6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Көнсығыштың иләҫ елдәре...
04.02.04


       Аяуһыҙ ваҡытты туҡтатып, Көнсығыш елдәренең иләҫлеген, Египет пирамидаларының ғорурлығын тойорға теләһәгеҙ, һеҙгә т уп -тура "Ижад" галереяһына юл тоторға кәрәк.Сергей, Вера һә м Анна Деркач, Нина Фонова эштәре менән танышҡандан һуң һеҙ ҙең күңелегеҙ сафланыр, илаһи көс менән тулырына шик юҡ.
       Деркач ғаиләһе керамика һәм туҡыманы биҙәү, автор ҡурсаҡ тары менән билдәле. Ҡыҙҙары Анна башлыса ебәк туҡыманы биҙә ү менән педагогия колледжында уҡыған ваҡытта уҡ мауыға башла й. Ауыр шөғөл оҙаҡ сәғәттәр, иғтибар һәм тәртип талап итә. Ү ҙенең эштәрендә Анна Фэн-шуй символы иҫәпләнгән балыҡтарҙы, слива сәскәһе Мэй Хуаны һүрәтләргә ярата. Был һыуыҡтарҙан ҡу рҡмаған сәскәнең биш тажы ут һәм һыуҙы, ер һәм ағасты, метал лды аңлата.
       Әйткәндәй, Аннаның Ҡытайҙың һынлы сәнғәте менән мауығыуы был илгә мөхәббәт булып күсә. Һуңынан инде ул Ҡытай егетен ә күҙе төшә - былтыр ике ғашиҡ бына тигән туй үткәрә.
       Вера Деркачтың скулпьтураларында ла мөхәббәт темаһы төрлө варианттарҙа сағыла. Йыш ҡына автор ҡатын-ҡыҙҙы ир-аттың дау амы итеп һүрәтләй. Скульптураларҙың атамалары шуға күрә тыл сымлы һәм серле... Ә бына уның тормош иптәшенең эштәрен тәү ҡарауҙан ғына яратып булмайҙыр ул. Беренсе сиратта, улар там ашасынан аңлауҙы талап итә.
       Әлбиттә, күргәҙмә тураһында байтаҡ һөйләргә мөмкин. Әммә нисек кенә тасуирлап һөйләһәңдә, бер барып ҡарауға етмәй инд е.

Лилиә Сәхәбетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал