6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Депутат колонияла һәм тикшереү изоляторында булып китте
16.01.07


       - Рәсәйҙә төрлө сәбәптәр буйынса иректән мәхрүм итеү урындарына эләккән хөкөм ителеүселәргә йәшәү өсөн ярарлыҡ шарттар тыуҙырыу өсөн резервтар бик күп. Нисек кенә булмаһын , яза биреү шәхесте ниндәйҙер йәбергә дусар итеүгә түгел, ә нәҡ иркенән мәхрүм итеүгә ҡайтып ҡала, - тине ошо көндәрҙә Ө фөлә булып киткән сағында РФ Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников. Башҡортостанда уның иғтибарын 9 - сы һанлы холоҡ төҙәтеү колонияһы һәм 1 - се һанлы тикшер еү изоляторы йәлеп итте. Экскурсия ваҡытында Мәскәү ҡунағын Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең БР буйынса баш идаралығынач альнигы Виктор Шалыгин оҙатып йөрөнө.
       Бөгөн лимит 1650 кеше тәшкил иткән 9 - сы холоҡ төҙәтеү колонияһында 1620 кеше ултыра. Павел Крашенинников беренсе с иратта штраф изоляторында булып, камера тибындағы урында йәшәү шарттары менән танышты. Төрлө шелтә алған хөкөм ителеүселәр яза сифатында ошонда урынлаштырыла. Артабан Дума комитеты башлығы Башҡортостандың пенитенциар учреждениеларында етештерелгән продукциялар күргәҙмәһенә юл тотто. Бөгөнгө көндә республикала сәнскеле тимер сыбыҡ артында туғыҙ сәнәғәт предприятиеһы эшләй, уларҙың төп тармаҡтары - металл һәм ағас эшкәртеү, тегеү производствоһы.
       9 - сы холоҡ төҙәтеү колонияһына килгәндә, 2006 йылда бында
       146 миллион һумлыҡ тауар продукцияһы етештерелгән - был
       ведомство бүлексәләре тарафынан етештерелгән продукция күләменең өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Колония начальнигы Михаил Хижов билдәләүенсә, быйылғы йылда етештереү күләмен 1 0 - 12 процентҡа арттырыу өсөн бөтә мөмкинселектәр ҙә бар.
       "Девятка" беренсе сиратта үҙенең суйындан ҡойоп яһалған әйберҙәре менән дан тота, шуға күрә Крашенинников ҡойоу
       цехын иғтибарҙан ситтә ҡалдыра алманы, һәм күргәнен "тәьҫир
       ҡалдырырлыҡ" тип баһаланы. Канализация люктары, мейестәр, ҡоймалар һ. б. "Дауыл" маркаһы аҫтында сығарыла. Продукция Рәсәйҙә генә түгел, күршеләрҙә лә ҙур һорау менән файҙаланыл а. Михаил Хижовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, был производствола эшләүсе хөкөм ителеүселәрҙең эш хаҡы колонияла иң юғарыларҙан һанала - айына алты - һигеҙ мең һум самаһы. Эш
       хаҡы уларҙың иҫәбенә яҙыла бара, аҡса иреккә сыҡҡанда ҡулға
       бирелә. Шулай уҡ хөкөм ителеүселәр эш хаҡын иреккә - туғандарына ебәрә ала. Колониялағы хөкөм ителеүселәрҙең 40 процент тирәһе түләүле эшкә йәлеп ителгән. Учреждениелар буйынса дөйөм алғанда, был һан аҙыраҡ - егерме проценттан ашыу тәшкил итә. Иректән мәхрүм итеү урындарында түләүле эш урындарына бәйле проблема 1990 йылдар уртаһында, пенитенциарийҙар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүсе дәүләт сәнәғәт предприятиеларының етештереү кимәле ҡырҡа түбәнәйгәндән һуң барлыҡҡа килгән. Шәхси эшҡыуарҙарға үҙ
       производствоһын сәнскеле тимер сыбыҡ артында урынлаштырыу о тошло түгел: ҡасандыр был уларға ҡайһы бер һалымдарҙан азат ителеү мөмкинселеген бирә ине, хәҙер был льготалар юҡҡа сыҡты.
       СИЗО - ла рәсми ҡунаҡ күптән түгел генә асылған 6 - сы һа нлы режим корпусында булды: реконструкциянан һуң ике ҡатлы б ина дүрт ҡатлы итеп үҙгәртелгән, был саманан тыш тулы изолят орҙы бер аҙ бушатырға мөмкинселек бирә. Павел Крашенинников бер нисә камераға күҙ һалды, тикшереү аҫтындағылар менән
       аралашты, һуңғылары уға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын б иреү йәки ялыу менән мөрәжәғәт итеү мөмкинселегенә эйә булды. Медпунктты, душ бүлмәһен ҡарағандан һуң, депутат корпус начальнигының кабинетына йүнәлде һәм яңы видео күҙәтеү системаһы менән танышты. Заманса система бер юлы бөтә камераларҙы ла күҙәтеү аҫтында тотоуҙы, контролерҙар хеҙмәтен тикшереүҙе һ.б. тәьмин итә. Өр - яңы аппаратура һаҡсылар етешмәүен ҡапларға ярҙам итә, һуңғыларының һаны, Виктор Шалыгин әйтеүенсә, тикшереү изоляторҙарының барыһында ла нормаға тап килмәй.
       Өфөлә күргәненең барыһына ла Павел Крашенинников юғары баһа бирҙе. Ул Дума комитетынан тыш Рәсәй енәйәт- хөкөм башҡарыу системаһының Попечителлек советына ла етәкселек итеүен журналистарҙың хәтеренә төшөрөп үтте, шуға күрә бындай учреждениеларҙа йыш булырға тура килә һәм сағыштырыу өсөн мөмкинселек бар, тине ул.
       - Беҙҙең Федераль яза башҡарыу хеҙмәте перманент реформа
       хәлендә ҡала, - тип белдерҙе Павел Крашенинников. - Иҫегеҙг ә төшөрөп үтәм, 1999 йылда уны Эске эштәр министрлығынан Минюстҡа тапшырҙылар, хәҙер ул үҙаллы орган. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, бында ФСИН учреждениеларында барыһы ла тәртиптә, ғәҙәттән тыш хәлдәр юҡ.
       Осрашыу аҙағында Крашенинников Виктор Шалыгинға "Батырлыҡ һәм гуманизм өсөн" миҙалын тапшырҙы. Яуап итеп генерал Шалыгин баш ҡала ҡунағына офицер ҡылысын бүләк итте.
       Беҙҙең белешмә. Башҡортостан территорияһында - Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта һәм Мәләүездә - 11 холоҡ төҙәтеү колонияһы эшләй: дүртәүһе дөйөм, алтауһы ҡаты һәм береһе айырыуса ҡаты режимда, ике колония - поселение, хөкөм ителгәндәр өсөн республика дауаханаһы, дауалау - холоҡ төҙәт еү учреждениеһы, балиғ булмағандар өсөн тәрбиә биреү колония һы эшләй. Башҡортостанда ҡатын - ҡыҙҙар колонияһы юҡ, әммә Стәрлетамаҡтағы колония эргәһендә 150 ҡатын - ҡыҙ өсөн корпу с бар. Дүрт меңгә яҡын шик аҫтындағы һәм ғәйепләнеүсе кешелә р биш тикшереү изоляторында - Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Дүртөйлөлә, Бөрөлә, Белоретта - һәм тикшереү изоляторҙары режимында эшләүсе башҡа биналарҙа үҙ тәҡдирен көтә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал