6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ул алтынын бөртөкләп йыйҙы
16.01.07


       Бөгөн - башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хаммат улы Хамматовтың тыуған көнө. Билдәлелекте уға "Төнъяҡ амурҙары", "Бөртөкләп йыйыла алтын", "Аҡман - тоҡман", "Йәшенле йәй", "Юрғашты", "Руда" һәм башҡа романдары алып килде.
       Мин уның менән шәхсән аралашыу бәхетенә эйә булдым. Үткән
       быуаттың алтмышынсы йылдарында республиканың "Ленинец" (бөгөн "Молодежная газета" - ред.) гәзитендә хәбәрсе булып эшләгәндә, БР Эске эштәр министрлығының бүлек начальнигы Яныбай Хамматов менән хеҙмәттәшлек итергә тура килде. Ул ваҡытта яҙыусы тәүге "Бөртөкләп йыйыла алтын" романы
       өҫтөндә эшләй ине...
       Тарихи темаға яҙыусыларҙы лайыҡлы рәүештә халыҡ тормошо й ылъяҙмасылары тип атайҙар. Яныбай Хамматов та улар
       иҫәбендә. Романдарын урыҫ теленә яҙыусылар Елизар Мальцев һ әм Виталий Василевский тәржемә итә. Улар тураһында Рәсәйҙә л ә мәғлүм була. Мәскәү яҙыусыһы Виктор Тельпугов авторға хатында былай тип яҙа:
       "Ҡәҙерле Яныбай!
       "Советский писатель" нәшриәтендә сыҡҡан "Төньяҡ амурҙары" эпопеяһын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡтым. Бик шәп әҫәр! Ми н башҡорт полктарының 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашыуы һәм уларҙың Европа илдәрен таң ҡалдырырлыҡ батырлыҡ күрһәтеүе тураһында белмәгәйнем. Китаптың йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә әһәмиәте ҙур буласаҡ..."
       Композитор Заһир Исмәғилев китапҡа юғары баһа бирә: "Яныбай Хамматовтың дилогияһын "Война и мир" романының башҡортса варианты тип һанайым. Беҙҙә 1812 йылғы Ватан һуғышы хаҡында башҡаса китап юҡ һәм булмаясаҡ та".
       Хамматовтың романдары башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына и нә. Ғүмеренең дауамы буйына яҙыусы алтынды бөртөкләп йыя.
       Яныбай Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында Белорет районы Иҫмәкәй ауылында донъяға килә ( 2000 йылдың 28 ғинуарында вафат була). Йәш сағынан уҡ Юғары Әүжән приискыһында ябай алтын йыуыусы, бригадир булып эшләй.
       Ижади биографияһының серҙәре тураһында Яныбай Хамматов "Ленинец" гәзитенә бәйән итә.
       - Бишенсе синыфтан шиғырҙар ижад итә башланым. Хатта гәзиткә лә ебәрҙем... Һәм шағир Яҡуп Ҡолмойҙан яуап алып бик
       ҡыуандым. Дөрөҫ, ул шиғырҙың етешһеҙлектәрен билдәләгән, рифмаларымды юлдағы соҡор - саҡыр аша үтеү менән сағыштырған һәм шиғырҙы гәзиттә баҫа алмауҙары хаҡында яҙған ине.
       1946 йылда армиянан тыуған Белорет районыма ҡайттым. Район гәзитенә эшкә саҡырҙылар. Әммә райком комсомолына иҫәпкә торорға барғас, аппаратта ойоштороу бүлеге мөдире ите п ҡалдырҙылар. Шул осорҙа мин тағы ла шиғырҙарымды гәзиткә ебәреп ҡараным һәм Баязит Бикбайҙан яуап алдым. Унда минең к еүек шағирҙарҙың бик күп булыуы тураһында яҙылған һәм комсомол тормошо тураһында мәҡәләләр яҙырға кәңәш ителгән ин е. Шунан һуң шиғырҙар яҙылған 20 дәфтәремде яндырҙым һәм баш ҡаса был жанрға тотонманым. Бер аҙҙан мине Белореттың комсомол райкомына беренсе секретарь итеп һайланылар. Шул ваҡыттан алып ҡыҫҡа хикәйәләр, очерктар яҙа башланым, алтын йыуыусыларҙың эше тураһында яҙырға план ҡорҙом.
       ... Мин алтын йыуыусыларға ете йәшемдән ярҙам итә башланым . Иң ҡыҙыҡлыһы уларҙың кистәрен усаҡ тирәләй йыйылып төрлө тарихтар һөйләүе ине. Мин приискыла канатчик та, лебедчик та , забойсы ярҙамсыһы ла, бригадир ҙа, хатта "Партизан" артеле рәйесе булып та эшләнем. Былар барыһы ла армияға тиклем булды. 1949 йылда комсомол обкомына эшкә саҡырҙылар, шул уҡ йылда "Башзолото" тресының сәйәсәт бүлеге начальнигы урынбаҫары булып эшләй башланым. Был тресҡа республиканың ба рлыҡ приискылары, алтын рудниктары буйһона ине. Бына шул ваҡ ытта буласаҡ роман өсөн материал йыйыла башланы ла инде. Шул
       уҡ ваҡытта ситтән тороп пединституттың тарих факультетын, һ уңынан Юғары партия мәктәбен тамамланым һәм КПСС обкомы секр етары булып эшләй башланым.
       Архив материалдарын өйрәндем. Ул осорҙағы эш менән бәйле күп кенә эпизодтар "Руда" романына инде. Ә 1955 йылда "Бөртөкләп йыйыла алтын" романына тотондом. Дөрөҫ, уны тиҙ арала тамамлап булманы, райисполком рәйесе итеп Әбйәлил районына ебәрҙеләр.
       Эшемде намыҫлы башҡарһам да, күңел һәр ваҡыт әҙәбиәткә тартылды. Тәүге мөмкинселек барлыҡҡа килгәс үк Әбйәлилдән Өфөгә киттем.
       Һәм 1965 йылда "Бөртөкләп йыйыла алтын" романы "Ағиҙел" журналында баҫылып сыҡты. Дөрөҫ, башта уны сығарырға теләмәнеләр: миңә ул ваҡытта 40 йәш ине, һәм береһе лә был йәштә әҙәбиәткә килеү мөмкинлегенә ышанманы.
       Әммә роман тәнҡитселәрҙең яҡшы баһаһына лайыҡ булды һәм т иҙҙән "Советский писатель" нәшриәтендә донъя күрҙе.
       Алтын эҙләүселәр тураһындағы икенсе, "Аҡман - тоҡман" романы республикала һәм Мәскәүҙә баҫылып сыҡты, һуңынан уны 150 мең тиражда сығарҙылар.
       1974 йылда "Бөртөкләп йыйыла алтын" һәм "Аҡман - тоҡман" романдарына эшсе синыф тураһында иң яҡшы художество әҫәрҙәре булараҡ, ВЦСПС һәм СССР - ҙың Яҙыусылар союзы
       премиялары бирелде.
       Башҡортостанда Совет власы барлыҡҡа килеүенә арналған "Йәшенле йәй" романы ике тапҡыр нәшер ителде. Алтын йыуыусылар хаҡындағы "Юрғашты" китабы аяҡҡа баҫыу осоро тураһында бәйән итте. Пенталогияны "Руда" романы тамамланы. Ул инде минең геройҙарымдың балалары, бөгөнгө йәштәр тураһында һөйләй. Һәм Ғәйзулланың ғына образы биш китап аша ла үтә. Тәүге китапта ул үҫмер ине, "Руда" романында иһә ул бай тормош тәжрибәһенә эйә булған өлкән таусы.
       Ижади емешлелеге менән барыһын да хайран ҡалдырған яҙыусының феномены артында нимә тороуы хаҡында уның ҡыҙы Гүз әл Хамматова һөйләй:
       - Ижад өсөн юғалтылған йылдарын ҡыуып етеү өсөн атайым
       ысынлап та өсләтә күберәк эшләне, күптән килгән пландарын бойомға ашырырға ашыҡты. Әҙәбиәткә ул йәш романтик шағир түгел, ә биографияһы һәм тормош тәжрибәһе бик бай, күп төрлө
       материалдарға эйә булған 40 йәшлек олпат ир булып килә.
       Тәбиғәте буйынса бик теремек, хис - тойғоға бай, һөйләшер гә
       яратыусы, комсомол һәм партияла эшләгән йылдарында халыҡ менән аралашырға өйрәнгән атайым яҙыусыға әйләнгәс, башы - аяғы менән ижадҡа сумды, яңғыҙ ҡалыуҙы хуп күрҙе. Был хеҙмәт
       уның тормош мәғәнәһенә әүерелде. Уның китаптары - күктән төшкән бүләк түгел, ә иҫ киткес тырышлыҡ талап иткән фиҙакәр хеҙмәт, күҙҙәре һәм мейеһе, сәләмәтлеге өсөн йонсотҡос, алһы ҙ - ялһыҙ эш һөҙөмтәһе ул. Яҙыусы Яныбай Хамматовтың феномены ошонан ғибәрәт.
       Атайымдың тағы бер һүҙе: "Мин ҡайһы яғым менән башҡаларҙан яҡшыраҡ". Ул тормоштан төрлө уңайлылыҡтар талап итмәне, булғаны менән ҡәнәғәтләнә белде. "Миңә иң кәрәге - яҙыу өҫтәле, ултырғыс, ҡағыҙ - ҡәләм һәм ҡамасауламаһындар ине... ", - ти торғайны атайым.
       Әҙәби эшмәкәрлек йылдарында Яныбай Хамматов 17 ҙур күләмле роман, бер нисә повесть, автобиографик әҫәрҙәр яҙған . Бөтәһе илленән ашыу китап сығарған. Уларҙың барыһының да исемдәрен генә һанап сығыуы ла ҡыйын.
       Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Яныбай Х аммат улы Хамматовҡа 1994 йылда Башҡортостан
       Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы би релә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал