6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Яҙмышың үҙ ҡулыңда
12.01.07


       Йәшәгән ти Катя исемле ҡыҙ, ата - әсәһе бер - береһен аңл ап, татыу көн иткәндә, уның да борсолорға сәбәбе булмаған.
       Катяға алты йәш тула, мәктәп тураһында уйларға ваҡыт. Тик бына бәлә: әсәһенең һүҙәренә ҡарағанда, ҡыҙ бик тә тыңлауһыҙ , үҙһүҙле, мыжыҡ. Һәм әсә кеше Катяны психологҡа алып килә: нимә эшләргә
       Һәм шул ваҡыт түбәндәге деталь асыҡлана: Катя ысын күңелдә н, балаларса бер ҡатлылыҡ менән атаһы менән әсәһенең айырылышыуында үҙен ғәйепле тоя икән. Ә ни өсөн, тигән һорауға былай тип яуаплай: "Мин тыуғанға тиклем төшкән фотоларын ҡараһам, бәхетле йылмайған ата - әсәйемде күрәм. Ә
       хәҙер улар һәр ваҡыт талаша. Һәм уларҙы туҡтатыр өсөн мин икенсе бүлмәгә инәм һәм әйберҙәрҙе иҙәнгә ырғыта башлайым, т ауыш сығарам. Улар, ниһәйәт, мине ишетә, ирешеүҙән туҡтай һәм яныма киләләр..."
       Күңелһеҙ тарих. Өҫтәүенә Катяның әсәһе (атаһы тураһында һ үҙ ҙә юҡ) ғәмәлдә ни өсөн уның әйберҙәрҙе ырғытыуы, "тыңлауһ ыҙ" ҡыҙҙың ысынбарлыҡта үҙен нисек тойоуы тураһында уйлап т а ҡарамай.
       Идеаль балалар булмаған кеүек идеаль ата - әсәләр ҙә булм ауы һәр кемгә мәғлүм. Был тарихтың аҙағы ла күңелһеҙ: Катяны ң әсәһе ваҡыт етмәүгә һылтанып, психологҡа йөрөүҙәрен туҡтата.
       Һәм ни өсөндөр үҙенең Катяһы индиго бала, шуға күрә ҡыҙҙың холҡо хулигандарса, тигән фекергә килә. Ә Катя үҙен тыңларға
       һәм ишетергә теләгән берҙән - бер кешене - психологты юғалт а.
       Ә бәлки эш был ғаиләлә баланы тотороҡло тәрбиәләү, йәғни, тәрбиә тактикаһы булмауҙалыр. Катяның ата - әсәһе рәсми рәүештә айырылышҡан, әммә ҡыҙҙың атаһы элекке ғаиләһендә даими була һәм төнгөлөккә ҡала. Икенсе көнө әсә кешенең кәйефе, ғәҙәттә, күтәренке көйө һаҡлана, һәм Катяға бөтә ним ә лә рөхсәт ителә. Әммә бер көн үтеү менән кисә рөхсәт ителгә н
       әйбер ҡәтғи рәүештә тыйыла.
       Алты йәшлек ҡыҙға нисек итеп нимә мөмкин, ә нимә ярамағанын асыҡларға һуң Катяның ата - әсәһе инде йәш түге л, әммә һаман да үҙҙәре өсөн бергә йәшәргәме, юҡмы, тигән
       һорауға яуап тапмай. Был тамамланмаған айырылышыуҙан кем отор һуң
       Бер ғибрәтле хикәйәлә хужа кеше этенең ҡойроғон ҡырҡырға кәрәк булһа ла, уны йәлләп, көсөк бик ныҡ һыҙланмаһын өсөн,
       көн һайын бәләкәй генә бер киҫәген ҡырҡып ташлау менән шөғөлләнеүе хаҡында бәйән ителә...
       Мин бәләкәй балалар - донъяла иң яҡшы психологтар тигә н раҫлау менән килешәм. Улар ялғанды, әйтеп бөтөлмәгәнлекте, кешенең кәйефен шул тиклем яҡшы һиҙә, баланан ниндәйҙер насар хәбәрҙе йәшереүе мөмкин түгел, тип әйтерлек.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ғаилә мөнәсәбәттәренең тышҡы бөтөнлөгөн, никах статусын ғына һаҡлап ҡалырға тырышҡан формаль ғаиләләр күп. Уларҙың һәр береһенең айырышмаҫ өсөн ү ҙ сәбәптәре бар - социаль, йышыраҡ иҡтисади планда булыуы мөмкин. Мәҫәлән, ете йәшлек Ваняның ата - әсәһе - бик мәшғүл эшҡыуарҙар. Улар араһындағы талаш - тартыштарға малай өйрәнеп бөткән инде. Хатта бынан үҙе өсөн файҙа ла сығара белә. Атай менән әсәйҙең улдарына ваҡыты ҡалмай. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, ҡаты холоҡло атаһы алдында Ваня тыңлаусан, ул ҡушҡандың барыһын да үтәй. Уның ҡарауы әсәһе янында Ванянан да көйһөҙ бала юҡ. Улын тынысландырыр өсөн ҡатынға уның бар теләктәрен дә үтәргә тура килә. Атай
       тыйғандың барыһына ла тип әйтерлек әсә кеше рөхсәтен бирә. Бына ул - тәрбиә тактикаһы булмауына сағыу миҙал.
       Никахһыҙ йәшәү - айырым тема. Ғәҙәттә, был төрҙө йәштәр х уп күрә. Бер - ике һәм унан да күберәк өйләнешеү - айырылышы уға улар еңел ҡарай.
       Транспортта ике әхирәттең һөйләшеүенән. Береһе икенсеһенә
       һөйләй: "Беҙ уның менән йәшәнек - йәшәнек, һөҙөштөк - һөҙөштөк тә айырылыштыҡ. Яңы йылды бергә ҡаршылаясаҡбыҙ, дуҫ тар менән турбазаға йыйынабыҙ. Ә бөгөн мин Руслан менән осрашам, клубта таныштыҡ. Дөрөҫ, йөҙө иҫтә ҡалмаған..."
       Йәштәрҙең барыһы ла шулай еңел уйлаусан түгел, әлбиттә, кемгәлер һөйгәне менән ярты сәғәткә айырылышыу ҙа фажиғәгә т иң. Әммә барыһына, шул иҫәптән никах институтына ла ҡараштың артыҡ ябайлашыуы менән килешәһегеҙҙер.
       Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль - психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгенең методика - психология бүлеге мөдире Эльвир а Федотова әйтеүенсә, йәш парҙарҙың күпселеге бер пункт буйынса ла бер - береһенә юл ҡуймай, никахтың компромистан -
       килешеүҙән тороуын аңламай. Һәм бында никахтың ниндәй булыуы мөһим түгел. Килешеү юҡ икән, уның аҙағы ла йүнле булмаясаҡ. Эльвира Федотова ир йәки ҡатындың психологҡа үҙ никахын парына ҡарағанда НЫҒЫРАҠ һаҡлап ҡалырға тырышыуы хаҡ ында һөйләүе тураһында бик күп миҫалдар килтерҙе. Ә бына был
       "нығыраҡ" килограмда үлсәнәме әллә метрҙамы... береһе лә бе лмәй.
       "Миңә дуҫтарың оҡшамай: әллә кем булып ҡыланалар, улар менән нимә тураһында һөйләшергә лә белмәйем" - ҡатындың иренә әйткән һүҙҙәре. Уныһы иһә: "Ә һинең әхирәттәрең барыһы
       ла мейеһеҙ, һәм, ғөмүмән, оҡшамай икән, өйҙә ултыр", - тип яуаплай. Бер фатирҙа йәшәгән ике кеше бына шулай бер - береһенә ҡолаҡ һалмай, аңларға тырышмай.
       ... Беҙҙең һәр беребеҙҙең һайлау хоҡуғы бар. Әммә уның өс өн, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр кем үҙе яуаплы.
       Балағыҙ ҡапыл ғына һеҙгә мәктәпкә барырға теләмәүе, сөнки арыуы хаҡында белдерә икән, уны әрләмәгеҙ. Бары тик уның инде ярайһы уҡ өлкән булыуы, һеҙҙең менән килешмәҫкә хоҡуғы барлығы, тик был һайлауы өсөн яуаплылыҡ үҙенә төшөүе хаҡында
       әйтегеҙ.
       Үҙ ғәйебеңде таный белеү һәм башҡа кеше артына йәшенмәү -
       шулай уҡ батырлыҡ, әйткәндәй, шулай уҡ килолап үлсәнмәй. Баланы нисек тәрбиәләргә, яҡшы йәки насар кеше булырға тигән
       әҙер рецептар юҡ. Һәр кем үҙ тормошон үҙе төҙөй, һәм уның ниндәй булыуы кешенең үҙенә бәйле.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал