6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Тынғыһыҙ Мәстүрә
19.01.07


       1997 йылдың 6 октябрендә күренекле башҡорт архитекторы Мәстүрә Низам ҡыҙы Сәхәүтдинова хөрмәтенә Мосолман
       зыяратында, уның ҡәберендә, барельефлы гранит обелиск асыла.
       Мәстүрә Сәхәүтдинова 1903 йылдың 19 ғинуарында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Мәсәғүт улусының Үрге Ҡыйғы ауылында донъяға килә.
       Ауыл ҡыҙы үҙенең ғүмерендә ҙур һәм ауыр бейеклектәрҙе яулауға өлгәшә. Республика, ил тормошондағы тарихи ваҡиғаларға шаһит була һәм уларҙа әүҙем ҡатнаша. Ун һигеҙ
       йәшендә ҡулына ҡорал алып айырым тәғәйенләнеш частарының йә шел отряды иҫәбендә тора, урындағы тәүге Советтарҙы, артель һәм коммуналарҙы, ҡатын - ҡыҙҙар советтарын төҙөүҙә
       ҡатнаша, наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәшкә беренселәрҙән булып күтәрелә... Ул һәр ваҡыт алғы сафта бара: Мәстүрә Сәхәүтдино ва үҙе һөйләгәндәрҙән бер өҙөк:
       "Мин ете йәшемдә тома етем ҡалдым. Өлкән апайымда, олатайымда торҙом, унда беҙҙән, дүрт етемдән тыш, тағы ете кеше бар ине. Мине ғаиләбеҙҙә тәүге уҡытыусы итеп күрергә
       хыялланған ағайымдың ярҙамы ҙур булды.
       Ағайым Үрге Ҡыйғыла ике синыфлыҡ малайҙар мәктәбе директоры Рәхмәй Еникеев менән дуҫ ине. Ул беҙгә ҡағиҙәнән ситләшеп булһа ла мине малайҙар мәктәбенә уҡырға ҡабул итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе. Ундай
       ҡыйыуҙар һаны бишкә етте. Төпкөл ауылыбыҙ тарихында тәүге тапҡыр ике урыҫ һәм өс башҡорт ҡыҙы малайҙар мәктәбенә уҡырға барҙыҡ. 1915 - се йыл. Уҡытыусылар ҙур аңлатыу эше алып бара. Беҙ башҡаларҙан ситтәрәк йөрөйбөҙ. Тәнәфес ваҡытында коридорға сығыу тыйыла. Мәктәпкә артҡы ишектән инәбеҙ. Хатта малайҙар менән һөйләшеү ҙә тыйыла ине.
       Мәктәп ике йыллыҡ булды. Уны мин "бик яҡшы" билдәләренә генә тамамланым һәм уҡыуҙы дауам итеү хоҡуғына эйә булдым. Ө фөнөң уҡытыусылар семинарияһына имтихандарҙы ла уңышлы тапшырҙым. Әммә беҙгә оҙаҡ уҡырға тура килмәне. Семинария
       ябылды, Граждандар һуғышы ҡыҙғандан - ҡыҙа. Отличниктарға
       уҡыуҙы Златоуст төрки - татар уҡытыусылар семинарияһында дауам итергә рөхсәт бирелде. Һәм тағы ла уны ваҡытынан алда тамамланыҡ..."
       Шулай итеп, 1919 йылдың йәйендә ун ете йәшлек Мәстүрә
       Үрге Ҡыйғыға әйләнеп ҡайта, Ҡыҙыл Армия Башҡортостанды аҡгвардеецтарҙан таҙартҡандан һуң, ауылда комсомолдар ячейкаһы ойоштора.
       Эштәр етерлек булды, тип хәтерләй Мәстүрә Сәхәүтдинова:
       "Көндөҙ беҙ эш урыныбыҙҙа. Кисен, төндәрен ҡулға ҡорал алып учреждениеларҙы, банкыларҙы, складтарҙы, магазиндарҙы һ аҡланыҡ. Һаҡларға кәрәк ине. Минең тыуған яғымда булыусылар ауылды урмандар уратыуын беләлер. Һәм бына ошо урмандарҙы ба ндиттар баҫып алды...
       Мине революцион Советҡа эшкә йәлеп иттеләр. Советта аҡса юҡ, эш хаҡы алмайбыҙ. Әммә бында үҙ ирке менән эшләүселәргә ҡыҙылармеец паегы бирелә ине. Ул һигеҙ ҡаҙаҡ һоло оно, бер ҡаҙаҡ балыҡ, ярты ҡаҙаҡ шәкәр, бер стакан тоҙ һәм ике ҡап шырпынан тора. Ошондай паек һәм оләсәйемдең аҡтарҙан мунсала йәшереп алып ҡалған һыйыры ярҙамында мин ас 1919 йылда күп һанлы ғаиләбеҙҙе ( оләсәй, олатай һәм биш бәләкәй етем бала) үлемдән ҡотҡарып алып ҡалдым.
       Утыҙынсы йылдарҙа Мәстүрә Низам ҡыҙының хыялы ҡабул була.
       Уны Мәскәүгә, юғары инженер - төҙөүселәр училищеһына,
       ебәрәләр, уҡыу йортонан дипломлы инженер - архитектор булып
       сыға. Был осорҙо Сәхәүтдинова ҙур йылылыҡ менән хәтергә ала :
       - Мәскәүҙә, минеңсә, илдең иң яҡшы уҡыу йортонда белем алдым. Курсташтарҙың мөнәсәбәте бик йылы ине. Студенттар араһында төрлө милләт вәкилдәре йыйылған. Һәм беҙ бер - беребеҙ хаҡында барыһын да белергә теләйбеҙ. Тыуған яғым - Башҡортостаным тураһында мин бер туҡтауһыҙ һөйләргә әҙер инем. Иптәштәрем йырлағанымды ла яратып тыңланы...
       Тыуған яғына Мәстүрә 1936 йылда инженер - архитектор булы п ҡайта.
       - Был минең өсөн бәхетле ваҡыт. Бик кәрәкле һөнәр. Башҡортостанымда, бөтә илдә төҙөлөш бара... "Башпроект" контораһында ул ваҡытта Мәскәүҙән ебәрелгән архитекторҙар эшләй ине. Мине бик йылы ҡаршы алдылар. Йәш архитекторҙар Өф ө, Ишембай, Белоретты планировкалау проекттары өҫтөндә шул тиклем илһамланып эшләне...
       Һуңыраҡ Совнарком ҡарары менән проекттарҙы тикшереү һәм р аҫлау буйынса фәнни - техник совет булдырылды, мине уның рәйесе итеп тәғәйенләнеләр. Тиҙҙән беҙҙең советҡа
       эвакуацияланып килгән предприятиеларҙы урынлаштырыу менән ш өғөлләнергә тура килерен кем белгән инде.
       1943 йылда Витебск янында тормош иптәшем һәләк булды. Тол
       ҡатын булып ҡалдым. Ҡайғырып, төшөнкөлөккә бирелеп ултырырғамы Юҡ. Ул ваҡытта ҡайғыһыҙ ғаилә булманы ла. Ҡара ҡағыҙҙы мин балаларҙан һәм ҡәйнәмдән йәшерҙем. Уларға иҫән ҡ алыу өсөн өмөт кәрәк ине. Мин үҙем ҡотолоу юлын ауыр хеҙмәттә эҙләнем.
       1942 - 1945 йылдарҙа Мәстүрә Низам ҡыҙы республиканың Совнарком рәйесе урынбаҫары булып эшләй, эвакуацияланып килгән предприятиеларҙы урынлаштырыу менән шөғөлләнә.
       Һуғыш Сәхәүтдинованы үҙенә һәм башҡаларға ҡаты булырға
       ла өйрәтә. Был хаҡта түбәндәге эпизод һөйләй:
       - Һуғыш аҙағында колхоздарҙың береһендә командировкала булдыҡ. Ауыл советы рәйесе менән ихаталар буйлап йөрөйбөҙ,
       халыҡ менән әңгәмәләшәбеҙ. Иң ситтә торған бәләкәй генә йортҡа яҡынлаштыҡ.
       ... Шул ваҡыт күргәнемде һаман да әрнеп иҫкә төшөрәм. Ярайһы уҡ йәш, әммә үтә йонсоу, ямаулы күлдәк кейгән ҡатын
       күтәрмәлә картуф таҙартып ултыра. Бүлмә уртаһында һалам өйөмө. Һалам өҫтөндә сама менән өс йәштән 12 йәшкә тиклемге
       дүрт бала ултыра. Ҡыҙыҡай - ҙур йыртыҡ күлдәктә, һигеҙ йәшт әр тирәһендәге малай трусикта, иң бәләкәстәре - бөтөнләй яла нғас. Баҫып тора алмайынса, мин күтәрмәгә ултырҙым.
       - Аталары фронттан ҡайтҡас, уға нимә тип әйтерһегеҙ- тип һорау бирҙем мин ауыл советы рәйесенә. Ул ҡаушап ҡалды, әммә
       бер кем дә ярҙам итә алмай, хатта аҡсаға ла кейем алыу мөмк ин түгел, тип яуапланы.
       Уның менән бергә беҙ сельпо рәйесенә йүнәлдек. Конторала өрөп тултырылған ҡаҙҙай бер ир ултыра. Ул нимәлер иҫәпләй ин е һәм башын да күтәрмәйенсә, "нимә кәрәк" - тип һораны. Был
       мине сығырымдан сығарҙы.
       - Баҫығыҙ! - тип ҡысҡырҙым мин, - һеҙҙең алда ирҙәре фрон тта һәләк булған ике ҡатын. Һәм беҙ һеҙгә эш буйынса килдек.
       Ул күтәрелеп баҫты, мине тыңланы һәм бер нисек тә ярҙам и тә алмауын белдерҙе. Мин уға лавканы асырға бойорҙом. Ике ҡу мта һабын таптыҡ. Ул "санитар фонд" тине, ике йөҙ метр аҡ материал, уның һүҙҙәре буйынса - "ерләү фонды", тоҡтар - "әҙерләүселәр фонды".
       Мин уға бер киҫәк һабын, 15 метр аҡ материал һәм биш тоҡ өсөн аҡса һанап бирҙем. Кисен ауылдың комсомол ағзалары ҡатынға һәм уның балаларына күлдәктәр текте, тоҡтарҙан түшәк
       эшләне...
       Ҡайтып китер алдынан мин тағы ла теге бәләкәй өйгә инеп сыҡтым. Балаларҙың шат балҡыған күҙҙәрен күрҙем. Улар армиянан атаһын көтә ине, һәм һуңынан уның ҡайтҡанлығын ишеттем...
       Һуғыштан һуң Сәхәүтдинова һөнәре буйынса эшләү мөмкинселегенә эйә була. 1945 йылдан 1962 йылда лайыҡлы ялға
       сыҡҡансы ул Башҡорт АССР - ы Совнаркомы эргәһендәге Архитектура эштәре буйынса идаралыҡҡа етәкселек итә.
       Тыуған ил алдындағы ҡаҙаныштары өсөн Мәстүрә Низам ҡыҙы Х еҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ике "Почет билдәһе" ордендары, ми ҙалдар менән наградлана. Ул 1996 йылдың 20 мартында вафат бу ла. Мәстүрә Сәхәүтдинова хаҡында скульптор Владимир
       Лобановтың эше генә түгел, Ленин урамының 20 - се һанлы йор т стенаһына ҡуйылған мемориаль таҡта ла хәтергә төшөрөп тора .

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал