6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Проблемалар юҡ тип әйтерлек
18.01.07


       Коммуналь хужалыҡ эшселәрен бер ваҡытта ла артыҡ эшләргә ынтылыуҙа "ғәйепләмәнем". Киреһенсә, торлаҡ - коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре хаҡында һүҙ сыҡһа, телгә "тәртипһеҙ,
       яуапһыҙ, илтифатһыҙ " кеүек кире баһалар килә ине. Әммә! Шағир билдәләүенсә, ҙур нимә алыҫтан күренә икән шул. Һыу үткәргән йорт түбәңдән йәки асфальт насар түшәлгән ихатаңдан
       үтеп, торлаҡсыларҙың ҙур күләмле эшмәкәрлеген күреүе ҡыйын.
       Һуңғы йылда ҡаланың барлыҡ күп фатирлы йорттарында ла тип
       әйтерлек һалҡын һәм ҡайнар һыуҙы иҫәпләү приборҙары ҡуйылыуын өфөлөләрҙең барыһы ла белмәйҙер әле, моғайын. Һәм хәҙер һыу һәм йылылыҡ сығымы даими рәүештә күҙәтелә, тимәк йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеүсе предприятиелар контролдә тотола.
       Йорт түбәләрендә ҡуйылған иҫке телеантенналарҙың бөгөн кү п урында алыныуына ла күптәр иғтибар итмәйҙер, моғайын. Уларҙы ел бөгә, һындыра, телемастер саҡыртырға тура килә ине . Ә ҡайһы берәүҙәр оҫта саҡырып тормайынса, антеннаны үҙаллы төҙәтергә булып юғарыға менеп китә, йыш ҡына түбә ҡаплауын емерә...
       Хәҙер иһә был проблемалар аҡрынлап юҡҡа сыға. Өфөләге 630 йорттағы телевизорға сигнал кабель аша бирелә, был проблемалар кәмеүенә булышлыҡ итә, сигналдың сифаты ла яҡшыра.
       Әйтелгән эштәрҙең барыһы ла һеҙҙең менән беҙҙең аҡсаға башҡарылыуы аңлашыла, әлбиттә, әммә нимәлер эшләнеүе үҙе үк ҡыуаныс бит. Әйткәндәй, үткән йылда торлаҡ хеҙмәтләндереү е өсөн халыҡтан дүрт миллиард һум йыйылған. Ә быйылғы йылдың
       ғинуарынан торлаҡ - коммуналь хеҙмәтләндереүгә түләү тарифтары тағы 17 процентҡа артты. Әммә "Өфөнөң торлаҡ хужалығы идаралығы" муниципаль унитар предприятиеһының генераль директоры Борис Герасимов әйтеүенсә, был ни бары инфляция артынан хәрәкәт итеү генә.
       Ҡала хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында һүҙ ошо
       турала барҙы. Герасимов йорттарҙы хеҙмәтләндереү, дөйөм алғанда, проблемаһыҙ бара, тип белдерҙе. Йылытыу сезонында
       авария сәбәпле инженер коммуникацияларын туҡтатыу осрағы булмаған. Уның ҡарауы быйылғы ҡышта көслө ҡар яуыуҙар коммуналь хеҙмәткәрҙәр өсөн мәшәҡәт тыуҙыра. Әммә ҡар таҙартыу үҙ ваҡытында алып барыла: штатта 200 ҡар таҙартыу техникаһы һәм 1300 дворник эшләй. Артыҡ көслө ҡар яуыуҙар ваҡытында дворниктарҙың ғына көсө етмәй икән, был эшкә электриктар, сантехниктар ҙа йәлеп ителә. Яҡын арала тағы 40 ҡар таҙартыу машинаһы һатып алыу планлаштырыла. Улар февраль бурандары өсөн резерв ролен үтәйәсәк.
       Ҡар таҙартыуҙы әүҙем башҡарыуға хужаһыҙ транспорттар - ихаталарҙа ҡалдырылған машиналар үтә ныҡ ҡамасаулай. Ғәҙәттә
       улар яртылаш һүтелгән, әммә шулай булһа ла торлаҡ хужалығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы ихатанан сығарырға батырсылыҡ итмәй.
       Һуңынан машинаның кузовынан башҡа бер нимәһе лә булмағанлығын иҫбатлап ҡара!
       Шулай уҡ Герасимов Өфөнөң циркуляцион торба үтәргесе булмаған 542 йорто яҡын арала Европа реконструкция һәм үҫеш банкыһының кредит программаһы буйынса индивидуаль йылылыҡ пунктына эйә буласағы тураһында белдерҙе. Уларҙың фатирында ҡайнар һыу кранды асҡас уҡ ағасаҡ, башҡаларҙағы кеүек бер сәғәт буйына һыуҙың йылынғанын көтөргә кәрәкмәйәсәк.
       Үткән йылда торлаҡ фондын капиталь ремонтлауға бюджет средстволары иҫәбенә 400 миллион һум тотонолған. Торлаҡ хужаларынан был маҡсатҡа тағы ла 250 миллион йыйылған. 22 йортта үҙәкләштерелгән йылытыу системаһына, 36 йортта - һыу
       менән тәьмин итеү торбаларына, 17 торлаҡ йортта - түбәгә капиталь ремонт үткәрелгән. Торлаҡ фондын капиталь ремонтлауға исемлек бер нисә йылға алдан төҙөлөп ҡуйылған да
       инде.
       2006 йыл аҙағына муниципаль мөлкәткә 3,5 миллион квадрат метр торлаҡ, 12 миллион тирәһе - граждандарҙың үҙ мөлкәтенә
       тура килә. Фатирҙар аҡрынлап булһа ла үҙ хужаларының ҡулына
       күсә. Үткән йылда миллион ярым квадрат метр торлаҡ хосуслаштырылған.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал