6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Артабан да еңәйек, егеттәр!
18.01.07


       Кисә Альмерияла ( Испания) Европа волейбол конфедерацияһы
       Кубогы финалының беренсе матчы үтте. Ул Өфөнөң "Нефтяник
       Башкортостана" командаһының урындағы "Уникаха Арукасур" клубын 3:1 иҫәбенә ышаныслы еңеүе менән тамамланды.
       Коллегаларҙың был ваҡиғаны иғтибарһыҙ ҡабул итеүенә иҫ китерлек. Бер таныш журналист был матч тураһында бөтөндәй онотоуын белдерҙе, әгәр ҙә мин иҫенә төшөрмәһәм, еңеү хаҡында яҙа ла алмай ҡалыр ине. "Нефтяник Башкортостана" клубының рәсми сайтында ла мәғлүмәт күренмәне. Башҡорт командаһы еврокубок алышында етди уңыштарға өлгәшә, ә беҙ уны күрмәйбеҙ. Был дөрөҫ түгел - волейбол фанаттарының һыуһынын ҡандырырға кәрәк, һәм беҙ быны эшләйәсәкбеҙ.
       "Уникаха Арукасурҙың" майҙан хужалары волейбол грандтары
       иҫәбенә инмәй, әлбиттә, әммә уларҙы бөтөнләй тәжрибәһеҙ уйынсылар тип әйтеү ҙә дөрөҫ түгел. Команда ярайһы уҡ көслө һәм легионерҙар менән комплектланған - "нефтселәргә" ҡаршы матчта бер АҠШ һәм биш (!) Бразилия волейболсыһы ҡатнашты. Ә ммә океан артынан килгән ярҙам да испандарға еңеү алып килмәне.
       Тәүге партия уҡ хужалар өсөн еңелеү менән тамамланды. Ула р өфөлөләргә 17:25 иҫәбенә биреште.
       Уйындың артабанғы өлөшөндә "Уникаха" шулай уҡ абруйлы 20 мәрәй йыя алманы. Юрий Маричевтың тәрбиәләнеүселәре еңде, 25 :19.
       Тик өсөнсө сетта ғына көрәш ҡыҙыулана төштө. Испандар партиялар буйынса иҫәптәге айырманы ҡыҫҡартыуға өлгәште, һәм сетты минималь өҫтөнлөк менән тартып алды - 25: 23.
       Өсөнсө өлөштә ҡунаҡтар үҙ көсөн тупланы һәм бар хәленә ҡаршылашҡан "Уникахаға" "Арукасурҙың" нимә икәнен күрһәтте. Еңеү 25: 21 һәм 3:1, индерелгән туптар араһындағы айырма +16 .
       Хәҙер испандарға башҡорт уйынсыларын ярымфиналға индермәҫ өсөн Өфөлә 17 һәм унан да күберәк айырма менән еңергә кәрәк буласаҡ. Бурыстары еңелдән түгел.
       Беҙ осрашыуҙың эксклюзив нескәлектәренә тиклем белеүгә ирештек - Альмерияға шылтыратып "Нефтяник Башкортостана" командаһының баш тренеры Юрий Маричев менән элемтәгә индек һәм уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
       - Башта һеҙҙе ЕКВ Кубогының плей - офф серияһында тәүге еңеү менән ҡотлайбыҙ. Уйынсыларҙың ҡайһыһын уйындың төп геройы тип атарға була
       - Беләһегеҙме, кемделер айырып билдәләүе ҡыйын. Команда, дөйөм алғанда, бик яҡшы уйын күрһәтте.
       - Шулай уҡ бер кем дә айырылып торманымы ни
       - Андрей Борозинец ҡыуандырҙы, тип әйтә алам. Мин уға был кимәлдә уйнауы ҡыйыныраҡ булыр тип уйлағайным.
       - "Уникаха" "нефтселәргә" сирек финалға эләгергә ҡамасау лай аламы
       - Беҙ уларҙы ҡунаҡта еңгәнбеҙ икән, тимәк өйҙә лә еңәсәкб еҙ.
       - Команда яҡшы уйнаны, тиһегеҙ, тимәк Болгария йыйылма командаһы бәйләүсеһе Жековтың беренсе темп һөжүмселәре менән берлектә уйнауы ла көйгә һалынды тигән һүҙ
       - Юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, проблема элеккесә ҡала. Беренсе темп менән бик аҙ туп индерҙек.
       Командаларҙың киләһе осрашыуы 24 ғинуарҙа Өфөлә "Динамо" стадионында үтәсәк. Бөгөн беҙ "Нефтяник Башкортостана" клубы рәйесе Файыҡ Сәлихов менән дә бер нисә ҡыҙыҡлы һорауҙы тикшереп үттек.
       - Файыҡ Сәйетғәли улы, испандарҙы еңеүегеҙ менән ҡотлайы м.
       - Рәхмәт. Рәсәй чемпионатында "ЗСК - Газпром" командаһын еңһәк яҡшыраҡ булыр ине, әлбиттә.
       - Борсолмағыҙ - еңеүҙәр килер әле. Тик ҡайһы бер нимәне иҫәпкә алыр кәрәк. Мәҫәлән, ҡунаҡтарҙың көйәрмәндәрен барабан тоттороп иң яҡшы урындарға ултыртмаҫҡа...
       - Эйе, быны иҫәпкә аласаҡбыҙ, башҡаса барабан менән бер кемде лә индермәйәсәкбеҙ. Был тамашасыларға ла, волейболсыларға ла ҡамасаулай.
       - Команда ҡасан ҡайта
       - Мәскәү ваҡыты буйынса 17. 40 - та улар Рәсәйҙең баш ҡалаһында буласаҡ, ә 21.20 - лә урындағы "Прикамье" клубы менән уйнаясаҡ. Еңеү кәрәк, әлбиттә. Егеттәрҙең ышанысы бар, тик килеп сығырмы икән, белмәйем...
       Артабан 24 ғинуарҙа "Динамо" стадионында испандар менән
       уйнаясаҡбыҙ, 28 - е көслө Мәскәү "Динамоһы" киләсәк.
       - Өйҙәге матчтарға билеттар түләүле буласаҡмы
       - Эйе. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, стадионды арендаға ғына алабыҙ -
       беҙ уның хужаһы түгел. Мин хужаларға билетҡа хаҡты 50 һум күләмендә тәҡдим иткәйнем, тик улар 150 һум ҡуйырға ниәтләй.
       Трибуналар буш буласаҡ, тип иҫкәрттем. Әлегә уйлайҙар.
       - Бәлки трибуналар буш та булмаҫ. Эксперимент үткәрмәйенс ә әйтеп булмай. Беҙҙең халыҡ волейбол уйынын ярата. Билеттар ҙа урын күрһәтеләсәкме
       - Эйе, барыһы ла тейешенсә - урын, сектор.
       - Өфө клубтары уйынсылар менән көсәйтелә аламы
       - Юҡ, ғинуарҙан быны эшләү тыйыла.
       - Мин егеттәрҙең премиялары бик бәләкәй тип ишеткәйнем, айырыуса еврокубок матчтарындағы еңеүҙәр өсөн. Уларҙы яңы бейеклектәргә этәреү өсөн, бәлки, аҡсаны бер аҙ өҫтәргә кәрәктер
       - Беҙҙең матди хәл бик ҡатмарлы. Башта эш хаҡы өсөн тейеш ле уйын күрһәтһендәр әле. Хәйер, һеҙ хаҡлы, матди этәргес - иң шәбе. Уйлаясаҡбыҙ, эҙләйәсәкбеҙ. Бәлки, бағыусылар табылыр Әгәр Европа волейбол конфедерацияһы Кубогында еңеүгә өлгәшһәләр, ул саҡта, һис шикһеҙ, лайыҡлы премия эләгәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал