6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Иртә ятабыҙ, һигеҙҙә - торабыҙ
12.01.07


       Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың С әнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, энергетика һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитетының тәүге ултырышы бик яҡшы хәбәр алып килде. Әгәр башҡа парламентарийҙар республика Хөкүмәтенең һәм профилле комитеттың тәҡдимен хуплаһа, Башҡортостандың ҡала һәм райондарында киске сәғәт 11 - ҙән иртәнге сәғәт һигеҙгә тиклем көслө алкоголле эсемлектәрҙе берәмләп һатыу тыйыласаҡ.
       Башта парламент комитеты ағзалары БР Контроль - иҫәпләү палатаһының 2006 йылға эш йомғаҡтары тураһындағы отчетын тыңланы. Уның менән палата рәйесе Петр Бобылев таныштырҙы.
       Ҡыҫҡаса алғанда, аудиторҙар үткән йылда объекттарҙа 119
       тикшереү үткәргән, республика бюджеты средстволарынан 18, 1 миллион һумлыҡ, урындағы бюджеттарҙа - 48 миллион һумлыҡ маҡсатҡа ярашһыҙ файҙаланыу фактын асыҡлаған.
       267 кеше Контроль - иҫәпләү палатаһына иғтибарға лайыҡлы һорауҙар менән мөрәжәғәт иткән. Әйткәндәй, Петр Бобылевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, дүрт тикшереү депутаттарҙың һорауы буйынса үткәрелгән - улар буйынса факттар раҫланған. Дөйөм алғанда, дәүләт контролерҙары бюджет һәм бюджеттан тыш средстволарҙы файҙаланыуҙа 336 миллион һумлыҡ ҡағиҙә боҙоу асыҡлаған. Үткән йыл менән сағыштырғанда, был байтаҡҡа
       кәмерәк.
       Икенсе сиратта республиканың "БР сауҙа эшмәкәрлеге тураһында" законына төҙәтмәләр тикшерелде, улар ноябрь
       айында парламентта тәүге уҡыуҙы үткәйне. Законға был
       үҙгәрештәр террорға ҡаршы комиссияның рекомендациялары буйынса индерелә һәм сауҙа урынында хәүефһеҙлек өсөн сауҙа ойошмалары хужаларының яуаплылығын күҙ уңында тота. Яңы төҙәтмәләр буйынса ( икенсе уҡыуға улар 15 данала килде) майҙаны бер мең квадрат метрҙан ҙурыраҡ булған сауҙа объекттарын паспортлаштырыу индерелә. Барыһын да дөрөҫ башҡарҙың, үҙеңде һәм һатып алыусыларҙың хәүефһеҙлеген
       тәьмин иттең икән - паспортҡа эйә булаһың һәм бер ниндәй ҙә тикшереүҙәрҙән ҡурҡмайһың тигән һүҙ.
       Әммә иң "тәмлеһе" өсөнсө һорау булып сыҡты. Ағиҙел ҡалаһы
       муниципалитетының көсө етмәгәнде республика парламенты башҡара ала икән. "Башҡортостан Республикаһында этил спирты,
       алкоголле һәм составында спирт булған продукцияны етештереү
       һәм уның әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында" закон проектына революцион төҙәтмәләр тәҡдим ителде. Икенсе уҡыуға әҙерләнгән закон проекты тексына бишенсе төҙәтмә итеп " этил спирты 15 проценттан артыҡ булға н алкоголь продукцияһын 8. 00 - дән 23. 00 - гә тиклем берәм ләп һатыуҙы рөхсәт итеү" тәҡдим ителә. Бындай сараларҙың,
       мәҫәлән, Питерҙа һәм Мәскәүҙә эшләүен әйтергә кәрәк. Комитет ултырышында ҡатнашыусы БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин көслө алкоголь менән һатыу итеү ваҡытын сикләү республикала хоҡуҡ боҙоуҙар һанына һәм алкоголизация кимәленә һис шикһеҙ ыңғай йоғонто яһарға һәләтле, тип белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта министр Башҡортостанда 6777 берәмләп сауҙа итеү урыны булыуын хәтергә төшөрөп үтте.
       Ултырыш аҙағында депутаттар комитет башлығы Наил Ҡотлогилдиндың тәҡдиме буйынса яҡын арала ҡалаларҙа һәм райондарҙа уйын бизнесы тураһындағы яңы республика законының үтәлешен тикшереү өсөн йыйылырға килеште. Насар үтәлә, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм ҡаҙна хеҙмәттәре тейешле көс һалмай, ә ҡомарлы бизнес шатлана һәм сәскә ата. Барыһы л а депутаттарҙың үҙҙәренә федераль закон тарафынан бирелгән хоҡуҡты файҙаланып, 2007 йылдың 1 июлендә бөтә уйын бизнесын ябыуына табан бара, тип билдәләне Наил Закир улы. Башҡортостанда бары тик бер тотализатор һәм бер нисә букмекер контораһы ғына ҡаласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал