6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Тәмәкеһеҙ ҡала - әкиәтме, ысынбарлыҡмы
11.01.07


       Сибайҙа һүгенеүгә ҡаршы көрәш асылды, Балаҡатай районында ир - аттарҙы айыҡ тормош һәм хеҙмәткә саҡыралар, буйҙаҡлыҡ синдромын "дауаларға" тырышалар, ә Стәрлетамаҡ - тәмәке тартмаусылар ҡалаһына әйләнәсәк. Хәҙер Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте бинаһының эсендә, күтәрмәһендә һәм бина янында тәмәке тартыу тыйыла. Ҡала башлығы Спартак Әхмәтов, үҙенең урынбаҫарҙары һәм бүлек начальниктарының күпселеге кеүек үк, тәмәке тартмай. Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаларының береһе булған Стәрлелә никотин төтәтеү килешмәй,
       әлбиттә. Реклама агентлыҡтарына урамдарҙа һәм проспекттарҙа
       тәмәке изделиеларын рекламалау өсөн баннер файҙаланмаҫҡа кәңәш ителә. Әгәр ҡала башлығы тәмәкеселеккә ҡаршы таҙалыҡ ө сөн көрәшкәндәге кеүек үк ихлас тотонһа, тәмәке тартмаусылар
       ҡалаһы тураһындағы әкиәттең ысынбарлыҡҡа әйләнеүе лә ихтимал, тип ышана ҡалала йәшәүселәр.
       Физик культура техникумы институты һәм техникумы уҡытыусылары һәм студенттары үткән йыл аҙағында уҡ барыһын д а был алама ғәҙәттән ҡотолорға саҡыра башлағайны инде. Улар үҙҙәренең уҡыу йорттарында тәмәкеселекте тамырынан йолҡоп ташлауға өлгәшкән һәм был тәжрибәне ҡалаға ла күсереп булыуына шикләнмәйҙәр.
       Уҡыу йорттарында тәмәке ҡолдарына ҡаты мөнәсәбәт һаҡлана,
       сигарет быҫҡытҡанды күреп ҡалһалар, ҡыуыуҙарын көт тә тор.
       Яҡын - тирәлә тәмәке тартыу ҡәтғи тыйыла, был хаҡта булас аҡ студенттар документтар тапшырған ваҡытта уҡ иҫкәртелә. Уҡыу үҙенсәлектәре кешенең алама ғәҙәтенә булышлыҡ итмәй - тәмәке
       тартыуҙы һәм спортты берләштереү мөмкин түгел. Үҙегеҙ уйлап
       ҡарағыҙ, теоретик дәрестән һуң, студент спорт залында еңел атлетика менән шөғөлләнә, артабан уны бассейн көтә. Уҡытыусылар үҙҙәре лә тәмәке тартмай. Ғөмүмән, техникумда һәм институтта был алама ғәҙәткә ҡаршы көрәш 1989 йылдан уҡ килә. Уҡытыусылар уны иҫкәртеү һәм тәмәке тартыуҙың зыяны
       хаҡында күп һанлы брошюралар сығарған. Сәләмәт тормош алып барыу - валеология буйынса махсус курс булдырылған.
       Уҡытыусыларҙың һәм студенттарҙың рәсми мөрәжәғәте матбуғат һәм телевидениела донъя күргән дә инде. Мәктәптәрҙә
       лекция уҡыу өсөн агитация төркөмдәре эшләй, төрлө конкурста р иғлан ителә, хатта социологик тикшереүҙәр ҙә алып барыла. Ҡала күләмендә күп төрлө ҡыҙыҡлы саралар планлаштырыла. Проекттың төп инициаторы, Стәрлетамаҡ физик культура институты директоры Миҙхәт Мусаҡаев проблема тураһында үҙ фекерен белдерҙе: "Беҙ был мәсьәләне бер көндә, айҙа, йылда ғына хәл итеп булмауын яҡшы аңлайбыҙ. Барыһын да тәмәке тартыуҙан тыйыу шулай уҡ мөмкин түгел. Әммә йәштәр һәм балалар, ҡаланың киләсәк быуындары араһында тәмәкеселәр аҙыраҡ булһа, был үҙе үк ҙур уңыш".

Гүзәл Ғәлиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал