6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ҡала ҡапҡаһы яңыра
12.01.07


       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450
       йыл тулыуын билдәләүгә төҙөләсәк һәм реконструкция үтәсәк төп объекттарҙың береһе - Өфө станцияһы тимер юлының пассажирҙар комплексы.
       Вокзал 1970 йылда "Мосгипротранс" проекты буйынса төҙөлгән.
       Бөгөн тимер юл вокзалы эргәһендәге майҙаны һәм инеү юлдары
       менән бергә ҙур төҙөлөш майҙанына әйләнде. Бындағы эштәр республика бюджеты һәм "Рәсәй тимер юлдары" асыҡ акционерҙар йәмғиәте иҫәбенә алып барыла. Төҙөлөш айырым иғтибар аҫтында тотола. Беренсенән, ул стратегик йәһәттән мөһим объект. Икенсенән, ултырған урыны рельефы буйынса ҡатмарлы һанала: бер яҡтан - Ағиҙел йылғаһы, икенсе яҡтан - шәхси йорттар теҙелгән тау битләүе. Вокзалдың төп проект авторы - проект эштәрен үткәреү буйынса конкурста еңеп сығыусы билдәле "Неймар Инжиниринг" төҙөлөш фирмаһы. Фирма тимер юл вокзалдарын реконструкциялау буйынса күп йыллыҡ тәжрибәгә эйә. Һуңғы һәм, һис шикһеҙ, уңышлы башҡарылған эштәренең береһе - Силәбе вокзал комплексы. Төҙөлөш барышында, вокзалдың тышҡы күренеше ҡаланың архитектур йөҙөнә тап килһен өсөн, Башҡортостанда
       етештерелгән һәм файҙаланылған материалдарға өҫтөнлөк биреләсәк.
       Вокзал комплексын генераль подрядсы - "21 - се һанлы төҙөл өш тресы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм "РЖД" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән подрядсы - "Росжелдорстрой" тресының "9 - сы СМТ" - төҙөй. Проекттың планлаштырылған
       хаҡы - ике миллиард һум самаһы. 1,4 миллиарды үҙләштерелгән
       дә инде.
       Әлеге ваҡытта вокзалдың үҙәк өлөшө эшләнә. Үтә күренмәле матур көмбәҙ менән ҡапланған был ҡоролмаға инеү өсөн пассажирҙар түбәһе ябылған ер өҫтө юлы менән файҙалана аласаҡ. Был өлөштөң, төп бинанан айырмалы рәүештә, өс ҡатлы булыуы көтөлә.
       Йәйәүлеләр өсөн ике ер аҫты юлын төҙөү тамамланған. Уларҙың береһендә биҙәү эштәре дауам итә. Ҡоролманы йөҙләү ө сөн гранит плиталар ташылған һәм файҙаланыла башлаған да инде. Терәү стенаһында архитекторҙар Өфөлә 120 йыл элек барлыҡҡа килгән тәүге вокзалдың рельефлы һүрәтен урынлаштырырға ҡарар иткән.
       Яҡын арала юғары майҙанда реконструкция үткәрелгән төп бина ҡаршыһындағы трамвай юлдарын монтажлау башланасаҡ. Төҙөүселәр трамвай хәрәкәтен апрель айында тергеҙергә планлаштыра. Ул ваҡытҡа тиклем вокзал эргәһендә трамвай ҡулсаһы үткәреләсәк, ә Карл Маркс урамы өҫтөндә төҙөлгән эстакадала рельстар һалынасаҡ.
       Проект буйынса Өфө вокзалының дөйөм майҙаны 26,5 мең
       квадрат метр, вокзал яны майҙаны - 9,3 мең квадрат тәшкил итәсәк. Вокзал бинаһында алты меңдән ашыу пассажир урынлаша ала. Вокзал ике өлөштән - байтаҡ үҙгәрештәр кисергә н элекке һәм яңы биналарҙан торасаҡ. Быйылғы йылда шулай уҡ заманса ҡунаҡхана комплексы, күп ҡатлы гараж, автомобилдәр ҡуйыу өсөн асыҡ урын һ. б. төҙөү көтөлә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал