкбеҙ.
       Ул буласаҡ фильмдар өсөн бер нисә тема тәҡдим итә. Уларҙы ң береһе - совет осоусылары, Граждандар һуғышы геройҙары хаҡындағы кино өҫтөндә кинорежиссер Б. А. Михин эшләй башлай. Тиҙҙән фильм экрандарға сыға һәм ҙур уңыш менән файҙалана. Бер йылдан һуң йәш режиссер Сергей Эйзенштейн совет киноһының алтын фондына ингән "Броненосец "Потемкин"фи льмын ҡуя. . Эразм Кадомцевҡа потемкинсылар батырлығының нескәлектәре Таммерфорс конференцияһында уҡ мәғ лүм була һәм ул бер нисә йыл буйына уны сәнғәттә лайыҡлы кәүҙәләндереү хаҡында уйлай.
       Һәм иң ҡатмарлы осорҙа, кинонығытманы штурмлаған командир ролен үтәгән ваҡытта, уның хыялын тормошҡа ашырыу мөмкинселеге барлыҡҡа килә. Кинохеҙмәткәрҙәр менән осрашыу в аҡытында Анатолий Васильевич Луначарский Госкиноның тәүге уң ыштарын билдәләп, үҙҙәренең Кадомцевтың өстән бер өлөшөнә генә эйә булыуҙарын белдерә, сөнки һуңғыһы бер үк ваҡытта тағы ике яуаплы вазифа биләй: ОГПУ коллегияһы ағзаһы
       һәм Автопромторг начальнигы була.
       Риганан килгән режиссер Сергей Эйзенштейн һәм Өфө революционеры Эразм Кадомцевтың тормош юлдары шулай киҫешә. Карап төҙөүселәрҙең һүҙҙәре менән әйткәндә, улар
       "Броненосец "Потемкин" фильмын бергәләп үлемһеҙлек рейсына оҙата.
       Хикәйәләүебеҙ Сергей Эйзенштейндың тыуған көнөнә бәйле булараҡ, уның биографияһын хәтергә төшөрәйек. Ригала архитектор ғаиләһендә донъяға килә. Петроградтың инженерҙар институтын тамамлай. Граждандар һуғышында ҡатнаша. Театрҙа э шләй. 1924 йылда киноға килә.
       СССР - ҙың халыҡ артисы Михаил Ромм уның тормошта ниндәй кеше булыуын хәтергә төшөрә: "Эйзенштейн менән бер нисә минутҡа ғына булһа ла осрашҡан һәр кем шунда уҡ уның һөйкөмлөлөгө тәьҫиренә бирелә ине. Сократ маңлайы аҫтындағы аҡыллы, теремек, көлөп ҡараусы күҙҙәр иҫ киткес көс менән үҙенә йәлеп итә. Эйзенштейн һәр ваҡыт тип әйтерлек тыныс һәм
       ирониялы булып ҡала белде. Уның менән әңгәмәләшеү бик ҙур ләззәт бирә, эрудицияһы хайран ҡалдыра ине.
       Эйзенштейн әңгәмәсеһен иң мөһим, тәрән темаларға һөйләргә
       мәжбүр итеү һәләтенә эйә булды. Ул бик төптә йоҡомһораған фекерҙе лә өҫкә сығара белә ине.
       Бына шулай итеп ул бөтә совет кинематографияһын да йоҡонан уятты. "Броненосец" менән ул беренсе булып беҙгә, бөтә донъяға кемлегебеҙҙе һәм нимәгә һәләтле булыуыбыҙҙы танытты".
       Сергей Эйзенштейндың һуңғы ҙур эштәре - "Александр Невский ", "Иван Грозный" кинофильмдары.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал