6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Алтынсы статья иң айығы
16.01.07


       Республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың тәүге пленар
       ултырышында көн тәртибенә 28 пункт һәм һигеҙ закон проекты инә. Улар туғыҙ ҙа була ала ине, тик Закондар сығарыу, дәүлә т төҙөлөшө һәм суд - хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса комитет Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил тураһындағы яңы закондың тексы өҫтөндәге эшен тамамлау өсөн бер айға кисектереүҙе һораны.
       Парламент спикеры Константин Толкачев Башҡортостан ҡануниәтенең бөгөнгө хәл - торошо һәм перспективалары тураһында ҙур доклад менән сығыш яһаны. Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышында ул документтың тексы өҫтөндә тәрән һә м ижади эшләүсе авторҙар коллективына рәхмәт белдерҙе. Бынан тыш доклад брошюра итеп эшләнеп, инде эш өсөн ҡулланма формаһында депутаттарҙың да, республиканың дәүләт х еҙмәткәрҙәренең дә өҫтәлдәренә ятасаҡ.
       Парламент тағы ла айырым суд участкаларында мировой судья
       вазифаһына һайлауға әйләнеп ҡайта. Бер нисә кандидатура Дәүләт Йыйылышының ҡырҡ өсөнсө ултырышына сығарыла. Нисек кенә булмаһын, был - республика парламентының закондар
       сығарыу инициативалары эҙемтәһе: Дәүләт Думаһы төбәктәрҙең тауышына ҡолаҡ һалып, федераль закон менән суд участкалары һ анын арттырҙы, тимәк мировой судьялар һаны ла артырға тейеш.
       Дәүләт Йыйылышының яҙғы сессияһында тәүге ултырыштағы икенсе - төп уҡыуҙарҙа депутаттар алты закон проектын ҡараяс аҡ. Һауа торошо ла яҙға яҡын тора, тип әйтергә мөмкин, тимәк
       метеорология ла закон сығарыусылар яҡлы. Парламентарийҙар Ағиҙел муниципалитетындағы коллегаларының инициативаһын хуплаһа, киске 23 сәғәттән иртәнге һигеҙгә тиклем 15 градуст ан да көслөрәк спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыласаҡ. Был үҙгә реш "Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм
       спиртлы продукция етештереү һәм һатыуҙағы әйләнеш
       өлкәһендә эшмәкәрлекте көйләү" законының алтынсы статьяһына төҙәтмәләр буйынса күҙ уңында тотола.
       Төбәктәрҙәге закон сығарыусыларҙың бындай хоҡуғы хаҡында
       "БАШвестЪ" хәбәр иткәйне инде. Кисен һәм төндәрен көслө алкоголле эмсемлектәр менән һатыу итеүҙе тыйыу кәрәклегенә ҡарата депутаттарҙың фекерҙәре ҡайһы ваҡыт бөтөнләй бер - береһенән айырыла. Әммә халыҡ араһында эскелектең артыуы һәм уның енәйәтселек һанының күбәйеүенә алып килеүенә ҡаршы көрәшеү өсөн ниндәйҙер сара күрергә кәрәклеге менән барыһы ла килешә.
       - Алкоголде иртәнге сәғәт 11 - ҙән һата башлауҙы рөхсәт и теп ҡараныҡ, хәҙер иртәнге һигеҙҙән башлап ҡарайыҡ. Ахыр сиктә, беҙ был өлкәлә эште яйға һалыу буйынса тәүге аҙымдарыбыҙҙы
       эшләйбеҙ, - тип һығымта яһаны Константин Толкачев.
       Икенсе революцион закон проекты "Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында" закондың 25 - се статьяһын үҙгәртә. Республика Хөкүмәте тәҡдиме буйынса парламент ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге е р өсөн түләү хаҡының күләмен билдәләй. Профилле комитет башлығы Зифҡәт Сәйетғәлиев әйтеүенсә, башҡаса ерҙе өлөшләтә мөлкәткә йәки кадастр хаҡынан түбәнерәк хаҡҡа тулыһынса шәхси файҙаланыу өсөн алыу мөмкинселеге булмаясаҡ.
       Президиум ултырышында ҡатнашыусылар ҙур теләк менән сессияның көн тәртибенә парламенттың Башҡортостан һәм Марий Эл Республикаһы Дәүләт Йыйылыштары араһында закондар сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек тураһындағы
       килешеүҙе раҫлаусы ҡарар проектын индерҙе. Беҙҙең закон сығарылыусыларҙың Рәсәйҙең тиҫтәләрсә төбәк парламенттары ме нән ошондай уҡ уңышлы дуҫтарса бәйләнештәр булдырыуы билдәле.
       Президиум ултырышы аҙағында спикер Константин Толкачев депутаттарҙы ғаилә, әсәлек һәм аталыҡ, шулай уҡ етем балалар
       тураһында күптән түгел ҡабул ителгән закондар буйынса әүҙемерәк эшләргә саҡырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дәүләттең баланы уллыҡҡа алған һәм патронат ғаиләләрҙе дәртләндерергә тырышыуына ҡарамаҫтан, балалар йорттары һәм приюттарҙан ғаиләгә алынған балалар һаны ике йөҙҙән артмай әле. Башҡортостандың ошондай социаль учреждениеларында бөгөн ата - әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 18 меңгә яҡын бала йәшәй.
       Яҙғы сессияның беренсе пленар ултырышында, һис шикһеҙ, сәйәси йылға тағы бер тапҡыр йомғаҡ яһаласаҡ һәм яңы йылға бурыстар яңғыраясаҡ. Икенсе яҡтан, нәҡ 25 февралдә үтәсәк сессияла Мортаза Рәхимовтың Башҡортостан Республикаһы Президентының Башҡортостан халҡына һәм БР Дәүләт
       Йыйылышы - Ҡоролтайға яңы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһау их тималлығы ҙур.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал