6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Бала әсәйһеҙ булырға тейеш түгел
22.01.07


       Мин балалар йортонда булғаным юҡ, әммә, әйтеүҙәренсә, төркөмдәр буйлап йөрөп, бында тәрбиәләнгән балаларҙың күҙҙәренә баҡһаң, унда бер генә һорау яңғырай: "Һин минең әсәйем түгелме", "Һин минең атайыммы" Сөнки был уларҙың иң мөһим һәм берҙән - бер хыялы...
       Бала өсөн уның ғаиләһен тулыһынса алмаштырыу мөмкин түгел , тигән фекер менән бер кем дә бәхәсләшергә теләмәй. Һәр бал а атаһы һәм әсәһе хаҡында хыяллана, һәм улар быға хоҡуҡлы. Балалар йортонда ниндәй генә яҡшы шарттар тыуҙырылмаһын, , белгестәр фекеренсә, үҙенең кем икәнлеген аңлай башлаған һәр малай һәм ҡыҙ әсәй тураһындағы хыяллана.
       Мамонт балаһы тураһындағы йәнһүрәттә төп герой төрлө ҡыйынлыҡтар аша булһа ла үҙенең иң ҡәҙерле кешеһен таба. Әммә әсәләре тыуғас уҡ ҡалдырып киткән балалар тормоштан уңа алырмы һуң
       Әлбиттә, күптәр үҙ балаһынан туйып һикереү сәбәпле баш тартмай, мохтажлыҡ, эш һәм йәшәү урыны булмауы мәжбүр итә.
       Әммә ул ваҡытта, бәлки, әле бер нимә лә аңламаған сабыйҙы
       ҡырыҫ тормош ҡосағына ташлау урынына контрацепция, бәләкәй срокта аборт эшләү проблемаһына иғтибар бирергә кәрәктер.
       Мин бер кемде лә ғәйепләмәйем, әммә "мөхәббәт төнө" алдынан уның эҙемтәләре хаҡында ла онотмаҫҡа кәрәктер, тип
       уйлайым. Белгестәр билдәләүенсә, бала табыу йортонда уҡ балаһынан баш тартыусы ҡатындар араһында Өфөгә ауылдарҙан ки лгән студенткалар өҫтөнлөк итә. Был ҡыҙҙарҙы аңларға мөмкин.
       Тәүге балаһына "отказ" яҙып, улар тыуған яғында "ҡойроҡһоҙ"
       көйөнә уңышлы ғына кейәүгә сығырға һәм инде "законлы" бала табырға өмөтләнә. "Кәләштәр баҙарындағы" ҡаты конкуренция
       шарттарында ҡулында балаһы булған ҡатындың кейәүгә сығыу мөмкинселеге юҡ тип әйтерлек.
       Имсәк балаларҙы патронат ғаиләләргә, опекаға йәки балалыҡ ҡа алыу аша ярҙам ҡулы һуҙырға мөмкин. Тәрбиәгә йәки опекағ а бала алыу тураһында уйлаусы һәр кешенең ҡурҡыу тойғоһо аңлашыла. Ул хаталаныуҙан, насар ата - әсә ( тәрбиәсе) булыу ҙан ҡурҡа - хәүефләнеүҙәрҙең барыһын да һанап бөтөрөрлөк түг ел. Бала уйынсыҡ тамагочи түгел, уны сигнал буйынса ғына ашатып булмай. Үҙ өйөңә сит баланы алып ҡайтыу - ҙур ғына түгел, үт ә
       ҙур яуаплылыҡ. Уны бәхетле итеү, "тере" атай һәм әсәй тураһындағы хыялын тормошҡа ашырыу һеҙҙән тора.
       Әлеге ваҡытта беҙҙең республикала патронат һәм баланы тәрбиәгә алыусы ғаиләләргә ҙур иғтибар бүленә. Йыл һайын Өфөлә уртаса алғанда 11, 2 мең бала тыуа. Уларҙың 140 тирәһе тыуғас уҡ етем ҡала. Өфөлә генә ике сабыйҙар, биш балалар йорто һәм ике приют эшләй. Уларҙа дәүләт ҡарамағындағы 810 бала тәрбиәләнә.
       Үткән йылда уларҙың 560 - ы яңы ғаиләле булды. Әммә приют һәм балалар йорттары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәләре баш тартҡан яңы балалар менән тулыланды...
       Ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса идаралыҡ
       начальнигы Милана Скоробогатованың һүҙҙәренә ҡарағанда, мөмкин тиклем күберәк балаларҙы тәрбиәгә бирергә йәки патронат ғаиләләргә урынлаштырырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта инвалид балалар хаҡында ла оноторға ярамай.
       Быға бәйле, Өфөлә күптән түгел булдырылған тәрбиәгә алыус ы ата - әсәләр клубының эшмәкәрлеге бик ҙур әһәмиәткә эйә. О шо көндәрҙә опека һәм попечителлек буйынса идаралыҡта клубты ң "Аҫрауға алынған баланы тәрбиәләү" темаһына тәүге күнекмәһе үтте.
       Клубҡа килеүселәрҙең күпселеге - ошо көндәрҙә бәләкәстәр өсөн ата - әсәһен алмаштырырға теләүселәр. Уларҙың барыһы ла
       "үҙ" балаларын бөгөн үк алып ҡайтырға әҙер.
       Бына Өфөлә йәшәүсе ғаилә. Ҡатыны - һатыусы, ире - водител ь. Үҙ балалары юҡ, шуға күрә бер йыл элек Сабыйҙар йортонан бер малай алғандар. Хәҙер тағы бер бала алып ҡайтырға йыйына лар. Йөҙ - ҡиәфәте менән атай кешегә оҡшаған йәш ярымлыҡ ҡыҙ ҙы "ҡарап та ҡуйғандар" инде.
       Өфөлә йәшәүсе тағы бер ҡатын дүрт - алты йәшлек ҡыҙҙы тәрбиәгә алырға ниәтләй. Үҙе әйтеүенсә, ғүмере эштә үткән, б ар ваҡытын карьера эшләүгә биргән, ғаилә ҡорорға ваҡыты ла булмаған, балалары юҡ. Матди яҡтан ауырлыҡ кисермәй, тәрбиәгә алған ҡыҙы өсөн яҡшы әсә булырға, уға юғары белем бирергә теләй.
       Икенсе бер осраҡ. Урта йәштәрҙәге ҡатын биш йәшкә тиклемг е ҡыҙ бала "табыр" өсөн 300 километр ара үткән. Ике балам үҫ еп етте, Екатеринбургта йәшәйҙәр, йыш ҡыйтып йөрөй алмайҙар,
       тип һөйләй ул. "Тиҙҙән ирем Себергә эшкә китә, бөтөнләй бер үҙем ҡалам. Тағы бер баланы "аяғына баҫтырырға" теләк тә, сәләмәтлек тә, мөмкинселектәр ҙә бар, бына шуға килдем дә инде".
       Бында килеүсе ҡатын - ҡыҙҙар араһында шәхси эшҡыуарҙар күплеге ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Мин уларҙың өсәүһе менән һөйләштем. Береһенең йылытыу системаһы һәм канализацияға
       бәйле ҙур ғына бизнесы бар. Әңгәмәселәрем өйҙәрендә ҡыҙҙарҙы алып ҡайтыуға барыһы ла әҙер булыуын белдерҙе. Береһенең ике малайы бар, башҡаса бала табырға ҡушмағандар,
       ә ул эргәһендә ҡыҙы да булыуын теләй.
       Энергияһы ташып торған эшҡыуар ханымдың өс йәшкә тиклемге бәләкәй ҡыҙсыҡҡа яҡшы ғаиләлә тәрбиә алырға мөмкинселек биреү өсөн ваҡыты ла, аҡсаһы ла бар. Ул да, инвалид тормош иптәше лә, үҫеп еткән балалары ла өйҙә бала тауышы яңғырауын теләй. Әйткәндәй, ата - әсәләре тәрбиәһенән мәхрүм балаларға ярҙам итеү теләге унда күптән, төп ролде Наталья Гундарева башҡарған "Балалар йорто хужабикәһе" фильмын ҡарағандан һуң барлыҡҡа килә.
       Һәм, ниһәйәт, өсөнсө әңгәмәсем - өс бала әсәһе, кесеһе һигеҙенсе синыфта уҡый. "район үҙәгендә йәшәйбеҙ, хужалығыбыҙ бар, икебеҙ ҙә эшләйбеҙ. Балалар ҙурайҙы инде, әммә барыһы ла кескәй һеңлеләрен көтә".
       Балалар ҙа һеҙҙе көтә, ҡәҙерле ата - әсәләр. Һеҙҙең арҡал а улар, ниһәйәт, ғаиләле буласаҡ, әсә йылыһын һәм наҙын күрәсә к. Әлегә тиклем үҙенең "йондоҙло сәғәтен" көткән балаларҙ ың фотографияларын ҡарауы бик ҡыйын. Уларҙың барыһына ла биш йә штән дә күп түгел. Һәр фото аҫтында бирелгән
       "характеристиканы" уҡыуы ла еңел түгел. Мәҫәлән: Вадим ( 20 05 йылдың 31 июлендә тыуған) бик шат күңелле һәм иркә сабый. Машина менән уйнарға, уға кубиктар һалып ташырға ярата. Йәки : Диана (2004 йылдың 10 сентябрендә тыуған) бәләкәй леди кеү ек, бер аҙ оялсаныраҡ, әммә яңы кешеләргә тиҙ арала өйрәнә һ әм тыныслана. Ул үҙенең яратҡан ҡурсағы өсөн бик яҡшы әсәй. Йәк и бына: Дима ( 2002 йылдың 6 июлендә тыуған) күңелсәк, көлөр гә ярата. Дима бик хужалыҡсыл бала. Иң яратҡаны - туҡмаслы а ш. Бик изге күңелле һәм хәстәрлекле. Ә ҡара күҙле Наил ( өс йәш ) бик иркә һәм тыңлаусан. Үҙаллы ашай һәм һәр ваҡыт "рәхмәт" әйтергә онотмай...
       Тыуған минутынан башлап бер ниндәй ғәйепһеҙ көйө язаға дусар булған, бик аҡыллы һәм моңһоу ҡарашлы был балалар өсөн
       йондоҙло бәхет сәғәте етерме Был һеҙҙең менән беҙҙән генә тора...

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал