6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Юлбашсы үлеме
10.01.07


       1775 йылдың 10 ғинуарында 1773 - 1775 йылдарҙағы Крәҫтиән дәр һуғышы юлбашсыларының береһе Емельян Пугачев язалап үлте релә.
       Тикшереү эше һәм судтан һуң түбәндәге хөкөм сығарыла: "Яз алап үлтерергә, йәғни: дүрткә ботарларға, башын ҡаҙыҡҡа элеп
       ҡуйырға, кәүҙәһенең ҡалған өлөштәрен ҡаланың төрлө яғына ал ып барып яндырырға".
       Пугачевты яза урынына санала алып киләләр. "Пугачевтың йө ҙөндә ҡурҡыу тойғоһо һиҙелмәй. Ул үҙенең эскәмйәһендә ышаныс лы ултыра". Эшафотҡа менгәс, Пугачев суҡынып ала һәм, дүрт я ҡҡа ла башын эйеп, майҙандағы халыҡ менән хушлаша: "... бәхи л бул, православие халҡы". "Ошо һүҙ менән менән бергә экзеку тор баш ҡаға, йәлләттәр язаға тарттырылыусыны сисендерергә а шыға... Халыҡ төркөмө язаға "күмәк геүләү" менән яуап бирә" .
       1773 - 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының иң талантлы юлбашсыларының береһенең ғүмере шулай өҙөлә.
       Уның тормош юлы нисегерәк башланғанын хәтергә төшөрәйек.
       Емельян Иванович Пугачев 1742 йылда Донда Зимовейский ҡас абаһында донъяға килә. Уның атаһы һәм ҡартатаһы - казактар. Ун ете йәшенә тиклем Емельян Пугачев атаһына төрлө эштәрҙә я рҙамлаша. Артабан казактар хеҙмәтенә алына. Ун туғыҙ йәшендә
       күрше ауылдан Софья Недюжева исемле казак ҡыҙына өйләнә. Лә кин ҡатыны менән оҙаҡ йәшәй алмай, Пруссияға походҡа ебәрелә . Йәш казактың хәрби эштәре һәм походтары хаҡында Ленинград тарихсыһы Юрий Лимонов бәйән итә.
       Пугачев үҙен Ете йыллыҡ һуғышта бик яҡшы һалдат итеп күрһә тә. Дон полкы командиры Денисов "йылғырлығы" өсөн уны үҙенә ординарец итеп ала. Емельян Иванович Пруссияла һәм Польшала өс йыл хеҙмәт итә. Өйөнә әйләнеп ҡайта, әммә унда йыл ярым ғ ына йәшәп ҡала. Тағы армияға саҡыралар, Белоруссияла һәм Пол ьшала хеҙмәт итә. Артабан өйөнә ҡайта, унда дүрт йыл йәшәй. Әммә Төркиәгә ҡаршы һуғыш башлана, һәм Пугачев 1768 йылда та ғы ла армияға саҡырыла. Һуғышта күрһәткән ҡыйыулығы өсөн хор унжий чинына лайыҡ була (казак ғәскәрҙәрендә кесе офицер чин ы).
       Әммә Пугачев өсөн хәрби тәжрибә туплау мөмкинселеге булға н хеҙмәт көтмәгәндә тамамлана. 1768 йылда ауырыуы сәбәпле ты уған яғына ҡайтарыла, әммә уға отставка бирелмәй.
       Бына ошо ваҡытта ирекле казак тормошо башлана ла инде. Хө р фекер йөрөтөүе өсөн (вольнодумство) уны ҡулға алалар. Пуга чев ҡаса һәм Донда, Украинала, Белоруссияла йәшәй. Ошонда үҙ ен Петр өсөнсө тип атау хаҡында уйлай башлай. "Ҡара халыҡ" ү ҙен "баяр - алпауыттарҙан" азат итерҙәй "яҡшы батшаға" ышана саҡ. Йәғни, "ялған батша" үҙе яҡлылар булыуына шикләнмәй.
       1772 йылдың ноябрь аҙағында бай сауҙәгәр исеме аҫтында Яй ыҡ ҡалаһына килә һәм тәү башлап үҙен Петр өсөнсө тип танышты ра. Бер йылдан, 1773 йылдың октябрендә, Пугачевтың тәүге ман ифесы төҙөлә. Унда император "Петр Федорович" казактарҙы, ҡа лмыҡтарҙы, татарҙарҙы ер, үләндәр, аҡса, ҡурғаш, дары һәм ик мәк менән бүләкләй. Казактар алдында указ уҡып ишеттерелә. Б аш күтәреүгә юл һалына.
       Емельян Пугачев һәм уның көрәштәше, башҡорт халҡының милл и геройы Салауат Юлаев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы ту раһында күп яҙылған.
       Һуғыш ваҡытында Емельян Иванович Башҡортостан территоияһы нда ла булып китә.
       Пугачев башҡорттарҙы хәрби хеҙмәткә саҡыра. Пугачевтың ур ыҫ булмаған халыҡтарға мөрәжәғәт ителгән манифестары уларҙың
       туған телендә яҙылыуы иғтибарға лайыҡлы.
       Крепостной крәҫтиәндәр һәм күп һанлы тау заводтары эшселә ре йәшәгән Көньяҡ Урал 1773 - 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һу ғышының мөһим базаһы булып тора. Пугачев штабы Көньяҡ Уралда ғы бөтә тау заводтарында эшләүселәрҙең баш күтәреүселәр яғы на күсеүенә бик ҙур әһәмиәт бирә. Бында иҙелеп йәшәүсе халыҡ тың байтаҡ өлөшө туплана, ҙур ғына аҙыҡ - түлек запасы, ярай һы уҡ күп аҡса йыйыла. Заводтарҙы ҡулға алыу баш күтәреүселә рҙең ҡорал запасын тулыландырыу мөмкинселеген аса. 1773 йылд ың 17 октябрендә Пугачев Әүжән - Петровский заводтарына үҙен ең вәкиле Соколов - Хлопушаны ебәрә. Унан алда фетнәселәрҙең
       эмиссары Богоявленский һәм Архангель заводтарына килә. Әүжә н - Петровский заводтарын биләгәндән һуң, Хлопуша крәҫтиән М атвеевты Пугачев манифесы менән Белорет заводына оҙата. Баш күтәреүселәрҙең агитаторҙарын эшсе халыҡ йылы ҡабул итә. Окт ябрь айы дауамында Көньяҡ Уралдағы ун өс заводтың эшселәре ф етнәселәр лагерына күсә. Заводтарҙа эшсе һәм крәҫтиәндәрҙән торған отрядтар төҙөлә, яңы хакимиәт барлыҡҡа килә. Воскресе нский һәм Әүжән - Петровский заводтарында ҡорал етештереү яй ға һалына.
       Ноябрь аҙағында баш күтәреүселәр Белорет заводын ҡамап ал а. Башта башҡорт атлылары, артабан Әүжән эшселәре килә, пушк алар пәйҙә була. 1774 йылдың ғинуар башында улар Белорет зав одын баҫып ала. Был Көньяҡ Уралдағы барлыҡ заводтарҙың да ти п әйтерлек эшселәренең Пугачев лагерына күсеүен аңлата.
       1774 йылдың мартында Ырымбур янында еңелеү кисергәндән һу ң, Пугачев 500 кешелек отряды менән Башҡортостандың төпкөлөн ә сигенә. Әүжән - Петровский һәм Белорет заводтары уның эшмә кәрлек үҙәгенә әйләнә.
       Артиллерия белгесе Пугачев Үрге Әүжән - Петровский заводы нда булғанда, Әүжән полкы командиры менән бергә заводта ҡойо лған туптарға һынау үткәрә. Легенда буйынса, ул Ташлы тау ҡа яһында урынлаштырылған сәптәргә төҙәп ата, бөгөн был урын Пу гачев ҡаяһы тип йөрөтөлә.
       Пугачев үҙ көстәрен тулыландыра, крәҫтиән һәм эшселәрҙе ф етнәселәр сафына йәлеп итә, шул уҡ ваҡытта башҡорт һыбайлыла ры отрядтарын тулыландырыу яйын ҡарай, Салауат Юлаев һәм Бел обородов отряды менән бәйләнеш булдыра. Былар барыһы ла Пуга чев армияһының Ҡазанға һөжүме өсөн беренсе дәрәжә әһәмиәткә эйә була.
       1774 йылдың 13 апрелендә Емельян Пугачев Белорет заводына
       килә. Өс аҙна дауамында завод баш күтәреүселәр армияһының ү ГЬге ролен үтәй.
       Пугачев ғәскәренең яңы интенданты фетнәселәрҙең арта барғ ан ғәскәре өсөн аҙыҡ - түлек һәм фураж әҙерләү менән шөғөллә нә. Белорет заводында Әүжән полкын формалаштырыу тамамлана. Василий Акаев үҙенең аттарында полкка 300 кеше алып килә, бы ның өсөн һары бунчук һәм хорунжий чины менән наградлана. Йәй әүле һалдаттарға Арский ауылы кешеһе Никита Андреев етәкселе к итә. Пугачевтың көрәштәше Кинйә Арыҫланов яҡын - тирәләге ауылдарҙан ике меңгә яҡын һыбайлылар йыйып алып килә.
       Апрель аҙағына ҡораллы баш күтәреүселәрҙең һаны биш меңг ә етә. 1774 йылдың 2 майында Пугачевтың көс йыйған яңы отряд тары заводтан Ҡазанға, Волга буйы районына юл тота. Белорет халҡы ла улар менән бергә китә. Батша карателдәренең яҡынлаш ып килеүенә бәйле, Пугачев заводты яндырырға бойора.
       Пугачев ғәскәрҙәре көрәшеүен дуаам итә, еңеү һәм еңелеүҙә р кисерә. Әммә уның ышаныс менән файҙаланған казакктары араһ ында заговор барлыҡҡа килә, маҡсаттары - Пугачевты ҡулға алы у һәм бының менән үҙ ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу. 1774 йылдың се нтябрь айында улар үҙ планын тормошҡа ашыра.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал