6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Берҙәм уйнарға өйрәнербеҙме
16.01.07


       Ниһәйәт! "Нефтяник Башкортостана" командаһы өсөн дә Рәсәй
       волейбол чемпионаты башланды!
       Тарихи осрашыу "Динамо" стадионының яңы уйын залында үтте. Юрий Маричевтың тәрбиәләнеүселәре Сургут районынан
       килгән "ЗСК - Газпром" командаһын ҡабул итте.
       Башта "Динамо" комплексының волейбол залы тураһында бер нисә һүҙ. Иркен фойе, гардероб, төрлө аш - һыу, туңдырма һатылыуы ҡыуандырҙы, әлбиттә, - барыһы ла кешеләрсә булырға тейеш. Ә бына зал үҙе күп төрлө һорауҙар тыуҙырҙы, беренсе сиратта - уның проектын кем эшләгән Бинаны бер ун - егерме метрға оҙонораҡ һәм киңерәк итеп эшләп булманымы икән ни Дүрт яҡтан да тамашасылар өсөн трибуналар ҡуйыу бер ҙә
       ҡамасауламаҫ ине. Бөгөн иһә унда алты - һигеҙ йөҙ кешелек б ер генә трибуна бар. Ғөмүмән, залды стадион тип түгел, уның кесе туғаны тип атарға мөмкин. Тағы ике күсермәле трибуна эш ләргә вәғәҙә итәләр ҙә бит, тик вәғәҙә өҫтөнә ултырып волейб ол ҡарап булмай шул.
       Волейболсылар өсөн зал ярайһы уҡ уңайлы. Майҙан иҙәненең
       заманса түшәлеүе һәм бейек түбә - маҡтауға лайыҡлы. Бер ген ә етешһеҙлек бар - пластик еҫе аңҡыуы сәбәпле залда тын алы уы ауыр, әммә вентиляцияны матчҡа тиклем үк бөтә көсөнә эшләткәндә, түҙергә мөмкин буласаҡ.
       Матчҡа тамашасылар, шул иҫәптән журналистар ҙа күп йыйылды,
       билдәле, урын барыһына ла етмәне. Журналистарға беркетелгән
       урындар тиҙ арала киң мәғлүмәт сараларына бер ҡатнашлығы ла
       булмаған кешеләр тарафынан биләп алынды. Ярай әле беҙҙең халыҡ түҙемле, матчты аяғүрә баҫып ҡарарға ла әҙерҙәр.
       Иң мөһим плюс - "Динамола" "Нефтяник Башҡортостана" клубының иҫке "ситлегенә" ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, әлбиттә. Тик тамашасылар өсөн дә бер нисә яңылыҡ индереү кәрәк. Беренсенән, ултырыу өсөн урындар күберәк булырға тейеш. Икенсенән, ярышҡа эләгеү өсөн ҙур булмаған түләү булһын ине (әйтәйек, өлкәндәрҙән иллешәр, балалар һәм пенсионерҙарҙан егермешәр һум), был унда осраҡлы кешеләр килеүен туҡтатасаҡ.
       Һәм, өсөнсөнән, стадион етәкселеге тәмәке тартыусылар тураһында ла хәстәрлек күрергә бурыслы. Тәнәфес ваҡытында уларҙы урамға сығарырға һәм бәҙрәфтә тартыуҙы тыйырға кәрәк.
       Иң уңайлы урындарҙы Сургуттан килгән көйәрмәндәр биләне. Был фанаттар трибунаның уртаһында, уйын майҙанына яҡыныраҡ у рынлашты. Нәҡ ошо иғтибарһыҙлығы өсөн ҡунаҡсыл ( йәки алдан күрә белмәгән) хужалар еңелеү кисерҙе лә инде, тип уйлайым мин. "ЗСК - Газпром үҙен өйөндәге күек тотто. Көйәрмәндәре лә уларҙан ҡалышманы.
       Күсмә фанаттарҙың булыуы үҙе үк ҡунаҡтар өсөн ҙур этәргес көс булып тора, ә бында улар үҙ командаһын айырыуса яҡланы. Сургуттарҙың барабан һуғыуҙары һәм геүләүҙәре, һис шикһеҙ, "нефтселәрҙең" хаталаныуына булышлыҡ итте.
       Улар беҙҙең клубтың төп йондоҙо - Алексей Казаковҡа ғына ҡамасаулай алманы. Туп уның ҡулына эләккәндә команда терелеп
       ҡала, мәрәйҙәр йыйыла башлай. Әммә был осрашыуҙа Казаковтың проблемаһы икенсе төрлө ине - ул да булһа тағы бе р йондоҙ, Андрей Жеков менән уйында берҙәмлектең булмауы.
       Күпселек командалар әүҙем күнекмәләр үткәндә, Башҡортостан
       "нефтселәренең" төп "үлтергес" деталдәре үҙ йыйылма командаларының намыҫын һаҡланы.
       Эш түбәндә: бәйләүсе звено үҙенең партнерҙарын тоя белер гә тейеш. Барлыҡ комбинациялар ҙа уның аша үтә, уйынды көйлә ү өсөн бер нисә ай үтеүе лә мөмкин. Ә команданың төп уйынсыһ ы партнерҙары менән уйынын ҡасан яйға һалырға тейеш ине һуң
       Финансҡа бәйле проблемалар "Нефтяник Башкортостана" клубының бәкәленә һиҙелерлек һуҡты, әлбиттә. Әгәр ҙә клуб контракттарҙы алданыраҡ төҙөй башлаһа, командала көслө уйынсылар һаны ла күбәйер, ә иң мөһиме, - "доигровкала" проблемалар булмаҫ ине.
       Уйындың икенсе өлөшөндә хәл көйләнә төштө. Аҙағы өфөлөләр
       өсөн айырыуса шәп булды, 25: 21, партиялар буйынса иҫәп - 1 : 1. Өсөнсө партияла "нефтселәр" "бәйҙән ысҡынды". Был юлы уларҙы туҡтатыу мөмкин түгел ине - 25: 19. Еңеү тураһында хыяллана башларға ла мөмкин. Ни бары дүртенсе сетты еңеү менән тамамларға кәрәк...
       Еңеү бик яҡын булыуына ҡарамаҫтан, уға өлгәшелмәне. Партияның башы тигеҙ барҙы, әммә артабан өфөлөләр ышаныслы рәүештә алға сыҡты. Был ситуацияла аҡ кейемдәге кешеләрҙең - судьяларҙың хатаһы барыһын да хәл итте. Иҫәп хужалар файҙаһына 21: 18 булғанда, "нефтселәр" уйынсыһының һ өжүменән һуң, туп бер үк ваҡытта селтәргә һәм блокта
       тороусының ҡулына тейҙе һәм аутҡа осто. Судья, күрәһең, хәл де аңлап еткермәйенсә, мәрәйҙе "төньяҡтарға" бирҙе, ә ул йөҙ процент өфөлөләргә эләгергә тейеш ине. Бәхәс ҡороу бер нисек
       тә ярҙам итә алманы, әлбиттә, әгәр ҙә дөрөҫ ҡарар ҡабул ите лһә, еңеүҙе кеҫәлә тип һанарға ла мөмкин булыр ине. Әммә мәр әй ҡунаҡтарға эләкте, һәм улар уңайлы мәлдән файҙаланып, артаба н йылдамлылығын туҡтатманы һәм был сетта еңеүгә өлгәште - 25 : 22.
       Бишенсе партияла "ЗСК - Газпром" ышаныслы рәүештә алға сыҡты һәм улар бер аяғы менән еңеүгә баҫҡанда, "нефтселәр" саҡ ҡына үҙҙәре өсөн ҡотҡарыу ойошторманы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көстәре етеңкерәмәне - 13: 15. "ЗСК - Газпром" Өфөнән
       еңеү менән ҡайтып китте - 3:2.
       Матчтан һуң "Нефтяник Башкортостана" командаһының төп дошманы Леонид Пьянов миңә "Энергетик" командаһы төшөрөлгән календарь һуҙҙы һәм былай тип белдерҙе:
       - Был - Команда, ә бөгөн күргәнең - йыйын әтрәгәләм.
       Был һүҙҙәр менән мин бөтөнләй килешмәйем. Әтрәгәләм донъя
       волейболының элитаһына инә алмай. Казаков һәм Жеков - йондоҙҙар, Ермаков - Рәсәй йыйылма командаһының икенсе бәйләүсе уйынсыһы. Терешин, хәйер, башҡалар ҙа бына тигән волейболсылар. Уларға бары тик берҙәм уйнарға өйрәнергә кәрәк, шул саҡта еңеү мотлаҡ киләсәк. Тик бына өлгөрөрҙәрме һуң "Регуляркаға" тиклем 10 уйын ҡала...
       Матчтан һуң мин ҡунаҡтарҙың тренеры Рафаэль Хәбибуллин
       янына килеп, уйынға комментарий биреүен һораным.
       - Уйынды насар башламаныҡ, тик икенсе сетта беҙҙең бәйләү се, минең улым Артур Хәбибуллиндың уйыны барманы. Өсөнсө партияла "нефтселәр" шәп уйнай башланы. Дүртенсе сетта беҙ,
       ниһәйәт, күп кенә алмаштырыуҙарҙан һуң кәрәкле составты билдәләнек. Ғөмүмән, чемпионат ҡыҫҡа ла, ауыр ҙа. Беҙ ситтә алты, өйҙә - биш уйын уйнайбыҙ. Үҙ майҙаныбыҙҙа яҡшыраҡ
       килеп сыға, әлбиттә.
       - Әммә һеҙ бөгөн дә өйҙәге кеүек уйнанығыҙ - көйәрмәндәр нисегерәк ярҙам итте бит!
       - Фанаттар - эйе. Мин майҙанға, яҡтылыҡҡа өйрәнеүҙе күҙ уңында тотам. Сургутта бөтәһе лә күңелгә яҡыныраҡ.
       - Ҡаршы уйнаусы команда хаҡында нимә әйтерһегеҙ
       - Бөгөнгө һәм үткән йылдағы "Нефтяникты" сағыштырғанда, һеҙҙең команда көсһөҙләнде. Команданан киткән Сиденко, Иванов, Хтей, Гуанторена - волейболдың ысын рәссамдары ине. Бөгөн уйнаусы егеттәр, шул уҡ Алексиев, Борозинец, Бакулинды
       алайыҡ, уларға бирешә.
       Киләһе матчты "Нефтяник Башкортостана" ситтә үткәрәсәк. 1 7 - һе өфөлөләр Испанияла "Уникая Арукасур" командаһына
       ҡаршы сыға.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал