6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Әсәлек капиталы тураһында
17.01.07


       Ҡатын - ҡыҙҙарҙың күпселеге утыҙ йәшкә тиклем бер бала табырға өлгөрә. Кемдер икенсеһен, хатта өсөнсө - дүртенсеһен
       алып ҡайтырға ла батырсылыҡ итә... Өҫтәүенә РФ Президенты Владимир Путин әсәлек капиталы тураһындағы Законға ҡул ҡуйып, бөйөк илебеҙҙең киләсәге хаҡында хәстәрлек күрҙе. Йәғни, президент үҙе үк беҙгә бала табырға ҡуша тигән һүҙ.
       Әсәлек капиталы тураһындағы Закон Рәсәйҙә быйылғы йылдың беренсе ғинуарында үҙ көсөнә инде. Һәм 9 ғинуарҙан башлап РФ
       Пенсия фонды яңы йылда икенсе балаһын тапҡан, йәғни, 250 мең һум күләмендәге капиталын алырға хоҡуҡлы әсәләрҙән ғариза ҡабул итә башланы ла инде.
       Яңы йылға тиклем бер нисә минут ҡалғанда ғына сабыйҙарын ҡулына алған, тимәк, президент тарафынан вәғәҙә ителгән сумманы алыу мөмкинселегенән мәхрүм ҡалған әсәләрҙең үкенес тойғоһо аңлашыла. 2006 йылдың 31 декабрендә, 23 сәғәт 55 минутта донъяға килгән йән эйәһе 2007 йылдың 00 сәғәт 00 минутында тыуған баланан бер нимәһе менән дә кәм түгел дә би т... Рәсәй матбуғатында күп кенә йөклө ҡатындарҙың яңы йыл етеүен көтөп, хатта "тиҙ ярҙам" машинаһын да саҡыртмауҙары хаҡында хәбәр ителде...
       Рәсәйҙә әсәлек капиталына дәғүә итеүселәрҙең федераль исемлеген төҙөү ышанып тапшырылған Пенсия фонды күҙаллауы бу йынса, 2007 йылда Рәсәйҙә 600 меңгә яҡын "икенсе" бала тыуасаҡ. Өфөләге бала табыу йорттарының береһендә яңы йыл төнөндә ике игеҙәк малай донъяға килгән. Уларҙың тәүгеһе 200 6 йылдың 31 декабрендә 23 сәғәт 40 минутта (!), уның туғаны 35
       минут үткәс, йәғни яңы, 2007 йылда, тыуған.
       Шулай итеп, әсәлек капиталы тураһында нимәне белеү мөһим.
       Ҡәҙерле әсәйҙәр һәм атайҙар, 2007 йылдың 1 ғинуарынан һәм 2015 йылдың 31 декабренә тиклем Рәсәйҙең ғаиләләге икенсе балаларын тапҡан йәки балалыҡҡа алған ҡатын - ҡыҙҙары Пенсия
       фонды сертификаты формаһында 250 мең һум алыу хоҡуғына эйә була.
       Бала тыуғандан (балалыҡҡа алынғандан) һуң өс йыл дауамынд а аҡса бирелеүен раҫлаусы дәүләт сертификатын икенсе баланың
       әсәһенән тыш (әгәр ҡатын вафат булһа йәки әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителһә), уның атаһы (балалыҡҡа алыусы) алырға хоҡуҡлы . Бала балиғ булыу йәшенә еткәнгә тиклем етем ҡалһа ( йәки
       23 йәшкә тиклем, көндөҙгө бүлектә белем алыу шарт булып тор а), шулай уҡ әсәлек йәки ғаилә капиталына дәғүә итә ала.
       Сертификат алыу өсөн Пенсия фондына алып килергә кәрәк булған документтар күп түгел: шәхесте танытыусы, йәшәгән урынын һәм ғариза биреүсенең гражданлығын раҫлаусы документ (паспорт һ.б.). Шулай уҡ баланың тыуыуын ( балалыҡҡ а алыныуын) раҫлаусы документ кәрәк - тыуыу танытмаһы, судты ң балалыҡҡа биреү тураһындағы ҡарары булырға мөмкин.
       Әгәр ғаилә капиталына атай кеше дәғүә итә икән, уға балан ың әсәһе юҡлығын (үлемен, әсәлек хоҡуҡтарынан мәхрүм ителеүе н) күрһәтеүсе документтар кәрәк буласаҡ.
       Ғариза биреүсе сифатында бала сығыш яһаһа, унан ата - әсә һе юҡлығын документаль раҫлау талап ителә.
       Пенсия фондында икенсе баланың ғына түгел, тәүгеһенең тыуыуын (балалыҡҡа алыныуын) раҫлаусы документтарҙы ла үҙең менән алырға кәңәш итәләр. Кәрәк тип тапһа, Пенсия фонды башҡа документтар талап итергә хоҡуҡлы.
       Һәм Пенсия фондында бер ай дауамында мөрәжәғәт итеүсегә капитал биреү мәсьәләһе хәл ителә, ҡарар ҡабул ителеүе хаҡында уға "әсәлек хаты" аша хәбәр ителәсәк.
       Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре ата - әсәләргә әсәлек капиталы на ғариза яҙырға ашыҡмаҫҡа (бала тыуғандан һуң шунда уҡ яҙыусылар бар) кәңәш итә. Аҡса ғариза яҙыу ваҡытына ҡарап бирелмәй.
       Закон сығарыусыларҙың, инфляцияға бәйле, йыл һайын әсәлек (ғаилә) капиталы күләмен индексациялау тураһында ҡарар ҡабул
       итәсәге лә мөһим. Иҫәпләүҙәр буйынса, 2010 йылға әсәлек капиталының күләме, индексацияны иҫәпкә алып, 250 меңдән
       300 меңгә тиклем артырға тейеш.
       Әсәнең Пенсия фондындағы иҫәбенән аҡсаның, әйтәйек, торлаҡ
       һатып алыу өсөн күсерелеү механизмының нескәлектәре менән РФ Хөкүмәте һуңынан таныштырасаҡ. Әлегә иһә балаға өс йәш тулғандан һуң ғына капитал менән файҙаланыу мөмкин буласағы хаҡында иҫкә төшөрәйек. Һәм ул билдәле маҡсатҡа тотонола: торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү, балаларға белем биреү өсөн йәк и тупланма пенсия сифатында.
       Әсәлек капиталына хоҡуҡ биреүсе дәүләт сертификаттарының беренсе партияһы Пенсия фондының төбәк бүлексәләренә февраль айында киләсәк. Башҡортостанда бөгөнгө көнгә ун өс әсә ғаилә капиталына дәғүә итеүен белдереп ғариза яҙған.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал