6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Украина һандуғасы Башҡортостанда
18.01.07


       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә украин шағиры Владимир Николаевич Сосюра йәшәй ( 1898 йылдың 18 ғинуары - 1965 йылдың 8 ғинуары).
       Күп йылдар үткәндән һуң ул үҙенең Башҡортостанға һөйөү булып яңғыраған шиғырын яҙа:
       Летят часы моих раздумий,
       как тучи в дальние края...
       Вновь вспомнил я в осеннем шуме
       тебя, Башкирия моя.
       Под грохот ночи воробьиной,
       под орудийный гул и гам
       к тебе пришли мы с Украины
       по окровавленным степям.
       Тогда снегами даль белела
       и с ног метель сбивала нас, -
       как мать своих детей, прибрала
       ты украинцев в трудный час.
       И хоть давно уже затишье,
       и я в родной вернулся край -
       все вижу степь твою, все слышу,
       как грустно в ней поет курай.
       А здесь рокочет бор сосновый,
       ветвями ловит солнца свет...
       И я с любовью шлю сыновний
       тебе, Башкирия, привет.
       Дөрөҫөрәге, Өфөлә өс йыл дауамында Сосюраның ғаиләһе йәшәй, Владимир Николаевич үҙе лә йыш ҡына булғылап китә. "За честь Родины "гәзитенең хәрби хәбәрсеһе булараҡ, Воронеж
       һәм Беренсе Украина фронттарында була. Бер тапҡыр Өфөгә хат
       килеп төшә: "Украина яҙыусыларына һәм шағирҙарына, иптәш Малышко, Сосюра, Головкоға фронттан сәләм! Һеҙҙең килеүегеҙ хөрмәтенә мин, снайпер Гордиенко А., йәш уҡыусыларым - снайперҙар төркөмө менән ун көнгә оборонаның алғы һыҙығына сыҡтыҡ... Көсөргәнешле ун көн эсендә беҙҙең төркөм 105 фашисты юҡ итте. Мин үҙем 48 гитлеровсыны теге донъяға
       ебәрҙем..."
       Башҡортостандың баш ҡалаһында Владимир Сосюра шиғыр китаптары, "Украина улы" поэмаһын яҙа. Уларҙа Тыуған илгә булған һөйөү, фашизмға нәфрәт яңғырай. Шағир еңеүгә бер
       һүҙһеҙ ышана. "Башҡортостан күге аҫтында" шиғырында ул
       Өфөнән юл уны мотлаҡ Киев ҡалаһына алып барасаҡ, тип раҫлай.
       Сосюраның патриотик тойғолар менән һуғарылған шиғырҙары ф ронт гәзиттәрендә һәм листовкаларҙа баҫыла, самолеттарҙан оккупациялағы Украина территорияһына һибелә, партизан отрядтарына тапшырыла.
       Украин шағирының әҫәрҙәре менән өфөлөләр ҙә таныша. Владимир Сосюраның ижад кисәһендә Павло Тычина сығыш яһай. У л шағирҙың үҙ әҫәрҙәрендә дошманға ҡаршы көрәшеүсе бөйөк Тыуған илдең сағыу образын сағылдырыуын билдәләй. Максим Рыльский, Натан Рыбак Сосюраның һуғыш осоронда яҙылған һәм Тыуған ил һаҡсыһын бар сағыулығында асҡан шиғырҙарына иғтибар белдерә.
       Владимир Сосюра Сәйфи Ҡудаштың "Украина хаҡында уйҙар", Р әшит Ниғмәтиҙең "Украина" поэмаларын украин теленә тәржемә итә. Сәйфи Ҡудаштың шиғырҙар йыйынтығы Өфөлә украин телендә баҫылып сыға.
       "Был дәһшәтле көндәрҙә" шиғырында Сосюра 1942 йылда Башҡортостанда ураҡ урыу көндәрен һүрәтләй. 1942 йылдың һалҡын ҡышҡы кисендә украин һәм башҡорт шағирҙары Павло
       Тычина, Максим Рыльский, Владимир Сосюра, Сәйфи Ҡудаш, Баязит Бикбайҙың госпиталдә яралылар алдында сығыш яһауы хаҡында иҫтәлектәр һаҡланған.
       1944 йылда Киевҡа ҡайтҡас, Владимир Сосюра ижади эшмәкәрлеген дауам итә. Ул илленән ашыу шиғыр йыйынтыҡтары с ығара. Һуғыштан һуңғы ваҡытта уның әҫәрҙәренең геройҙары ролендә йәш эшселәр, шахтерҙар, колхозсылар, Совет Армияһы һ алдаттары сығыш яһай.
       Донбасҡа бәйле күп кенә авобиографик шиғырҙары барлыҡҡа
       килә. Ул ошо ҡалала донъяға килгән, шахтала эшләгән, тәүге шиғырҙарын яҙған. Ошонан Граждандар һуғышына оҙатылған. 1921 йылда һәләтле егетте армиянан саҡыртып ҡайтаралар. Һәм Сосюра билдәле шағир булып китә, уның шиғырҙарын бөгөн дә
       төрлө телдәрҙә уҡыйҙар.
       Шағир Владимир Сосюра Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Хеҙмәт Ҡыҙыл Б айраҡ ордендары, "Почет билдәһе" менән наградлана, Сталин пр емияһына лайыҡ була.
       Владимир Сосюраның күп кенә шиғырҙарына йырҙар яҙылған. Ю ҡҡа ғына шағирҙы Украина һандуғасы тип йөрөтмәйҙәр бит.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал