6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

"Йондоҙло" каникулдар
15.01.07


       "Звездный" физкультура - һауыҡтырыу комплексында мин бер туҡтауһыҙ ял итергә әҙер. Тәүге тапҡыр унда 2000 йылда вожатый сифатында барғайным - "Звездныйҙың" балалар өсөн лагерь булған сағы. 2002 йылда уның статусын үҙгәрттеләр, хәҙер был гүзәл урында һәр кем матур итеп ял итә һәм, мөһиме , сәләмәтлеген нығыта ала...
       Тормош иптәшем менән беҙ унда йылына ике тапҡыр булабыҙ - йәйен һәм ҡышын. Был юлы яңы йыл каникулдарын "Звездныйҙа" ү ткәрергә булдыҡ.
       Бөрө тракты буйлап "иномаркала" комплексҡа барып еткәнсе ике сәғәт ярым тирәһе ваҡыт үтте. Автобуста юл күберәк ваҡыт ты биләй - дүрт сәғәт самаһы. Махсус автобус Өфөләге "Гастел ло" туҡталышынан иртәнге сәғәт туғыҙҙа юлға сыға. Ял урынына алы п барыу һәм кире алып ҡайтыуға 300 һум түләргә кәрәк буласаҡ . Әммә путевка хаҡында алданыраҡ хәстәрлек күрергә кәрәк. Уны УМПО - ның профкомында алырға мөмкин.
       "Звездный" Башҡортостандың иң матур урындарының береһе - Нуриман районының Павлов һыу һаҡлағысы эргәһендәге ярымутрауҙа урынлашҡан, уны өс яҡтан тыныс һыу өҫтө һәм кеше
       үткеһеҙ ылыҫлы урмандар үҫкән тауҙар уратып алған. Йәйен һауала төрлө үлән һәм сәскәләр, ҡышын - сихәтле коктейлде хәтерләткән ылыҫ еҫе аңҡый, һыу ҙа үтә күренмәле һәм таҙа.
       Үпкәләрҙе таҙартыу һәм ҡышҡы саф һауанан ләззәт алыу өсөн
       тау саңғыларында шыуып төшөргә кәңәш итәм. Батырсылығы етмәгән "сәйнүктәр" өсөн физкультура - һауыҡтырыу комплексында инструктор эшләй. Ике йыл элек мин дә улар
       араһында инем, әммә тәжрибәле саңғысы тау саңғыларында шыуыуҙың нескәлектәрен төшөндөрөп бирҙе. Баҡһаң, иң мөһиме -
       йығылыуҙан ҡурмаҫҡа икән. Күберәк ҡолаған һайын ҡурҡыу тойғоһо кәмей бара. "Звездныйҙа" тау саңғыларында шыуыу - үҙе бер ғүмер! Өҫтәүенә трассала бөтә шартар тыуҙырылған, кисен ул сәғәт унға тиклем яҡтыртыла. Күптән түгел бында саң ғы туптары килтерелгән, йәғни һауа торошо саңғыла шыуыу өсөн
       ҡамасаулыҡ була алмай. Тау саңғыларығыҙ булмаһа ла ҡайғырмағыҙ: бында уны костюм менән бергә прокатҡа алырға була. Әйткәндәй, башҡа комплекстарҙан айырмалы рәүештә, "Звездныйҙа" заманса һәм уңайлы аяҡ кейеменә аҡса йәлләмәйҙәр.
       Тауҙан шыуып төшөргә баҙнат итмәһәгеҙ, Павлов һыу һаҡлағысы
       буйлап сәйәхәткә сығырға мөмкин. Тәбиғәт - әкиәт! Айырыуса мине йыл әйләнәһенә өйрәктәр сумып уйнаған мөғжизәле күл хайран ҡалдыра.
       Саңғыла "донъя гиҙгәндә", Павловкала балыҡсыларға тап булыуығыҙ ихтимал. Улар өсөн махсус эшләнгән урындар бар, әгәр ҙә балыҡ һурпаһы менән һыйланырға теләйһегеҙ икән, рәхим итегеҙ. Уныһы ла ябай балыҡтарҙан ғына түгел, йәйендәр
       ҙә осрай.
       "Звездныйға" балыҡ тоторға Башҡортостандан ғына түгел, Һамар, Екатеринбург, Яр Саллынан да киләләр... Уларҙы йәйен һәм тәбиғәт матурлығынан тыш, үҙҙәре таныуынса, яҡшы хеҙмәтләндереү ҙә йәлеп итә икән. Уңайлы номерҙар,
       хеҙмәтләндереүсе персоналдың тәүге минуттан уҡ иғтибарлы һәм хәстәрлекле мөнәсәбәте рәхәтләнеп ял итеү мөмкинселеген арттыра.
       Йәшәүгә килгәндә, урынды Павлов һыу һаҡлағысына ҡараған ике уңайлы "Союз" һәм "Гондурас" корпустарынан һайлайһығыҙ. Ике урынлы номерҙар, люкс, апартаменттар бар. Ике урынлы бүлмәлә йәшәү һәм өс тапҡыр туҡланыу өсөн беҙ тәүлегенә бер кешенән 1500 һум түләнек.
       Туҡланыу ресторандағы кеүек. Әммә иң мөһиме - калориялар түгел, ә тәмле итеп әҙерләнгән аш - һыу һәм швед өҫтәле, һуңғыһы, аңлауығыҙса, төрлөлөгө менән ҡыуандыра. Бында ҡыҙыл ыуылдырыҡ та, емеш - еләк тә һ. б. бар. Өҫтәүенә ошонд а уҡ, физкультура - һауыҡтырыу территорияһында, тирмәләрҙә әҙерләнгән шешлек менән һыйланырға була. Саңғыла йөрөмәһәң -
       биш көн эсендә дүрт - биш килограмға һимереүеңде көт тә тор . Әммә беҙҙе был ҡурҡытманы, сөнки көн дә саңғыла шыуабыҙ, дискотекаларҙы ла ҡалдырманыҡ.
       Киске сәғәт ундан төнгө өскә тиклем дауам иткән дискотека нан тыш, бильярд, боулинг уйнап күңел асырға була. Көндөҙ - аэробикаға, тренажерҙар залына барып килергә, һуңынан - саунала тирләп, бассейнда сумып рәхәтләнергә мөмкин. Мунса
       сәғәтенә 1000 һумға төшә, унда бер юлы бер кешенән алты кешегә тиклем парлана ала. "Звездныйҙың" бай китапханаһы китаптар уҡып белемеңде арттырырға, DVD ҡарарға мөмкинселек бирә.
       Балалары менән килеүселәргә лә борсолоу өсөн урын юҡ, кескәйҙәр өсөн төрлө уйындар менән тәьмин ителгән махсус бүлмә бар. Өс йәшлек баланы 50 һум түләп бер сәғәткә ҡалдырырға мөмкин. Йәғни, физкультура - һауыҡтырыу комплексында буш ваҡытыңды нисек итеп үткәрергә тигән һорау тыумай, хәйер, бында буш ваҡыттың булыуы ла мөмкин түгел.

Лилиә Южная.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал