6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ҡалабыҙҙың йондоҙҙар театры
11.01.07


       Мәктәп уҡыусыларының ҡышҡы каникулдары дауам итә, һәм әгәр тағы ла ҡайҙа барып буш ваҡытты файҙалы итеп үткәрергә була, тигән һорау борсоһа, ҡалабыҙҙағы планетарийға барып ҡайтырға кәңәш итәм. Бөгөнгө планетарийҙы бынан ун йыл элек булғаны менән сағыштырыу мөмкин түгел.
       Өфө планетарийы лайыҡлы рәүештә Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан һанала, Урал төбәге тураһында әйтергә лә түгел. Ошондай уҡ ғилми - танып белеү үҙәктәренең байтағы бөгөнгө ҡаты иҡтисад шарттарында көн күрә алмайынса, ябылырға мәжбүр булды. Силәбе планетарийының яҙмышы аяныслы. Ырымбурҙағы һәм Екатеринбургтағы планетарийҙар ҙа ябылыу сигендә тора...
       Яҡын күршеләребеҙҙең моңһоу яҙмышынан айырмалы рәүештә, ш әхсән мине Өфөләге планетарийҙың бөтөнләй проблемаһыҙ уҡ бул маһа ла, әүҙем тормош алып барыуы ҡыуандыра.
       Яңы программа башланыуға ярты сәғәт алдан уҡ кассалағы
       билеттар тотош һатылып бөткән ине инде, фойела йәштәре лә, өлкәндәре лә тамаша башланыуын көтә. Халыҡтың күп һанлы шоуҙар менән генә түгел, фән, дөрөҫөрәге, ылыҡтырғыс күк йөҙөн өйрәнеү менән дә мауығыуы үҙе үк ыңғай күренеш түгелме
       ни
       Бер нисә йыл элек планетарийҙа үткәрелгән реконструкцияна н һуң, бөгөн уның репертуарында балалар һәм өлкәндәр өсөн ун бишкә яҡын программа эшләп килә. Улар араһында, мәҫәлән, "Йыһан хазиналары", "Боронғо обсерваториялар: Арҡайымдан Стоунхенджға тиклем", "Гиганттар осоро" һәм башҡаларҙы билдәләргә була. Программаларҙың "тәмле" исемдәре үҙҙәре үк уларҙы ҡарарға саҡырып тора.
       Мин иһә планетарийҙа "Почемучканың космик төшө" тигән әкиәт программаһын ҡараным. Уның биш - туғыҙ йәшлек балалар өсөн тәғәйенләнеүенә ҡарамаҫтан, һәр бер өлкән кеше үҙенең балаһына һаҙағайҙың, кометаның, метеор осошоноң нимә икәнлеген аныҡ ҡына итеп аңлатып бирә алмайҙыр, тип уйлайым.
       Дөм ҡараңғы залда ултырғанда баш өҫтөндә ҡапыл ҙур һәм бәләкәй, сағыу һәм тоноҡ йондоҙҙар менән биҙәлгән күк йөҙө пәйҙә булыуы иҫ киткес һоҡланыу тойғоһо уята. Планетарийҙың баш методисы Тамара Денисова әйтеүенсә, бындағы йыһан моделе ысынбарлыҡтағы күк йөҙөн сағылдыра. Космонавтар уны ш ундай итеп күрә...
       Бөгөнгө планетарийҙы хаҡлы рәүештә йондоҙҙар театры тип йөрөтәләр. Программалар ҙа сағыуыраҡ була бара. Уларҙы
       эшләүҙә компьютер графикаһы файҙаланыла, тауыштарҙы яҙыуға Өфө театрҙарының артистары саҡырыла.
       Өфө планетарийының күп кенә ҡәрҙәштәренән айырмалы
       рәүештә "иҫән ҡалыуы" - ҡала хакимиәте һәм, әлбиттә,
       планетарий етәкселегенең ҡаҙанышы. Нәҡ уларҙың тырышлығы ме нән яңы танып белеү программалары сығарыла. Яҡын аралағы пла ндарҙа тағы ике программа сығарыу көтөлә.
       Планетарийҙан сығып барғанда, оләсәй менән ейәненең һөйләшеүенә шаһит булдым. Энергияһы ташып торған оләсәй ейәненә "Почемучка оҡшанымы" тигән һорау бирҙе. Уныһы яуап итеп баш ҡаҡҡас, "Улай булғас, Космонавтика көнөнә телескоп аша йондоҙҙарға ҡарарға барырбыҙ", - тип өҫтәне.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал