6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Хеҙмәт баҙары кемгә мохтаж
19.01.07


       Рәсәйҙә сәләмәт конкуренция барлыҡҡа килә. Сәп ролен халы ҡ, дөрөҫөрәге, уның профессиональ оҫталыҡтары, үтәй. Әгәр демографик кризис хәүефе алдынан Рәсәй Федерацияһы башҡа илд әр, шул иҫәптән элекке СССР илдәре менән дә хеҙмәт
       мигранттары өсөн конкурентлыҡ алышына инергә мәжбүр икән, тимәк федерация субъекттары төбәк - ара кадрҙар ярышына ҡушыла тигән һүҙ. Еңеү өсөн приз - сифатлы иҡтисади үҫештең дауам итеүе.
       - Продукция етештереү күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә
       икенсе урында тора, ә эшкәртеү сәнәғәте күҙлегенән ҡарағанд а, беҙ байтаҡҡа артта ҡалабыҙ. Һуңғы ваҡытта үткән сараларҙ ың иғтибар үҙәгендә урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫеше торҙо - уның үҫешен дәртләндереү иҫәбенә республика халҡының юғары м әшғүллеге лә, иҡтисадтың глобаль факторҙарға бәйлелеген кәметеү ҙә тәьмин ителәсәк, - тине Башҡортостан Республикаһы
       Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары - сәнәғәт, инвестици я һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров республиканың 2010 йылға тиклем кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса төбәк сәйәсәте концепцияһы менән таныштырғанда. - Республика органдары демография, миграция процестарын һәм хеҙмәт баҙары торошон анализлаясаҡ. Иҡтисад тармағы һәм социаль өлкә өсөн кадрҙарға мохтажлыҡты күҙаллауҙы ойоштороу кадрҙар идаралығы эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәрҙең береһенә әйләнәсәк.
       Һәм баҙар үҙе үк әҙер сығарылыусылар армияһы тәҡдимен түләүгә һәләтле һорау менән файҙаланыуға этәрһә лә, был процесс, идара ителмәүе сәбәпле, оҙаҡҡа һуҙыла. Бөгөн иһә Башҡортостанда 880 профессия буйынса һуңғы күҙаллауҙар һәм к адрҙарға мохтажлыҡты иҫәпләү республика ойошмаларында хеҙмәт ресурстары буйынса көтөлгән өҫтәмә ихтыяж 2007 йылда 48,5 мең кеше тәшкил итәсәген һәм аҡрынлап кәмейәсәген, 2010
       йылда ул 40 ярым мең кешелә туҡталасағын асыҡланы. Йәғни, иҡтисад үҫешен яҡынса баһалау ҙа эшһеҙлектең, дөйөм алғанда,
       социаль миф булыуын күрһәтә.
       - Сәнәғәттә, беренсе сиратта, слесарь - ремонтсылар, ирет еп
       йәбештереүселәр, механика - йыйыу слесарҙары, универсаль
       токарҙар, электр монтерҙары, фрезерсылар, металл эшкәртеү станоктарында эшләүселәр һорау менән файҙаланасаҡ. Йәғни ҙур предприятие ихтыяжының ғәҙәти наборы. Һәр бер производствоның үҙенә хас үҙенсәлектәре бар, әммә техник ҡоралланыу - барыһы өсөн дә уртаҡ, - УМПО "сығарылыусыһы" булараҡ, Юрий Пустовгаровтың таныш өлкәләге профессиялар
       менән еңел эш итеүе аңлашыла. - Үткән быуат уртаһында сыҡҡа н станокта алыҫ китеп булмай. Һәм әгәр ҙә техник ҡоралланыуҙ ы
       һуңыраҡҡа ҡалдырһаҡ, оҫталарыбыҙҙың ижади потенциалын юғалтыуыбыҙ ихтимал. Ул әлегә бар, әммә йылдан - йыл кәмей
       бара.
       Ә бына "Машиналар төҙөү технологияһы", "Машиналар һәм металды баҫым менән эшкәртеү технологияһы", "Машиналар һәм м атериал эшкәртеүҙең юғары һөҙөмтәле процесс технологиялары" һөнәрҙәре юғары белемле кадрҙар талап итә.
       Асылда - был үҙ көсөн тыуған республикаһының иҡтисади үҫешенә йүнәлтергә теләүсе мәктәп сығарылыусылары өсөн шпаргалка. Иң мөһиме, власть органдары кадрҙар потенциалы
       өсөн бөгөн хатта иң яҡын күршеләр менән дә көрәшергә тура килеүен аңланы.
       - Беҙҙең иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең даими үҫеше инновация нигеҙендә барасаҡ, ә бының өсөн заманса белемгә эйә булған өҫтәмә квалификациялы көс кәрәк. Билл Гейтстың күптән түгел яһаған сығышын ишетһәгеҙ, ул әйтеүенсә, биш - алты йылдан компьютерҙа эшләй белмәгән белгес тормошта бер н имәгә лә өлгәшә алмаясаҡ, - Юрий Пустовгаров асылда бөгөнгө көнгә мөрәжәғәт итә, сөнки бөгөнгө хеҙмәт баҙарын анализлау артабан алдынғы кадрҙар дефициты көсәйәсәген күҙалларға нигеҙ бирә. - Әле ярты йыл элек кенә беҙҙә яңы проиводствола р буласағы хаҡында әйтә лә алмай инек, әммә хәҙер беҙҙең министрлыҡ мәғлүмәт менән уртаҡлашырға һәм бергә эшләргә әҙер. Яҡын арала республика предприятиеларында егермегә
       яҡын инвестиция проекттары ойоштороу планлаштырыла, унда
       квалификациялы эшсе ҡулдар һәм персонал кәрәк буласаҡ.
       Һәм ошо нөктәлә төбәктең кадрҙар сәйәсәте федераль экспер т берләшмәһенең фекере менән тап килә. Беҙҙең хеҙмәт баҙарының төп проблемаһы, Юғары иҡтисад мәктәбенең хеҙмәт тикшеренеүҙәре үҙәге директоры Владимир Гимпельсон әйтеүенсә, әлегә иҡтисадтың яңы эш урындары булдырырға ялҡауланыуына ҡайтып ҡала.
       - Беҙҙә ниндәйҙер юл менән яңыртылған һәм етештереү көсөнә
       эйә булған эш урындары бар. Карауанды тотҡарлаусы дөйә кеүе к бик архаик эш урындары ла етерлек. Хатта уларҙы бөтөрөү факты ла дөйөм етештереүсәнлекте күтәрә, - ти Владимир Ефимович. - Ләкин иң төп сығанаҡ - яңы, заманса эш урындары булдырыу. Яңы, заманса технологиялар, иҫке эш урындарының юҡҡа сығарылыуын иҫәпкә алып, тиҙ арала өҫтәмә бирә. Әлегә бына ошо төп сығанаҡ Рәсәйҙә бөтөнләй юҡ тип әйтерлек.
       Шулай итеп Башҡортостандың кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса төбәк сәйәсәте концепцияһының ҙур, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡтың белем биреү учреждениелары менән социаль
       партнерлығын иҫәпкә ала башлауы бик тә урынлы. Бөгөн белем биреү учреждениелары үҙаллы йәшәй алмай. Әммә уларға аныҡ
       йүнәлеш биреү кәрәк, быны иһә аралашсы сифатында төбәк властарын йәки муниципалитеттарҙы файҙаланып, предприятие
       йәки учреждениелар эшләргә тейеш.
       Һөҙөмтәле кадрҙар сәйәсәте нигеҙендә беренсе кирбес роле н, Юрий Пустовгаров та билдәләүенсә, республикала компетентл ы үҙәкләштерелгән маркетинг хеҙмәте үтәргә тейеш. Уның үҙенсәлектәре араһында өс баҙарға сығыу юлы булыуы мөһим: хеҙмәт баҙарына, төрлө белем биреү буйынса хеҙмәтләндереү баҙары һәм ғилми продукция баҙары ( шул иҫәптән социаль - психология - педагогика инновациялары). Маркетинг тикшереү
       һөҙөмтәләре уҡыу йорттарына йүнәлеш бирәсәк һәм был, үҙ сиратында, теге йәки был һөнәр буйынса сығарылыусыларҙың һанын саманан тыш арттырмаҫҡа мөмкинселек бирәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал