6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Зюзин өсөн галстукмы әллә тоҡанмы
12.01.07


       Андрей Зюзин - Өфө хоккей мәктәбенең Милли хоккей лигаһындағы берҙән - бер тәрбиәләнеүсеһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә уның эштәре шәптән түгел. Спортсы ҡара һыҙатҡа
       эләкте һәм унан һаман да сыға алмай әле, тип әйтергә була. Ә миҙгел башында уға көнләшеп ҡараусылар ҙа етерлек ине бит.
       Зюзин көслө клуб менән контракт төҙөгән тәүге ирекле аген т. "Калгари Флеймз" өсөнсө миҙгел рәттән үҙ алдына Стэнли кубогын яулау бурысын ҡуя, әммә һәр ваҡыт рус ҡапҡасыларына эләгеп "әрәм була". Иң абруйлы хоккей чемпионаты финалында "сатҡыларҙы" ул ваҡыттағы дәһшәтле Николай Хәбибуллин һәм уның "Тампаһы" туҡтатҡайны. Артабан конференцияның ярымфиналында ул Канада клубы форвардтары Илья Брызгалов һәм "Анахаймға" ҡаршы торорлоҡ көс таба алманы, һуңғылары
       плей - офф асышына әйләнде. Быйыл да "Калгари" шул уҡ бурысты үтәргә тырыша - уларға, ниһәйәт, барыһын да еңеп, лорд Стэнли трофейын хоккейҙың тыуған яғына ҡайтарырға кәрәк.
       Генераль менеджер һәм баш тренер Деррил Саттер лайыҡлы состав туплай алды, бер һаҡсы позицияһы махсус рәүештә Андрей Зюзин өсөн бушатылды. Ул быға тиклем "Миннесотала" үҙенең яҡшы уйынға һәләтле булыуын күрһәткәйне. Саттер үткән
       миҙгелдә Зюзинды үҙенә саҡырҙы. Һәм быға тиклем "Сан - Хос е Шаркста" уйынсы һәм тренер араһында аңлашылмаусанлыҡтар
       булыуына ҡарамаҫтан, Андрей был белгескә ышаныс белдерҙе:
       - Саттер - хоккейҙы бик яҡшы аңлаған кеше. Уның менән "Калгари" күп нимәгә ирешергә, хатта Стэнли кубогын яуларға ла һәләтле.
       Зюзиндың "Калгари" менән контракты иҫ киткес булманы - урыҫ һаҡсыһы артыҡ ҙур түләү һораманы. Ул АҠШ - нан Канадаға
       тәүге тапҡыр килде, һәм быны аҡса өсөн түгел, ә НХЛ - дың һ әр бер уйынсыһы өсөн мөһим булған турнирҙа еңеү өсөн эшләне.
       Әммә ел икенсе яҡҡа иҫә башланы. Саттер үҙ вазифаһын йәш тренер Джим Плэйфэйрға тапшырҙы. Хоккейсы ваҡытында Плэйфэйр НХЛ - да Эдмонтон һәм Чикаго өсөн ни бары 21 уйын үткәргән. Иң көслө лиганың тренеры булараҡ ул ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшә алырмы - билдәһеҙ.
       Яңы тренер Калгари уйынсыларында ҡаты көрәшсе һыҙаттарын тәрбиәләргә тырыша - уны Петр Воробьев заманындағы "Лада" ме нән сағыштырырға мөмкин. Һәм Плэйфэйр Зюзинға ни бары оборона һаҡсыһы булыуҙы ғына ышанып тапшырҙы. Андрейға
       тренер ҡушҡанды ғына үтәргә ҡалды, һәм ул универсалдан Каспарайтисҡа - голкиперҙы һәм ҡапҡаны һаҡлаусы бәйҙәге уҫал
       эткә әүерелде. Һөҙөмтәлә ғәҙәттә тотороҡло рәүештә мәрәй йыйыусы һәм голдар индереүсе Зюзин үткән миҙгел дауамында ни бары ике тапшырыуы менән генә хәтерҙә ҡалды.
       Артабан ул "тигеҙ ерҙә" йәрәхәт алды. Үҙенең элекке "Миннесота" командаһына ҡаршы матчта ул ҡапыл ҡуҙғалып
       һеңерен тарттырҙы.
       Һауығып боҙ өҫтөнә сыҡҡас, "Лос Анджелесҡа" ҡаршы тәүге матчта уҡ бик яҡшы уйын күрһәтте, бының өсөн хатта "Бизнес өсөн галстукка" лайыҡ булды. Был призды "Калгариҙа" команда
       хоккейсылары иң яҡшы уйынсыға үҙҙәре билдәләй. Артабан уның эйәһе (киләһе уйында ла еңеү осрағында) галстукты үҙе и ң көслө тип тапҡан хоккейсыға тапшыра (Зюзинға уны ҡапҡасы Джимми МакЛиннан биргәйне, Ә Андрей һуңынан трофейҙы Чак Коб асьюға тапшырҙы). Бәхетле призер матчтан һуң интервьюны ошо галстукта бирергә тейеш. Тик Зюзинға был галстук бәхет
       килтермәне...
       Киләһе яңы йыл алды матчында уҡ Андрей Калгариҙа "Эдмонтон
       Ойлерз" командаһына ҡаршы сыҡманы.
       Быйылғы йылда Андрей шулай уҡ составта күренмәй. Башҡа һаҡсылар яҡшы формала, һәм алдағы еңелеүҙәргә тиклем ниндәйҙер үҙгәрештәр көтөргә тура килмәйҙер, моғайын. Бүләк галстук Зюзин өсөн тоҡанға әйләндеме икән әллә Уның Өфөләге
       туғандары, ҡустыһы һәм атаһы Андрей ауырый, температураһы ю ғары, тип белдерә. Шулаймы икән Ә бәлки Зюзин хоккей тормошоноң ҡара һыҙатына эләккәндер Был ҡыйынлыҡтарҙы ул л айыҡлы үтә алыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал