6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Юлһыҙлыҡҡа ҡаршы
11.01.07


       "Рәсәйҙең мәңгелек бәләләренең береһен юл катогы файҙаланып хәл итергә була. Ә бына юлдар менән нимә эшләргә һуң" - тип
       шаярта юмористарҙың береһе. Ә башҡорт төҙөүселәре быға бик етди итеп "Реконструкция үткәрергә һәм төҙөргә", - тип яуап ҡайтара. Быйылғы юбилей - Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләү йылында Өфө юл хужалығының бер нисә объектын ремонтлау һәм төҙөү
       эштәре дауам итә. Подрядсы ойошмалар барыһы ла проект - смета документацияһы менән тәьмин ителгән, төҙөлөшкә тейешле рөхсәт алынған. Бер һүҙ менән әйткәндә, әҙерлек эштәре тамамланған. "Затон биҫтәһенең төньяҡ обходы" автомобиль юлы төҙөлөшөндә миллион ярым кубометр күләмендәге ер полотноһы әҙерләнгән, һ ыу бүлгес торбалар һәм аркалы күпер монтажланған. М- 7 "Волга" автоюлы йәнәшәлегендәге КПМ бинаһын төҙөү тамамланған. Коммуникация хужаларының барыһы менән дә инженер коммуникацияларын үҙгәртеп төҙөү эштәре буйынса килешеүҙәр төҙөлгән. "Мостостроймонтаж" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте юл үткәргес төҙөүгә тотондо. Объектта даими рәүештә лаборатор контроль посы эшләй, авторлыҡ күҙәтеүен "Уралдортранс" проект - производство үҙәге башҡара .
       Шаҡша биҫтәһендә инеү юлдары реконструкциялана. Тимер юлдар аша юл күпере һалына. Скважиналар быраулана, свайҙар
       ҡағыла, терәктәрҙе монтажлау эше башҡарыла һ. б.
       Өфөнөң Киров районында "Өфө - аэропорт" автомобиль юлы ла
       реконструкциялана. Зубово ауылы, "Метро Кеш энд Керри" сауҙа комплексы, Дим развязкаһы һәм аэропорт эргәһендә юл үткәргес терәүҙәре өсөн свайҙар ҡуйылған.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал