6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Баш конструкторға - йөҙ йәш
12.01.07


       Өфөлә, Сипайлово биҫтәһендә, академик Королев урамы бар. Тәүге ракета - космос системалары конструкторы хаҡында бөгөн йәшенә лә, ҡартына ла мәғлүм. Ә бит ҡасандыр уның исемен ҡысҡырып әйтеү ҙә тыйылған ваҡыттар бар ине.
       Сергей Павлович Королевтың ракета төҙөү өлкәһендәге эшмәкәрлеге космосҡа осоу тормошҡа ашҡыһыҙ хыял булған заманда уҡ башлана. Планета - ара осоштар тураһында китаптар
       күп баҫылыуына ҡарамаҫтан, уға етди әһәмиәт бирелмәй, ә авторҙар иһә фантазерҙарға тиң ҡабул ителә.
       Сергей Павлович Королев ( 1907 йыл 12 ғинуар - 1966 йыл 1 4 ғинуар) Украинала, Житомир ҡалаһында, уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. Одессала ике йыллыҡ профессиональ мәктәпте тамамлай, төҙөлөш эшсеһенә әйләнә - йорт түбәләре яба, столя р булып эшләй. 1924 йылда Киев политехник институтына уҡырға инә, икенсе курстан һуң Мәскәү юғары техник училищеһының аэромеханика факультетына күсә. Еңел моторлы самолет буйынса диплом проектын ул Андрей Туполев етәкселегендә
       әҙерләй. 1929 йылда училищены, 1930 йылда - Мәскәүҙәге осоусы - планерсылар мәктәбен тамамлай.
       Шулай ҙа авиация Королев өсөн тормош мәғәнәһенә әйләнмәй.
       Константин Циолковскийҙың хеҙмәттәре менән танышҡас, ул ракеталар төҙөргә ҡарар итә. МВТУ - ны бөткәндән һуң өс йылдан Королев реактив хәрәкәтте өйрәнеүселәр төркөмөн алып бара, тәүге совет ракеталарын осороуға етәкселек итә һәм үҙе н тулыһынса белемдең яңы һәм өйрәнелмәгән тармағы - ракета төҙөүгә арнай.
       Королев советтарҙың тәүге ракета планерын, ҡанатлы ракетаһын төҙөй, ауыр һуғыш йылдарында сериялы хәрби самолеттарҙа ракета тиҙләткестәренә һынау үткәрә.
       Һуғыштан һуң Королев алыҫҡа хәрәкәт итеүсе ракеталар төҙөүгә етәкселек итә, ә 1957 йылда СССР - ҙа күп быуынлы континент - ара ракетаға һынау үткәрелеүе тураһындағы хәбәр бөтә донъяны урап сыға.
       1957 йылдың 4 октябре кешелек тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Ул ваҡытта Королев етәкселегендә төҙөлгән ракета ярҙамында орбитаға Ерҙең тәүге яһалма юлдашы сығарыла.
       Уның етәкселеге аҫтында тәүге идара ителеүсе йыһан караптары төҙөлә, космосҡа осоу, караптан ирекле киңлеккә сығыу һәм карапты Ергә ҡайтарыу аппаратуралары эшләнә, Ерҙең "Электрон" һәм "Молния - 1" сериялы яһалма юлдаштары, "Космос" сериялы юлдаштар, "Зонд" сериялы планета - ара разведчиктарҙың тәүге экземплярҙары эшләнә. Ул беренсе булып  Айға, Венераға, Марсҡа, Ҡояшҡа йыһан аппараттары оҙата.
       1961 йылдың 12 апрелен хәтергә төшөрәйек.
       Юрий Гагариндың старты алдынан Королев һәм космодромдың и нженерҙар төркөмө йоҡлай алмай. Уларҙың береһе радиоалғыстан музыка эҙләй. Әммә эфирҙа төрлө телдәрҙә
       телмәрҙәр генә яңғырай.
       - Иртәгә улар нимә тип әйтер икән - ти кемдер.
       - Иртәгә, - тип яуаплай Королев, - барлыҡ тулҡындарҙа ла өс һүҙ: Советтар Союзы һәм Гагарин ғына яңғыраясаҡ.
       Фән һәм техниканың иң бөйөк ҡаҙанышы - кешелектең йыһан киңлеген үҙләштереү дәүерен асыу Ленин премияһы лауреаты, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, академик Королев исеме менән мәңгелеккә бәйле.
       Королевтың командаһында оҙаҡ йылдар буйына Нуриман районының Никольское ауылы кешеһе лә эшләй. Һуңғы йылдарҙа у л - Илларион Мартемьянович Хомяков - отставкалағы генерал - майор Өфө авиация институтында ( бөгөн ӨДАТУ) уҡыта.
       Һуғыштан һуң илебеҙ етәкселеге халыҡ хужалығы мәсьәләләре
       менән бергә стратегик бурысты ла хәл итеү өҫтөндә эшләй: яд ро ҡоралы буйынса артта ҡалыуҙы юҡҡа сығарырға. Өсөнсө бөтә донъя һуғышы хәүефе һаҡлана. 1946 йылда Капустин Ярҙа ( унда
       эшләүселәр Кап - яр тип кенә йөрөтә) ракета полигоны төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә.
       Һәм 1949 йылдан 1963 йылға тиклем Илларион Мартемьянович
       ошонда төрлө вазифаларҙа хеҙмәт итә, ғилми һәм тәжрибә үткәреү - һынау эштәре менән шөғөлләнә. Өлкән лейтенанттан полковникка тиклем барып етә.
       Кап - Ярҙа яңы ракета комплекстары менән бергә йыһан киңлеген тикшереү эше лә алып барыла. Шул ваҡытта Хомяков ракета - космос системаларының баш конструкторы Сергей Павлович Хомяков менән таныша ла инде. Ғалим ныҡыш холҡо менән айырылып тора. Әммә һәр кемдең, хатта ябай кешенең дә
       әйткән һүҙенә ҡолаҡ һала белә.
       Ә Хомяковтың бер рационализаторлыҡ тәҡдиме Сергей Павловичка шул тиклем оҡшай, хатта ул уның өсөн тост та күтә рә. 1955 йылда Илларион Мартемьянович үткәрелгән тикшереү ҙәр һөҙөмтәһе буйынса Дзержинский исемендәге Хәрби академиял а кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1957 йылдың 4 октябрендә
       Ерҙең тәүге яһалма юлдашы осорола. Был ваҡиғаға ҡатнашлығы булған кешеләрҙең шатлығы сикһеҙ була.
       Йыл ярымдан Хомяковты ғилми - тикшеренеү һәм тәжрибә - һынау эштәре буйынса космодром начальнигы урынбаҫары итеп Ба йконурға саҡыралар. Алда 1965 йыл. Экипаждар бер - бер артлы орбитаға сыға. Илларион Мартемьянович ракета - космос
       техникаһы осоштары менән 1974 йылға тиклем шөғөлләнә.
       1974 йылда запасҡа китеү алдынан Хомяков Өфө дәүләт авиация
       техник университетынан саҡырыу ала. Профессор исеменә лайыҡ була, авиация ҡорамалдары кафедраһына етәкселек итә.
       Бына шулай итеп беҙҙең яҡташтар ҙа йыһанға юл асыуҙа ҡатнаша.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал