6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Ағымдағы йылға пландар етерлек
04.02.03


       Ҡыуып етергә һәм үтеп китергә - совет власы ваҡытында көн үҙәк булған был лозунгты бер ниндәй иронияһыҙ бөгөнгө Башҡор тостан сәнәғәтенә ҡарата ҡулланырға ла була. Тик үтеп китеү үҙебеҙгә ҡағыла, ә яҡшыртыу иһә - эш һөҙөмтәләренә. Бындай һ ығымта яһарға нигеҙ булып БР Хөкүмәте Премьер - министр уры нбаҫары, Сәнәғәт министры Сергей Ефремов һәм уның урынбаҫарҙ арының сығыштарында яңғыраған республика сәнәғәт комплексыны ң эш статистикаһы торҙо.
       Сығыштарҙа нимә яңғыраны һуң Үткән йыл һөҙөмтәләренән ҡә нәғәтлек тойғоһо. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ һәм һығымталар яһағыҙ . Үткән йылда республика сәнәғәтенең етештереү күләме 192,1 миллиард һум тәшкил иткән, үҫеш - 7,5 процент, әйткәндәй, һу ңғы өс йыл сағыштырғанда был иң юғары һан. Бынан сығып ярайһ ы уҡ яҡшы перспективалар күҙ алдына баҫа: әгәр бөгөн Башҡорт остан Рәсәйҙә 89 төбәк араһында 10 - сы урын биләй икән, ошо
       уҡ темпта дауам иткәндә күрше Свердловск һәм Силәбе өлкәләр ен дә артта ҡалдырыуыбыҙ ихтимал. Өҫтәүенә етештереү күләмдә рен арттырыу өсөн киңлектәр ҙә етерлек. Сергей Ефремов билдә ләүенсә, Башҡортостан сәнәғәте 2004 йылда һис һүҙһеҙ электро энергетикала 103,2 процент физик күләм индексын, яғыулыҡ сән әғәтендә - 100,2, химия һәм нефтехимия, машиналар төҙөү һәм металл эшкәртеүҙә - 114 процент, ҡара металлургияла - 110 пр оцент, төҫлө - 102, быяла һәм фарфор - фаянс - 110, еңел сән әғәттә - 110, медицинала - 115, урман һәм ағас эшкәртеү - 11 0 процент физик күләм индексын тәьмин итә ала. Һәр хәлдә БР Сәнәғәт министрлығы предприятие етәкселәре алдына тап ошо бу рыстарҙы ҡуйҙы.
       Дөйөм алғанда, бының өсөн мөмкинселектәр юҡ түгел: респу бликала килемһеҙ эшләүсе предприятиелар һаны 34,1 процентҡа тиклем ( 2,5 тапҡыр) ҡыҫҡартылған, уртаса эш хаҡы 5899 һумға
       ҡәҙәр күтәрелгән, шул уҡ ваҡытта үткән йыл эсендә эш хаҡы б уйынса тотҡарлыҡтар ҙа кәмегән.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, Башҡортстан сәнәғәт комплексының уңыштарҙан баш әйләнеүҙәргә юл ҡуйырға ваҡыты юҡ. БР Сәнәғәт
       министрлығы тарафынан ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөнд ә эщләргә кәрәк.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал