6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Иң иҫтә ҡалған Яңы йыл!
10.01.07


       Яңы йыл алдынан ниндәй генә хәлдәргә осрамайһың! Улар араһында ҡот осҡостары ла булғылай. Шундайҙарҙың береһе М. А ҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты - 19 йәшлек Русландың өлөшөнә төшә. Руслан үҙен алйотлоҡ һәм авантюраға әүәҫлек ҡорбаны тип иҫәпләй. Уны
       бәхетле осраҡ ҡына ҡотҡарып ҡала. Мөғжизә, тип тә әйтергә була...
       - Үткән йылда Яңы йылға бәйле пландар көтмәгәндә үҙгәрҙе.
       План буйынса байрамды дуҫтар менән Өфөлә үткәреү барып сыҡманы - буш фатир юҡ. Һәм мин барыһына ла үс итеп, ауылға
       оләсәйемә - Һамар өлкәһенең Заречная ауылына юл тоторға булдым. Теләк булһа, унда ла байрамды күңелле итеп үткәрергә
       була - дуҫтар етерлек. Оләсәй ҙә күптән саҡыра. Әйттем дә - эшләнем дә. Яңы йылға ике көн ҡалғас, әҙерләндем һәм бер кемгә лә әйтмәйенсә, юлға сыҡтым. Сюрприз эшләйем, йәнәһе. Һамарға тиклем поезда барып еттем, район үҙәгенә - автобуста . Унан оләсәй йәшәгән ауылға 30 саҡрым ҡала - юл ыңғай машин а тоторға кәрәк.
       31 декабрҙә, көндөҙгө сәғәт өстәр тирәһендә трассаға сыҡт ым. Ваҡыт етерлек - өлгөрәм! Тышта һалҡын, ҡояш балҡый - рәх әт! Дөрөҫ, бер сәғәт тирәһе юлда торғандан һуң кәйеф бер аҙ төшт ө. Өшөтә башланы, танау - ҡолаҡтарҙы тоймайым тиһәң дә була. Хәлдең киҫкенләшеүе аңлашыла - транспорт күп, әммә миңә кәрәкле йүнәлеш буйынса барыусы юҡ. Һөҙөмтәлә миңә юл сатына барып етергә һәм Заречная ауылына боролған урында
       машина тоторға кәңәш иттеләр.
       Бер километр самаһы үткәс, ҡояш байыуын күрҙем. Атлай башлағас бер аҙ йылынһам да, туҡталышта баҫҡас тағы ла туңдырҙы. Тышта йәй түгел, өҫтәүенә ҡараңғы төшөргә лә күп ҡалмаған. Һыуыта. Юл буш. Яңы йыл яҡынлаша! Мин үҙемде һүгәм генә. Бындай ваҡытта кем юлға сыға инде! Аҡыллы баштар күптән өйҙәрендә ултыра. Мине эҙләргә кәм тигәндә лә икенсе ғинуарҙа ғына сығасаҡтар. Атай - әсәйем тәүҙә дуҫтарғ а, таныштарға шылтыратасаҡ... Әммә кемдең башына мине бында, тыуған йорттан алыҫта, ҡар баҫҡан яланда эҙләргә тигән уй
       килһен
       Инде үлергә әҙерләнгәндә, машина тырылдауын ишеттем. Иҫке
       генә йөк машинаһы яҡынлашып килә, мин ҡулдарҙы болғай - болғай юл уртаһына сығып баҫтым. Яңы йылға тиклем ике сәғәт,
       бер... Һүндек. Машина артабан барырға теләмәй. Мин йылдың иң мөғжизәле байрамын юлда ҡаршыларға ла әҙер инем инде ( трассала бер үҙемде ҡалдырмағаны өсөн Хоҙайға рәхмәт уҡыйым!), әммә иртәрәк булған. Баҡһаң, машинаның бензины бөткән икән. Водитель багажнигынан өр - яңы канистраһын
       сығарҙы һәм өйгә елдәй еллереп ҡайтарып еткерҙе.
       Ә инде оләсәйҙең йортон, яғылған мунсаһын күргәс, ҡыуанысымдан иларҙай булдым. Бына минең михнәттәрем аҙағына ла яҡынлашты. Тик тағы ла ашыҡҡанмын икән шул. Оләсәй мине өйгә индермәй - ейәне килеүенә ышанмай. Яңы йылға тиклем ни бары ярты сәғәт ҡалған, ә мин һаман да бикле
       ишек алдында торам. "Минең ейәнем Өфөлә, яңыраҡ ҡына уның м енән телефон аша һөйләштек. Был ваҡытта ул байрам өҫтәле артында ултыра. Ә һин, малай, бар ҡайтып кит, юҡһа милиция саҡыртам!" - тип ҡысҡыра миңә ишек артынан оләсәй. Бәхеткә ҡаршы, уны яратҡан ейәне килеүенә ышандырыуға 15 минут етте.
       Ниһәйәт, оләсәйем мине мейес янына ултыртып йылы шәлгә ураны, борос һалынған араҡы эсерҙе. Һөҙөмтәлә мин Яңы йылды оләсәйемдең әхирәттәре менән ҡаршыланым. Йәштәр менән күңел асырға теләк тә, көс тә ҡалмағайны инде. Һәм хәҙер, үткәнгә ҡараш ташлап, мин был байрамдың үҙ ғүмеремдә иң экстремаль булыуын әйтә алам.
       Һығымта: Яңы йыл - ғаилә байрамы һәм уны өйҙә, туғандарың менән ҡаршылауға етмәй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал