6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Төтәтәбеҙ генә...
22.01.07


       Рәсәйҙә беренселәрҙән булып "Башҡортостан Республикаһында тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү тураһында" законы менән сығыш яһаусы Венер Сәхәүтдинов үҙенең закондар сығарыу буйынса тәҡдимдәрен нисек кенә атамай. Депутаттар 25 ғинуарҙа икенсе
       уҡыуҙа ҡараясаҡ законға яңы төҙәтмәләр ҙә өлгөрөп етте.
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәмәке тартыу кәмемәй. Өйҙә һәм эш урынында, контораларҙа һәм вуздарҙа: бар урында ла тәмәке көйрәтәләр... - Венер Сәхәүтдинов закон хәрефенән алыҫҡараҡ күҙ һала. - Доктор булараҡ минең фекерем: тәмәке - алкоголь һәм наркотиктарҙың яҡын туғаны. Тәмәке тартыу һәм уның эҙемтәләре арҡаһында йыл һайын донъяла 11 миллион кеше үлә. Улар араһында пассив тартыусылар һаны күпме булыуы билдәһеҙ.
       Беҙҙең ил - тәмәкеселәр һаны буйынса рекорд ҡуя - ирҙәрҙең 70, гүзәл заттарҙың - 50 проценты тәмәке төтәтә. Халҡы былай
       ҙа кәмей барған Рәсәй өсөн был юғалтыуҙар бер нимә тураһынд а ла һөйләмәйме икән ни
       Үпкә рагынан үлеүселәр араһында ундан туғыҙының сәбәбе - тәмәке тартыу, йөрәк ауырыуҙарына дусар булыусыларҙың һәр дүртенсеһе тәмәке тартыуҙан вафат була. - Венер Сәхәүтдинов аҡылдары теүәл кешеләрҙең, өҫтәүенә, яҡташтарының үҙҙәрен күрәләтә юҡҡа сығарыуына аптырауын белдерә. - Республикала
       ирҙәрҙең 67 проценты һәм ҡалаларҙа ҡатын - ҡыҙҙарҙың 33 проценты тәмәке көйрәтә. Ауылдарҙа көслө заттар араһында тартыусылар күберәк - 85 процент. Мәктәптәрҙә үҫмер егеттәрҙең яртыһы һәм ҡыҙҙарҙың 30 проценты төтөн һура.
       Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы тәмәке тартыуға
       ҡаршы закон өҫтөндә алты тапҡыр эш башлап ҡараны. Һәм биш т апҡыр уны беренсе уҡыуҙа кире ҡаҡты. Иң намыҫлы төбәктәр үҙ закондарын сығарырға тотондо. Биш йыл ярым элек ошондай уҡ
       закон Башҡортостанда ла барлыҡҡа килде. Башҡортостан законын федераль закон өсөн нигеҙ итеп алыу тәҡдименә Дәүләт
       Думаһының ул ваҡыттағы спикеры Геннадий Селезневтың формаль яуабы байтаҡ ваҡыт телдән төшмәй йөрөнө: "Федераль б юджетта тәмәке тартыу бүлмәләренә вентиляция ҡоролмалары өсөн средство ҡаралмауы сәбәпле, беҙ һеҙҙең законды үткәрә алмайбыҙ". Дөрөҫ, уның артынан ҡабул ителгән Рәсәй законы, Венер Сәхәүтдинов билдәләүенсә, һуңғы нөктәһенә тиклем беҙҙең законды ҡабатлай.
       Әлегә тиклем барлыҡ изге ниәттәр ҙә законды боҙған өсөн
       санкцияларына барып төртөлә: улар юҡ. Насарҙар араһында яҡшыһы тип тәмәке тартыу тыйылған урындарҙы административ сикләүҙең дауам итеүен ҡарарға була. Бына йыл ярым элек республика законына төҙәтмәләр индерелгәйне инде. Белем биреү учреждениелары территорияһында һәм биналарында тәмәке тартыу, был ойошма территориялары һәм биналарында,
       шулай уҡ ошо ойошмалар территорияһы сигенән йөҙ метр арала
       тәмәке һатыу тыйылыуын аныҡларға тура килде.
       - Бөгөн киң мәғлүмәт саралары эшен тулыһынса туҡтатты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баш ҡалабыҙ тәмәке рекламаһы менән тулған. Реклама тураһындағы закондың боҙолоуына иғтибар биреүсе юҡ.
       Уның тәмәке тартыуға ҡаршы апологияһында тартыусы
       табиптар айырым урын биләй. "Аҡ халатлы тәмәкеселәргә" мәрхәмәт юҡ. Хәйер, хирург - депутат Сәхәүтдинов уларға
       ташлама яһай, уртаса эш хаҡы 2700 булған врачтарҙан нисек
       итеп тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү тураһындағы законды пропагандалауҙарын талап итергә мөмкин
       Ә бөгөнгө төҙәтмәне, төбәк һәм федераль ҡануниәтте синхронлаштырыуына ҡарамаҫтан, дөйөм алғанда, техник төҙәтмә тип атарға була. Тәмәке изделиелары етештереү һәм һатыуға федераль норматив талаптар йәһәтенән үҙгәрештәр индерелде. Дөрөҫ, улар дизайнер яңылыҡтарына яҡыныраҡ - сигарет ҡабында нимә һәм ниндәй күләмдә һүрәтләнергә тейеш. Был да илебеҙҙә тартырға яратыусылар күплегенә һәм был алама
       ғәҙәткә ҡаршы көрәшергә теләмәүгә ишара яһарға бер сәбәп. Икенсе яҡтан ҡарағанда, беҙҙең илдә араҡы этикеткаһында һәм тәмәке ҡабында яҙылғанды уҡыусылар күпме һуң

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал