6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Бөркөт һауала үлә
11.01.07


       Күренекле башҡорт композиторы Нариман Сабитов был донъянан и ртә китте - уға илле йәш тә тулмаған ине әле. 1971 йылдың йәйендә ул театр менән бергә Севастополгә гастролгә юллана. 11 июлдә был ҡаланан Нариман Ғиләж улының вафат булыуы хаҡында хәбәр килә.
       Ҡунаҡхана бүлмәһенең өҫтәлендә тамамланмаған партитура ҡала. Ә халыҡ күңелендә уның ихлас һәм талантлы көйҙәре һаҡлана.
       Бәлки маэстро һуңғы көндәре етеүен һиҙенгәндер ҙә. Уның Назар Нәжми һүҙҙәренә яҙылған һуңғы йыры "Уттар һәм минуттар" тип атала.
       Гастролгә китер алдынан Нариман Сабитов партияның обком секретары Таһир Ахунйәнов янына инеп сыға. Әңгәмәләшеү барышында ни өсөндөр үлемде иҫкә ала. Көлөшөп һөйләшәләр. "Уйнап һөйләһәң дә уйлап һөйлә" тигән әйтемде онотҡанбыҙ шул, тип әсенеп иҫкә төшөрә һуңынан Таһир Исмәғил улы...
       Хәҙер иһә Сабитов тураһында иҫтәлектәр, китаптар ғына ҡал ды, һуңғыларының авторҙары Әнүәр Бикчәнтәев һәм Гөлнара Әхмәтова.
       Нариман Сабитов 1925 йылдың 11 ғинуарында Ҡазанда, музыканттар ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Ғиләж Ғимаҙи улы Татар дәүләт академия драма театры артисы театрға, музыкаға
       ихлас күңелдән бирелгән кеше була, фортепианола уйнай. Әсәһ е, Рәйхана Абдулла ҡыҙы ла үҙаллы скрипкала һәм мандолинала уйнарға өйрәнә, матур йырлай. Йортта йыш ҡына музыка кисәләре, "өй" концерттары уҙғарыла, камера, симфоник һәм опера музыкаһының яҙмалары тыңлана.
       Ҡыҙыҡһыныусан, шат күңелле, шуҡ малай Нариманды алты йәшенән фортепианола уйнарға өйрәтә башлайҙар.
       - Беҙ, малайҙар, ҡулдан килгәнсә ҡаршылаштыҡ, - тип хәтер ләй ул. - Ҡайһы ваҡыт ағайым Нәүфәл менән иларҙай булып урам ға уйнарға сығарыуҙарын һорай торғайныҡ. Хәҙер мин беҙҙе классика менән дуҫлаштырыуы өсөн атайыма рәхмәтлемен.
       Әсә кеше лә улына үҙенсә тәрбиә бирә.
       Нариман Сабитов Әнүәр Бикчәнтәевҡа үҙенең тормошонан түбәндәге эпизодты һөйләй.
       - Бала инем әле. Уйындың иң ҡыҙған мәлендә генә әсәйем бөгөн һыуға барырға минең сират етеүен иҫкә төшөрҙө. Мин, тәбиғи, был хаҡта онотҡанмын. Ваҡыт һуң. Киске аш ашайбыҙ. Мин йоҡларға ятырға ашығам. Бына шул ваҡытта ул миңә: "Нариман, бөгөн һин һыу алып килергә тейеш инең!" - тип белдерҙе. "Минең йоҡом килә, өҫтәүенә тышта ҡараңғы, мин ҡурҡам", - тием. Әммә әсәйем барыбер үҙ һүҙен бирмәне, кейенергә ҡушты. Үҙе лә минең менән бергә барҙы...
       Әйткәндәй, әсәһе Нариманды тегенергә, бәлеш һалырға, иҙән
       йыуырға, башлыҡ бәйләргә лә йөрәтә.
       Әйтелгәндәр ваҡ деталь кеүек күренһә лә, улар буласаҡ композиторҙың характеры формалашыуына ярҙам итә.
       1932 йылда ғаилә Өфөгә күсенеп килә. Нариман бөгөн үҙенең
       исемен йөрөткән 1 - се һанлы музыка мәктәбендә шөғөлләнә. Уға Мәскәүҙән эвакуацияланып килгән музыкант - теоретик Ришо ни ҙур яҙрам күрһәтә. Ғаиләлә был кешене ҙур ихтирам менән хәтергә алалар.
       Нариман музыканы иртә, 13 йәштәр тирәһендә, яҙа башлай. Башта ул фортепиано өсөн пьесалар, йырҙар, романстар яҙа. Дуҫы Мансур Рафиҡовтың тыуған көнөнә музыка яҙып бүләк итә. Уны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры Петр Славинский ишетә һәм мотлаҡ Мәскәүгә уҡырға барырға кәңәш бирә.
       Һуғыш ваҡытында Нариман Сабитов Өфөнөң "Аккумулятор" заводында электромонтер булып эшләй. Уны оҙатырға иптәштәре:
       электромонтерҙар, слесарҙар, токарҙар йыйыла, композитор булып ҡайтырға наказ бирәләр.
       Нариман буласаҡ билдәле композиторҙар Александра Пахмутова,
       Андрей Эшпай һәм башҡалар менән бер курста белем ала.
       Өфөлө менән бергә уҡыған композитор Роман Леднев уның тураһында түбәндәгеләрҙе хәтерләй:
       - Консерватория буйынса һабаҡташым Нариман Сабитов хаҡында яҡты иҫтәлек, бөгөн аңлауымса, йылдарға ғына түгел, ғүмерлеккә ҡалды, талантлы, төрлө яҡлы музыкант, бик теремек , һөйкөмлө, изге күңелле, энергияһы ташып торған был кешенең үҙенсәлекле, тиҙләтелгән ритмы ярты юлға ғына етеүе йәл.
       Мәскәү консерваторияһы беҙҙе 1944 йылдың көҙөндә берләштерҙе. Курсыбыҙ йәше буйынса төрлө ( бер өлөшө элекке фронтовиктарҙан тора) һәм милли составы буйынса бай булды. Нариман кеселәр - 17 йәшлектәр - һәм утыҙға яҡынлашып килеүселәр араһында уртаса урын биләне.
       Ул беҙҙең арала иң теремек һәм шат күңелле беренсе курс студенты булды, барыһын да белде, уны ла барыһы ла таный ине . Наримандың йөҙ - килбәте 40 - 50 - се йылдарҙа төшөрөлг ән кинотаҫмаларҙағы йәш геройҙары хәтерләтте - шат күңеллелек, асыҡлыҡ, дуҫтарса мөнәсәбәт, йәмәғәт эшмәкәрлегенә әүәҫлек хас ине уға. Һәм һәр бер тотонған эшендә - еңеллек, тәртип, яуаплылыҡ. Консерваторияға уҡырға инеү менән ул бик "шәп китте" - тиҙ арала исемле стипендияға лайыҡ булды, студент сағында уҡ Композиторҙар союзына инде. Әҫәрҙәре теҙелгән кәштә матур итеп күсерелгән һәм һәм Музфондта төпләнгән экземплярҙар менән тулылана барҙы. Үрнәк итеп ҡуйырлыҡ студент, бөтә лекцияларҙы ла яҙып бара, семинарҙар етһә,
       конспекттары һәр ваҡыт әҙер.
       1953 йылда, консерваторияны тамамлағас, Нариман Сабитов Өфөгә ҡайта.
       Был осор тураһында музыка белгесе, билдәле композиторҙың ҡыҙы Гөлнара Хөсәйен ҡыҙы Әхмәтова түбәндәгеләрҙе хәтерләй:
       - Мин уның тәүге тапҡыр беҙгә килгәнен иҫләйем. Әсәйем
       ишекте асты, ҡара костюм, ҡарҙай аҡ күлдәк кейгән йәш ир кеше инде. Буй - һыны күркәм, аҡ йөҙлө, ас яңаҡлы. Һуңыраҡ м ин уның күптән түгел Мәскәүҙән ҡайтҡан йәш композитор булыуы н, хәҙер уның атайым менән бергә башҡорттарҙың милли геройы Салауат Юлаев тураһында "Тау бөркөтө" балетын яҙырға теләүе хаҡында белдем.
       Нариман Сабитов беҙҙең өйҙә ике - өс тапҡыр булып китте, һәм атайымдың матур йырҙар йырлағаны, Нариман Сабитовтың уға ҡушылып роялдә уйнағаны хәтерҙә ҡалған. Икенсе тапҡыр килгәнендә атайымды яй эшләгәне һәм үткән осрашыуҙа билдәләнгән бурысты үтәмәгәне өсөн шелтәләүен иҫләйем. Ул бик теүәл, тәпсирләп эшләүсе кеше ине, һуңынан барыһы ла уның тағы ла бик тиҙ эшләүен белде.
       "Тау бөркөтө" балеты сәхнәлә 1954 йылда ҡуйыла. Тәүге уңы ш менән ҡанатланған Нариман Ғиләж улы яңы балеттар - "Гөлнәзирә", Яратам, һине тормош", "Айгөл иле" - өҫтөндә
       эшләй. Шулай итеп ул профессиональ музыкаль - хореография
       сәнғәтенә башланғыс һалыусыларҙың береһе була. Ә композиторҙың 46 йыллыҡ ғүмерендә башҡарған эштәре һанап бөткөһөҙ. Ул балалар өсөн бер нисә опера һәм балет, симфоник
       оркестр, фортепиано, хор өсөн тиҫтәләгән әҫәрҙәр, күп һанда ғы йырҙар һәм романстар авторы.
       Композитор эшмәкәрлеген Сабитов ғүмеренең аҙағына тиклем дирижер эше менән берләштереп алып килә.
       "Гөлнәзирә" балетында төп партияны башҡарыусы атҡаҙанған артист Илдус Хәбиров премьера көнөндә автор тураһында бик үҙенсәлекле һүҙҙәр әйтә:
       - Бөгөн Нариман Сабитов дирижер пульты артына баҫҡас, мин
       уны ирекһеҙҙән иген сәсеүсе крәҫтиән менән сағыштырҙым. Бына ул ҡулдарын оркестрға табан һуҙып, күктән ярҙам һорай, ер - әсә тураһында иҫенә төшөрөп ҡапыл түбәнгә эйелә, турая һәм тамашасылар залына гәрәбәләй көйҙәр һибә.
       Композитор - ул музыка сәсеүсе. Ул һәм музыка айырылмаҫ йәндәр. Нариман ижадының тәүге аҙымдарын яһағанда уҡ халыҡтың "Ни сәсһәң, шуны урырһың" тигән мәҡәлен яҡшы төшөнгәндер, күрәһең. Әҫәр тамамланып, тамашасыларҙың алҡышлауы иң юғары награда булып яңғырағанда, ижад итеүсенең бәхетле ҡарашы алҡыштарҙы алтын башаҡтарҙай
       бер көлтәгә йыя...
       Салауат Юлаев, урыҫ һәм башҡорт халҡының дуҫлығы тураһындағы "Тау бөркөтө" балеты авторы Нариман Сабитов 1972 йылда Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал