6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ғалим һәм герой
17.01.07


       Тәүге тапҡыр Леонид Аврас тураһында мин Киевҡа командировкаға барғанда академик Александр Богомолецтың улынан ишеттем. Украина ғалимдарының һуғыш ваҡытында Өфөлә йәшәүе тураһында хәтергә төшөрөп, ул атаһының трофик язваны һәм яралыларҙың өҙлөгөүен дауалау өсөн антиретикуляр цитотоксик сывороткаһын етештереү һәм файҙаланыуҙа Леонид Ав растың ярҙамы ҙур булыуын билдәләне. Ул ваҡытта Аврас Өфө мо торҙар эшләү заводының бүлек начальнигы булып эшләй. Богомолецтың сывороткаһы госпиталдә яугирҙарҙың йәрәхәттәре тиҙ уңалыуға булышлыҡ итә. Әммә уны етештереү өсөн донор ҡаны кәрәк була. Украин ғалимдарының үтенесе буйынса, Леонид
       Аврас заводтағы донорҙар өсөн өҫтәмә туҡланыу ойоштора, был
       уларҙың сәләмәтлеген тиҙ арала тергеҙеү мөмкинселеген бирә.
       Донорҙар йәһәтенән етешһеҙлек булмай. Башҡортостан госпиталдәрендәге яралылар һәм ауырыуҙарҙың барыһының да тип әйтерлек ғүмере һаҡлап алып ҡалына, уларҙың яртыһы ҡайтанан сафҡа баҫа.
       Был Социалистик Хеҙмәт Геройы, өс Ленин һәм башҡа ордендар кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре Леонид Федорович Аврастың биографияһының бер бәләкәй өлөшө генә ( 1907 йыл 17 ғинуар - 1986 йыл 2 июль).
       Беренсе сиратта Леонид Федорович тулы мәғәнәһендә бик талантлы инженер була. Хеҙмәт юлын слесарь булып башлай һәм ҙур завод директоры вазифаһына барып етә. Рабфак, авиация институтын тамамлай, Ҡазан, Ленинград авиация заводтарында инженер, бүлек, цех начальнигы, баш инженер урынбаҫары булып эшләй. Әммә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙмыш уны Өф өгә килтергәндән һуң, баш ҡалабыҙ уның өсөн тыуған ҡалаға әй ләнә.
       Ленинград заводы ҡорамалдары тейәлгән эшелон Өфөгә 1941 й ылдың авгусында килә. Невалағы ҡалала Аврастың механика цехы картерҙар, блоктар, корпус деталдәре эшләү менән шөғөлләнә. Был бик тә урынлы була, сөнки моторҙар эшләү заводында алюмин, бронза һәм башҡа төҫлө металдарҙан деталдәр сығарыу цехының артта ҡалыуы һиҙелә. Завод директоры Баландин Аврасты цех начальнигы итеп тәғәйенләй,
       һәм 1941 йылдың октябренән 1942 йыл башына тиклем һуңғыһы ц ехты тотороҡло эшләүселәр рәтенә сығара.
       - Ул йылдарҙағы мотор төҙөүселәрҙең батырлығы һәм ҡыйыулығына һоҡланыуҙан туҡтамаясаҡмын, - тип һығымта яһай
       Өфөләге тәүге йылдарына Леонид Федорович. - "Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн!" - был һүҙҙәр тыл һалдаттар ы өсөн девиз ғына түгел, йәшәү нормаһы булып торҙо. Халыҡтың тәүлектәр буйына цехтан сыҡмаған ваҡыты булды. Ә бит күпселе к кадрҙағы эшселәр түгел, уларҙың ҡатындары һәм балаларынан тора. Уларҙың фашизм менән үҙ иҫәп - хисабы һәм токарь, фрезер һәм слесарь верстактары янынан үткән үҙ фронт һыҙығы,
       үҙ һөжүмдәре һәм еңеүҙәре булды. Фронт тылы менән көслө булһа, тыл фронттан илһам алды.
       Иң юғары хөкүмәт наградалары бөгөн моторҙар эшләү заводының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы уңыштары һәм ҡаҙаныштары тураһында һөйләй. Предприятиеның Бөйөк Еңеүгә ин дергән өлөшө Ленин һәм Ҡыҙыл байраҡ ордендары менән билдәләнгән.
       Мотор төҙөүселәр 1943 йылдан башлап һәр ваҡыт наградланып
       килгән Дәүләт Оборона Комитетының Ҡыҙыл байрағы уларға мәңгелеккә һаҡлауға тапшырылған.
       Аврастың моторҙар эшләү заводында цех начальнигы, баш инженер, директор урынбаҫары сифатында эшләү осоронда бик кү п эштәр башҡарыла. Заводта яңы моторҙар серияһын сығарыу яйғ а һалына, яңы техника, технологик процестар индереү буйынса саралар үткәрелә, металл сығымы кәметелә.
       Өфө моторҙар заводында Аврастың үҙенсәлекле батырлыҡ күрһәтеүе хаҡында бөгөн бик аҙҙар ғына белә.
       Завод коллективы планды үтәй. Әммә бәлә икенсе яҡтан яҡынлаша. 1943 йылда эшселәрҙе туҡландырыу йәһәтенән проблема киҫкенләшә. Аслыҡтан иҫ юғалтыу, дистрофия осраҡтары йышая башлай. Завод директоры Василий Баландин инженер Аврастың талантын юғары баһалай, әммә туҡланыу бүлеге үҙ бурыстарын башҡара алмау сәбәпле, көтмәгәндә Леонид Аврас бер нисә мең кешелек коллектив өсөн туҡланыу бүлеге начальнигына әйләнә. Дөрөҫ, тәүге мөмкинселек
       барлыҡҡа килеү менән директор уны производствоға ҡайтарырға
       вәғәҙә бирә, һәм үҙ һүҙенә тоғро ҡала.
       Аврас аҙыҡ - түлекте таратыуҙы шәхси контролгә ала, типографияла туҡланыуға талондар баҫтыра, улар өсөн аҙыҡ бирелеүен күҙәтә. Ә продукт бик күп кәрәк була, әлбиттә. Ашханаларҙа көн һайын 35 мең төшкө аш әҙерләнә. Быға 2500 килограмм ит һәм 12 тонна картуф тотонола. Республика колхоздары ярҙамға килә. Берекмә музейында һәүәҫкәр рәссамдың һүрәттәре һаҡлана: эшселәр Ҡалтасы, Яңауыл
       райондарынан, Николо - Березовканан килгән аҙыҡ - түлек ылауҙарын ҡаршылай. Быны Аврас ойоштора. Заводҡа бер нисә
       совхоз беркетелә. Эшселәрҙең ярҙамсы хужалыҡтары, йәшелсә б аҡсалары барлыҡҡа килә. Заводҡа 150 мышы атып алырға
       лицензия бирелә, балыҡсылар бригадалары төҙөлә...
       Стахановса, эш сәғәтенән һуң да заводта ҡалып эште дауам иткәндәргә паекты арттырыу мөмкинселеге барлыҡҡа килә. Беҙ уҡыусыларға "Микоян өҫтәмәһе" хаҡында һөйләгәйнек инде.
       Завод етәкселеге дистрофия менән ауырығандар өсөн үҙ территорияһында госпиталь аса, хәлһеҙҙәргә өҫтәмә туҡланыу мөмкинселектәре табырға тырыша.
       Күптән көткән Еңеү көнө килә. Инженер вазифаһына әйләнеп ҡайтыу мөмкинселеге тыуа. 1958 йылда Аврас Башҡорт совнархозы рәйесе урынбаҫары булып, ә 1963 йылда - Ленин районында машиналар төҙөү предприятиеһы ( бөгөн "Прогресс" п роизводство берекмәһе) директоры булып эшләй башлай һәм
       1974 йылда лайыҡлы ялға сыҡҡансы ошо урында эшләй. 1971 йылда уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
       Леонид Федорович Аврас Көньяҡ зыяратта Дан аллеяһында ерләнгән. Ҡәберендә асыҡ һоро мәрмәрҙән 1,5 метрлыҡ стела ҡуйылған. Уның юғары өлөшөндә, һул яҡта - Алтын Йондоҙ һүрәт е, үҙәктә, ҡара гранит пластинала геройҙың портреты төшөрөлг ән. Обелискының нигеҙендә сәскәләр өсөн мәрмәрҙән декоратив ваза беркетелгән.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал