6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Суртан әмере буйынса...
19.01.07


       Ситтән килгән гастролерҙар һәр ваҡыт үҙ эшен намыҫ менән башҡара, тип әйтеүе ҡыйын. Был айырыуса үҙәктән провинцияға килеүселәргә ҡағыла. Хәйер, төпкөлгә сығып үҙенең актерлыҡ оҫталығын күрһәтеү, еңел аҡса эшләп ҡайтыу элек - электән оя т һаналмаған. Һәм был беҙҙең быуатта ла дауам итә. Артистарҙың
       күпселеге Урал аръяғы - алыҫ төньяҡ, унда барыһы ла быймала
       йөрөй һәм аҡ айыуҙар йәшәй, тип уйлай, күрәһең. Тимәк, тота ль реклама ебәрергә, күберәк тамашасылар йыйырға һәм тамаша
       ваҡытында артыҡ көс түкмәҫкә лә була.
       Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, быға йыш ҡына тамашасылар үҙҙәре лә булышлыҡ итә. Улар күп быуаттар элек булған кеүек үк бер ҡатлы. Баш ҡаланан икән - тимәк яҡшы! Телевизорҙан рекламалайҙар икән - тимәк барып ҡарарға кәрәк! Күптәр ошо девиз буйынса йәшәй һәм тәҡдим ителгән шоуға билеттарҙы алдан алып ҡуя.
       Әммә баш ҡаланан килгән - һәр ваҡыт яҡшы тигәнде аңлатмай
       шул. Һәм мин күптән түгел быға тағы бер тапҡыр инандым. Саҡырыу билеты буйынса Өфөнөң Спорт һарайында үткән боҙ тамашаһына барырға тура килде. Аншлаг. Хатта һуңғы рәттәрҙә лә буш урын юҡ. "Салауат Юлаев" хоккейсылары күрһә,
       көнләшер ине, моғайын.
       Алда көткән боҙ тамашаһы "Суртан әмере буйынса" урыҫ халыҡ әкиәтенең заманса версияһы тип иғлан ителде. Күптәрҙе бында килергә композитор Вячеслав Добрынин һәм шиғырҙар авторы Михаил Шабровтың исемдәре йәлеп иткән. Әммә артабан к үрһәтелгән нимә бер ҙә шоуға тартмай. Беренсенән, залды
       яҡтыртыу буйынса етешһеҙлектәр күҙгә ташланды. Яҡтылыҡ таптары бер нисә урында ғына күренә. Һәм тамашасылар йөҙҙәрен һәм кейгән кейемдәрен булһа ла күреп ҡалыу өсөн артистарҙың ошо яҡтылыҡҡа сыҡҡан ваҡыттарын тотоп ҡалырға тырыша.
       Боҙҙо шоу артистары ун процентҡа ғына файҙаланғандыр, моғайын. Башта унда тылсымлы суртан менән бергә йөҙөп килгән
       балыҡтар биш минут самаһы өйөрөлдө. Һәм тамаша аҙағында
       ҡыҙҙар тағы биш минут тирәһе шыуҙы. Ҡалған өлөшө боҙ периметрына һалынған келәмдә барҙы. Емеля иһә бөтөнләй үҙенең тимераяҡта баҫып тора белеүен күрһәтмәне - тамашасы алдында ул быймаларҙа ғына пәйҙә булды. Был батша ҡыҙына ла,
       батшаға ла, баярҙарға ла ҡағыла. Улар барыһы ла борт буйлап келәмдәрҙә хәрәкәт итте. Бына тигән автомобиль гудогы ҡуйылған, ҡеүәте ике кеше көсө тәшкил иткән мейес тә шунда у ҡ йөрөнө. Боҙһоҙ урын сикле булғанлыҡтан, артистар, айырыуса
       батша һарайында, өймәкләшеп урынлашырға мәжбүр булды. Һәм м әскәүҙәр сығыш яһағанда яңғыраған фонограмма ла бик үк аңлайышлы түгел.
       Тамаша тамамланғас, боҙға (шул уҡ быймаларҙа) Ҡыш Баба й һәм Ҡарһылыу сыҡты һәм, йола буйынса, балаларҙы шыршыны ҡабыҙырға саҡырҙы. "Бына, ниһәйәт, бер шәп сюрприз!" - тип уйланым мин. Сөнки тирә - яҡта бер ниндәй ҙә шыршы күренмәй,
       һәм мин бер ҡатлылығым менән балаларҙың тауышынан һуң сағыу уттары янған шыршы пәйҙә булыр тип күҙ алдыма килтерҙем. Бер мин генә шулай уйламағанмын, күрәһең, сөнки ылыҫлы үҫемлеккә оҡшаған нимә күрмәгән бала - саға ла шыршының яныуын һорап ҡысҡырыуын дауам итте. Һуңынан
       барыһы ла мөғжизә көтөп тынып ҡалды. Әммә шыршы күренмәне. Ә ҡәнәғәт ҡалған Ҡыш Бабай:"Бына шыршыҡай янды !"
       - тип белдерҙе. Эргәмдә ултырыусылар барыһы ла "Шыршы ҡайҙа" тигән һорауға яуап эҙләп тирә - яғына ҡарана башланы . Минең улым, артистарҙы аҡларға тырышып, бәлки, Ҡыш бабай тирәләй әйләнгән зәңгәр күлдәктәге ҡыҙҙар шыршылар, ә һары күлдәктәгеләре гирляндалыр, тигән фекер белдерҙе. Һәм, ниһайәт, барыһы ла залдан сыға башлағас, кемдер борт янында кешенең ярты буйы самаһы оҙонлоҡтағы шыршыны күреп ҡалды, ун да ысынлап та утсыҡтар яна ине. Ҡыш Бабай алдамаған икән.
       Спор һарайынан сыҡҡанда иңбашты һикертеп ҡуйыу теләге тыуҙы. Мин аҡса түләмәнем һәм тамашаға өмөт тә бағламаным, ш уға күрә үкенергә сәбәп юҡ. Әммә тамашасыларҙың күпселеге Мә скәү шоуын ҡарап һоҡланыу өсөн ярайһы уҡ ҙур сумма сығарып һалған бит. Ә алмашҡа нимә
       Вестибюлдә ойоштороусылар билеттарҙы тәмле бүләктәргә алмаштырып, кәйефте күтәрергә маташа ине. Әммә был "тамаша" ла бик үк килеп сыҡманы, ахыры. Әгәр һеҙ татлы бүләкте кәнфит тулы муҡса тип күҙ алдына килтерһәгеҙ, хаталанаһығыҙ. Билетҡа алмаштырып ауырлығы 25 грамдан да артмаған шоколад й әки сәйнәй торған кәнфит алырға мөмкин ине. Уның өсөн 15
       минут самаһы сиратта торорға кәрәк. Әммә тәмлекәсте ҡулға эләктергәс, һеҙ үҙегеҙҙе инде ул тиклем үк алданған итеп тоймайһығыҙ. Ә сиратта тороу шоу ваҡиғаларын артҡы планға күсерә. Бына шулай тынысланып ҡайтып киттек.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал