6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Инвесторҙарҙы "тәҙрә" көтә
17.01.07


       БР Президенты эргәһендәге Стратегик эшләнмәләр үҙәгенең
       эшмәкәрлеге (етәксеһе Андрей Назаров), атап әйткәндә, эшҡыуарлыҡ инициативаһының үҫеше, инвестициялар йәлеп итеү һ әм инновацияларҙы үҫтереүгә ҡорола. Үҙәк бер йыл тирәһе эшләй, һәм был ваҡыт эсендә ул күп төрлө саралар үткәрергә өлгөргән дә инде. Башҡортостан Республикаһында Халыҡ - ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтте, республиканың он - ярма етештереү тармағын реформалаштырыу концепцияһы булдырылды, төбәктә ин вестицион хәлде яҡшыртыуға бәйле норматив - хоҡуҡи акттар өҫ төндә эш алып барыла, инновациялар инфраструктураһы үҫеше программаһы эшләнде. Өфөлә ике бизнес - инкубатор булдырыла, был маҡсатҡа 42 миллион һум ( шул иҫәптән 19 миллион һум - федераль бюджеттан) бүленгән.
       Ошо көндәрҙә Өфөлә "БР Президенты эргәһендәге стратегик эшләнмәләр үҙәге" дәүләт учреждениеһының Попечителлек советы үҙенең икенсе ултырышын үткәрҙе. Совет үҙәктең үткән йылдағы эшмәкәрлеген баһаларға тейеш ине. Ултырышты республика президенты Хакимәте етәксеһе Радий Хәбиров алып б арҙы. Ултырышта ҡатнашыу өсөн РФ Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников саҡырылды. Сарала шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫарҙары - республиканың сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров, финанс министры Айрат Ғәскәров, мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Раил Сарбаев, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ ми нистры Борис Колбин һәм башҡалар ҡатнашты.
       Совет ағзалары Назаровтың үткән йылдағы эшмәкәрлек тураһындағы докладын һәм яңы йылға пландарын тыңланы. Әгәр 2 006 йылда төп бурыс эшҡыуарлыҡ инициативаларын үҫтереү булһа, 2007 йылда инвесторҙар менән эш, инвестициялар өсөн уңайлы процедуралар булдырыу беренсе планға сыға. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда инвесторҙар йәлеп итеү концепцияһын т өҙөүгә ҙур иғтибар бирелә. Шәхси эшҡыуарлыҡ - дәүләт партнерлығы ойошторолорға һәм инвесторҙар өсөн "бер тәҙрә" системаһы индерелергә тейеш, һуңғыһы инвестициялауҙа мөмкин булған хәүефтәрҙе сикләү мөмкинселеген бирә. Андрей Н азаров быйылғы йылдың тәүге яртыһында был проектты республиканың инвесторҙарҙы айырыуса йәлеп итеүсе баш ҡалаһында "һынап ҡарау" планлаштырылыуы хаҡында һөйләне. Артабан был принцип Башҡортостандың башҡа ҡала һәм райондарында ла индереләсәк. Шулай уҡ ул Башҡортостандың инвесторҙар йәлеп итеү буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында, Рәсәй буйынса - икенсе урында тороуын билдәләне.
       Әгәр инвесторҙар менән эш уңышлы дауам итһә, 2015 йылға, Назаров ышаныуынса, БР иҡтисади үҫеш һәм халыҡтың йәшәйеш ки мәлен күтәреү буйынса Рәсәй лидерҙары исемлегенә инәсәк.
       Назаровтың сығышынан һуң Совет ағзалары фекерҙәре менән у ртаҡлашты һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Дөйөм алғанда, Үҙәктең эше яҡшы баһаланды, тик БР Хөкүмәте һәм БР Фәндәр академияһы менән үҙ - ара бәйләнеште нығытырға кәңәш бирелде. Бизнес - инкубатор эшмәкәрлегенең дә бик үк ҡәнәғәтләнерлек булмауын иҫкә төшөрөп киттеләр.
       Шәхси эшҡыуарлыҡ - дәүләт партнерлығы үҫешенә бәйле мәсьәлә бәхәс тыуҙырҙы. 1991 йылда Ельцин был партнерлыҡты тыйыу тураһындағы указына ҡул ҡуйғайны. Әммә, ултырышта ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, был указ шәхси секторҙың аяҡҡа б аҫыуында үҙ ролен уйнаны һәм уның хәҙер кәрәге юҡ. Тимәк, хеҙмәттәшлектең был төрө йәшәргә хоҡуҡлы тигән һүҙ.
       Шулай уҡ "бер тәҙрә" системаһын индереүҙә ярҙам күрһәтеү өсөн Ведомство - ара эш комиссияһы төҙөү мәсьәләһе ҡаралды. Ә Стратегик эшләнмәләр үҙәге алдында закондар сығарыу эшмәкәрлегенә бәйле эштең байтаҡ булыуын күҙ уңында тотоп, Попечителлек советы составына БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай вәкилен индерергә тәҡдим ителде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал