6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

"Урал" гәзитенә йөҙ йәш
10.01.07


       Йөҙ йыл элек ошо көндәрҙә, 1907 йылдың 4 ғинуарында, тата р телендә "Урал" гәзитенең беренсе һаны сыға.
       Гәзит Ырымбурҙа донъя күрә, әммә ул Өфөлә барлыҡа килә. Баҫманы сығарыу революционер Хөсәйен Ямашев исеменә бәйле. 1 906 йылда ул ялған паспорт менән Ҡазандан Өфөгә ҡасып килә. Өфө урамындағы (бөгөнгө Чернышевский урамы) 75 - се һанлы йо рттоң флигелендә урынлаша. Тиҙҙән Өфөнөң РСДРП комитеты менә н бәйләнешкә инә, башҡорттар һәм татарҙар араһында эш алып бара башлай. Йыш ҡына фатирында революционерҙарҙың кәңәшмәләре үтә. Был ваҡытта Хөсәйен Ямашев татар телендә гәзит сығарыу планы менән дә янып йөрөй һәм өфөлөләр менән у ртаҡлаша. РСДРП - ның Урал һәм Өфө комитеттары хуплау белдерә. Ғәлимйән Ибраһимов был турала түбәндәге һүҙҙәрен әйтә: " Татар телендәге тәүге сәйәси прокламациялар Ямашев һәм уның иптәштәре тарафынан сығарылды. Әммә хәҙер халыҡты й әшерен баҫма әҫәрҙәре менән генә тәрбиәләү мөмкин түгел. Хәрәкәткә етәкселек итеү, эшсәндәр араһында большевиктар идеяһын таратыу өсөн гәзит кәрәк".
       Яңы гәзит сығарыу идеяһын хуплаһалар ҙа, уның өсөн аҡса булмай. Бер көнө Өфөгә РСДРП - ның Үҙәк Комитеты рәйесе, Ленин менән "шәхсән таныш" булған Иван Адамович Саммер килә. Ул Ямашевтың фатирында туҡтала. Гәзитте сығарыу планына арналған осрашыуҙарҙың береһендә ул Үҙәк Комитет фондынан гәзит сығымдары өсөн 500 һум бүлә.
       Әммә полиция эҙәрлекләүе гәзитте баҫа башлау мөмкинселеген
       бирмәй. Татар телендәге типография ла булмай.
       Ошо хәлде иҫәпкә алып, РСДРП - ның Өфө комитеты гәзитте Ырымбурҙа сығарыуҙы маҡсатҡа ярашлы тип таба. 1906 йылдың ок тябрь аҙағында Хөсәйен Ямашев ҡалаға килә һәм гәзит сығарыу эшен йәйелдереп ебәрә. Социал - демократтарға легаль
       гәзит баҫыу өсөн рөхсәт бирелмәй. Шуға күрә "Уралдың" рәсми
       мөхәррире сифатында Ямашевтың ҡатыны Хәҙисә сығыш яһай - ул рәсми рәүештә партия сифатында тормай. Нәшерсе ролен шулай уҡ партияһыҙ зыялы Тимурша Соловьев "уйнай". Шул ваҡытта ғына Ырымбур губернаторы "Урал" гәзитен сығарыуға рөхсәтен бирә.
       1907 йылдың 4 ғинуарында уҡыусылар яңы гәзиттең беренсе һанын үҙ ҡулына ала.
       Мөхәрририәттең мәҡәләһендә гәзиттең маҡсаты ҡала һәм ауыл
       эшселәренең мәнфәғәттәрен яҡлау, тип әйтелә. Беҙ пролетарийҙарҙы берләшергә саҡырасаҡбыҙ, тип яҙа редакция.
       "Урал" легаль" рәүештә аҙнаһына ике - өс тапҡыр тапҡыр дү рт биттә сыға. Конспирация маҡсатында мәҡәләләр ҡултамғаһыҙ йәки псевдоним аҫтында баҫыла.
       Идея етәксеһе Хөсәйен Ямашев үҙенең күп кенә мәҡәләләрен "Ҡыҙыл" һәм "Һул" псевдонимдары аҫтында баҫтыра. Гәзит
       эшендә татар яҙыусылары, журналистар ҡатнаша. "Урал" Өфөлә,
       Ҡазанда, Һамарҙа, Силәбелә һәм башҡа ҡалаларҙа таратыла. Завод һәм фабрика, өйәҙ хәбәрселәре эшселәрҙең стачка хәрәкәттәре, крәҫтиән фетнәләре, йәштәрҙең сығыштары тураһында хәбәр итә.
       Гәзиттең идея йөкмәткеһе большевиктар партияһының сәйәси һәм тактик хәрәкәте менән билдәләнә, әлбиттә. Нәҡ "Урал" гәзите биттәрендә татар телендә тәүге тапҡыр Лениндың "Дәүлә т Думаһына кемде һайларға" мәҡәләһе баҫылып сыға.
       Реакция шарттарында бындай гәзит оҙаҡ йәшәй алмай. Полиция мөхәрририәттә күп тапҡыр тентеүҙәр үткәрә, гәзит һәм
       брошюраларҙы конфискациялай. Дүрт айҙан, 1907 йылдың апрелендә "Урал" үҙенең эшен туҡтата. Ул бөтәһе 31 гәзит һәм
       эшселәрҙең социаль азатлығы, һайлаусылар хоҡуғы, социал - демократтарҙың аграр программаһы, милли мәсьәләләргә арналған биш ҡушымта сығарып өлгөрә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал