6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Газ үтмәгән мөйөш юҡ
19.01.07


       Газ үткәреү буйынса танылған лидер - Башҡортостан Республикаһы - һуңғы сиккә яҡынлаша: төбәктә көтөп алынған зәңгәр яғыулыҡ килеп етмәгән мөйөш ҡалманы, тиерлек. Газ селтәрҙәренең дөйөм оҙонлоғо 39 мең километр - тотош экватор
       тиһәң дә ярай. Был федерация субъекттары араһында абсолют
       рекорд.
       Бөгөн Рәсәйҙә газ үткәреү кимәле уртаса алғанда 53 процен т тәшкил итә, ауылдарҙа ул - 34 процент. Башҡортостанда иһә 90
       - сы йылдарҙа ҡабул ителгән газификация программаһы был эшк ә икенсерәк йүнәлеш бирҙе.
       - Республикала газификация кимәле бөгөн 80 процент тәшкил итә, ҡалаларҙа - 92 процент, ауыл ерендә - 60 процент, - тип хәбәр итә "Баштрансгаз" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженеры Сәлих Ҡоҙаҡаев. - Үткән йылда ғына 157 километр
       газ торбаһы үткәрелде. Дөйөм алғанда, билдәләнгән пландар буйынса, 2011 йылға тиклем 800 километр газ үткәргес һалыу планлаштырыла. Башҡортостанда газ магистралдәре хәүефһеҙлегенә килгәндә, беҙҙең халыҡ һәм сәнәғәт, һис шикһе ҙ, ышаныслы һаҡлана, тип әйтә алам.
       Ярты быуатлыҡ тарихы эсендә "Баштрансгаз" республиканың яғыулыҡ - энергетика комплексында иң ҙур предприятиеларҙың береһенә әйләнде. 2006 йылда магистраль газ үткәргестәрҙең дөйөм оҙонлоғо биш мең километр тирәһе тәшкил иткән. Предприятиеның газ торбалары буйлап бөтә Рәсәй газының биштән бер өлөшө үтә. "Баштрансгаздың" тарихы 1953 йылдың ноябрендә, республиканың баш ҡалаһында Башҡортостандың газ и ндустрияһында беренсе булып "Туймазы - Өфө - Черниковск" газ үткәргесен файҙаланыуға тапшырыуҙы аңлатҡан газ факелын яндырыуҙан башлана.
       Киләһе ун йыл эсендә оҙонлоғо мең километрҙан ашыу булған
       Өфө газ үткәргестәр системаһы төҙөлә. Башҡортостан ятҡылыҡтарынан газ Магнитка һәм Белорет домналарына, сеймал сифатында Урал һәм Волга буйының химия һәм нефть химияһы предприятиеларына, республиканың дауаханалары һәм мәктәптәренә килә башлай. 60 - сы йылдарҙа беренсе совет трансконтиненталь "Бохара - Урал" газ үткәргесе төҙөлә.
       70 - се йылдар аҙағында Төмән өлкәһенең төньяғынан, Уренг ой һәм Ямалдан, илдең үҙәк өлөшө һәм Көнбайыш Европаға ете трансконтиненталь газ үткәргесе төҙөү планлаштырыла. Уларҙың
       бишәүһе Башҡортостан территорияһы буйлап та үтә. Яңы газ транспорт системаһы төҙөлөшө "Баштрансгаздың" һәм дөйөм Башҡортостан иҡтисадының үҫеше өсөн ҡеүәтле импульс бирә.
       БР һәм "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында төҙөлгән Килешеүҙәргә ярашлы, "Баштрансгаз" республиканың бөтә райондарын да Рәсәй Федерацияһының Газ менән тәьмин итеү буйынса берҙәм системаһына индерә. Ете йыл элек
       республиканың газ ҡулсаһы "бикләнә". Һәм был "Баштрансгаз" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 110 километрлыҡ "Белорет - Учалы" газ үткәргесе һәм 80 километрлыҡ "Баймаҡ - Юлдыбай - Йылайыр" магистрале төҙөлөшө кеүек ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуы менән бергә тура килә. 1998 йылда Учалы ҡалаһына
       тәбиғи газ үткәрелә. 1999 йылдың 7 декабрендә Башҡортостан
       Президенты Мортаза Рәхимов Йылайыр районы үҙәгендәге газ
       бүлеү станцияһында факел тоҡандырҙы - ошо көндән башлап республиканың бөтә райондары ла Газ менән тәьмин итеүҙең берҙәм системаһына тоташтырылды.
       2000 йылда башҡорт газ транспорты эшселәре үҙ инициативаһы
       буйынса Башҡортостандың Хәйбулла районын тулыһынса газ менән тәьмин итте. Урал аръяғының был районында "Баштрансгаз" күләме һәм темпы буйынса үҙенсәлекле тәжрибә үткәрҙе: биш йыл эсендә бығаса газ белмәгән район ер аҫты һә м һауа буйынса үткәрелгән газ үткәргестәр менән ҡапланды.
       2000 йылдан 2002 йылға тиклем "Баштрансгаз" яуаплылығы
       сикләнгән йәмғиәте БР Төҙөлөш министрлығының капиталь төҙөлөш идаралығы менән берлектә Белорет, Учалы, Ҡариҙел,
       Мәсетле һәм башҡа райондарҙың төпкөл ауылдарын да зәңгәр
       яғыулыҡ менән тәьмин итте. Дөйөм алғанда, 1988 йылдан
       башлап предприятие 1042 километр газ үткәргес һәм 51 ГРС төҙөгән.
       - "Рәсәй төбәктәренә газ үткәреү" милли программаһын тормошҡа ашырыу менән "Газпром" 2005 йылда шөғөлләнә башланы. 2006 йылда ғына концерн ауыл - ара газ үткәргестәре төҙөүгә 17 ярым миллиард һум бүлде, - тип һөйләй "Башкиргаз" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Әхмәтшин.
       Башҡортостан Республикаһының 2007 йылға газификация программаһы "Баштрансгаз", "Башкиргаз" компаниялары һәм республика Хөкүмәте тарафынан берлектә төҙөлгән - газ
       селтәрҙәре төҙөлөшөнә инвестициялар суммаһы 500 миллион һум тәшкил итәсәк. Республика бюджеты индергән өлөш тә шул тиклем уҡ буласаҡ.
       Беҙҙең төбәктә Газ менән тәьмин итеүҙең берҙәм системаһының
       "Баштрансгаз" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡарамағындағы объекттарын файҙаланыу хәүефһеҙлеген көсәйтеүгә айырым иғтибар бирелә. Һуңғы йылдарҙа магистраль газ үткәргестәрҙең линия өлөшөн һәм компрессор станцияларын реконструкциялау буйынса эш күләме һәм темптары ҡырҡа артты. 2006 йылда трассалағы эш күләме 2005 йыл күрһәткестәренән бер ярым тапҡыр (119 километр), 2004 йыл күрһәткестәренән - 4,7 тапҡы р күберәк булған.
       Республикала газ үткәреү сиктәрендә илдә берҙән - бер бул ған Төбәк магистраль газ үткәргестәренең ышаныслылығын арттырыу программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Был газ үткәргестәр буйлап зәңгәр яғыулыҡ газ бүлеү станцияларына килә.
       Компрессор станцияларын реконструкциялауҙа ла һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшелгән. "Баштрансгаз" был эште артабан да дауам итергә ниәтләй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал