6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Тимер юлға тимер ҡапҡа ҡуйыла
18.01.07


       Кисә илебеҙ эске һәм тышҡы хәүефтәргә тиҙ арала яуап
       бирергә һәләтле булыуын күрһәтте. Милли террорсылыҡҡа ҡаршы комитет террорсылыҡ хәүефе тураһында, беренсе сиратта,
       халыҡтың уяулығын арттырыу һәм террорсыларҙың мөмкин булған пландарын боҙоу өсөн хәбәр итте.
       Беренсе сиратта, профилактика саралары Рәсәйҙең метро һалынған һигеҙ ҙур ҡалаһына ҡағылды. Әммә иҫкәртеү буйынса эшмәкәрлек Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә һәм, беренсе сиратта, транспортта башланды. Вокзалдарҙа "проблемалы" төбәктәрҙән һ әм илдәрҙән килгән поезд пассажирҙарын ҡаршы алыу контроле к өсәйә. Станцияларҙа пассажирҙарҙы даими рәүештә уяу булырға саҡырған тауыш яңғырай. Поезд һәм электр поездары рейс алдынан һәм аҙаҡҡы пунктҡа килеп туҡтағандан һуң өҫтәмә
       тикшереү үтә.
       Куйбышев магистрале Башҡортостан бүлексәһенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса хеҙмәт етәксеһе Сергей С патар хәбәр итеүенсә, Өфө сик идаралығы хеҙмәте вокзалдарға нарядҡа сығыусылар һанын арттыра. Биналарҙа һәм күсмә составта кинологтар шартлатҡыс әйберҙәр булыу - булмауын тикшерә. Тимер юлсылар территориаль хоҡуҡ һаҡлау органдары, Өфөнөң ведомство тимер юл һағы отряды, шәхси һаҡ предприятиелары менән берлектә тимер юл транспортының күперҙәр, тоннелдәр, үҙәкләштерелгән электр постары кеүек мөһим объекттарында һаҡты һәм үткәреү режимын көсәйтеү буйынса өҫтәмә саралар күрә. Станциялар территорияһында хәүефһеҙлек сараларын һаҡлауҙы контролдә тотоу көсәйтелә, тимер юл зонаһындағы сит кешеләргә айырым иғтибар бирелә. Ярҙам итеү һәм янғын һүндереү поездарының ғәҙәттән тыш хәлдә эшләүгә әҙерлеге тикшерелә.
       Тейеш булыуынса, тимер юлсылар техник эксплуатация һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлеүенә етди иғтибар бирә . "Дим" һәм "Стәрлетамаҡ" локомотив деполарында машинистар һ әм уларҙың ярҙамсылары юлға сығыу алдынан юлда таныш булмаған предметтар осраған хәлдә был турала кисектермәйенсә
       станция буйынса дежурҙарға хәбәр итергә кәрәклеге хаҡында иҫкәртелә. "Өфө" пассажирҙар депоһы проводниктары ла шулай уҡ эшләй. Юл монтерҙары юлды, яһалма ҡоролмаларҙы көн һайын тикшереп сыға. Ҡул йөгөн һаҡлауға тапшырыу өсөн билетты йәки шәхес танытмаһын күрһәтергә кәрәк.
       Әйткәндәй, кисә РФ Дәүләт Думаһы тарафынан икенсе уҡыуҙа ҡабул ителгән "Транспорт хәүефһеҙлеге тураһында" закон проекты ла беренсе сиратта террорсылыҡтан һаҡлауға йүнәлтелгән. Мәҫәлән, 10 - сы статья транспорт предприятиеларына эшкә урынлашыуҙа етди сикләүҙәрҙе күҙ уңында тота. Ә икенсе, 11 - се статья буйынса транспорттың б өтә төрҙәрендә лә пассажирҙар тураһында персональ мәғлүмәт
       булыуы ҡарала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал