6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәғәнә формалары

Илдус Илешев: "Картинаны боҙорға кәрәкмәй"
10.01.07


       Дәүләт милли сәйәсәте Рәсәй дәүләт үҫешенең төп йүнәлешенән ваҡытлыса ситтә ҡалғандай тойола. Төбәктәр буйынса "Рәсәй Федерацияһында милли мөнәсәбәттәр өлкәһендә дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәре тураһында" Федераль закон проектын тикшергән "түңәрәк өҫтәлдәр" нисектер һиҙелмәйенсә генә үтте , хәйер, ул тейешле ваҡытҡа тиклем буҫтау аҫтына һалынды, буғай. Рәсәй субъекттарында уға дәғүәләр етерлек. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн модала булған "гражданлыҡ йәмғиәте" төҙөлөшө архитекторҙары, БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешевтың фекеренсә, бер ҙә юҡҡа этник һорауҙарҙы урап үтергә теләй.
       - Илдус Ғөбәйҙулла улы, һеҙҙең ҡарамаҡҡа этниклыҡты һәм мәҙәниәтте сәйәсәттән айырырға буламы Ысынбарлыҡта этник йә һәттән нейтраль граждандар йәмғиәтен төҙөү мөмкинме
       - Мин ысынбарлыҡта гражданлыҡ йәмғиәте концепцияһы күп милләтле берләшмәләр өсөн һөҙөмтәле тип әйтергә теләр инем. Әммә тикшереүселәр иғтибарынан ситтә ҡалған проблемалар ҙа б ар, сөнки этнополитологтар йәки йәмәғәт эшмәкәрҙәре махсус р әүештә уларҙы иғтибарға алмай. Этник милләтселек билдәләнеше буйынса негатив мәғәнәгә эйә. Икенсе яҡтан, бары
       тик ялҡау ғына гражданлыҡ милләтселеге йәки гражданлыҡ милләте - прогрессив күренеш, тип белдермәй. Гражданлыҡ йәмғиәте апологеттарының уйы буйынса, ул этник мәғәнәлә - нейтраль. Был асылда дөрөҫлөккә тап килмәй.
       - Аңлашыла, проблеманы нисек кенә атама, был уны хәл ите үгә гарантия бирмәй һәм уны ысынбарлыҡтан юҡҡа ла сығара алм ай. - Әле 30 - сы йылдарҙа уҡ этник милләтселек типик рәүе штә көнсығыш Европа күренеше тип атала ине. Һәм өлгө итеп йышыраҡ Европа фашизмы килтерелде. Этник милләтселек үҙе үк насар күренеш, тигән фекер нығынды - шул ваҡыттан алып бы л фекерҙе йәмәғәтселек фекерҙәрендә йәки ғилми эштәрҙә осратырға була.
       Әммә 90 - сы йылдарҙа этник милләтселек мәсьәләһе айырыус а актуалләшә. Айырыуса был совет империяһының элекке өлөштәре йәки көнсығыш Европа дәүләттәре суверенлашыуына бәйле барлыҡҡа килә. Элекке авторитар дәүләттәрҙең, ҡабатлап
       әйтәм. Рәсәй эсендә "милләтселәр" лейблы Татарстанға ла, Башҡортостанға ла, башҡа республикаларға ла йәбештерелде. Ә бына планетаның башҡа үҫешкән өлөштәрендәге этник милләтселек өлгөләре ни өсөндөр тикшереүселәр иғтибарынан
       ситтә ҡала. Улар булды, бар һәм юҡҡа сығырға уйламай әле - мин Квебек, Каталония, Фландрия һәм башҡаларҙы күҙ уңында тотам.
       - Һәр ваҡыт этник милләтселек примитив һәм тупаҫ, ә гражданлыҡ милләтселеге - прогрессив тип әйтелә килде бит. Уларҙың береһе икенсеһен кире ҡаға тип аңларға кәрәкме
       - Либералдар конкрет граждандың айырым хоҡуҡтарын боҙоу буйынса протест белдергәндә, улар был турала тулы этник нейттраллекте күҙ уңында тотоп әйтә. Хоҡуҡ тураһында этник аҙсылыҡтар белдерһә, улар төркөм хоҡуҡтарын күҙ уңында тота.
       Был улар өсөн гражданлыҡ милләт эсендә йәшәү уңайынан мөһим. Һеҙгә ни өсөн бер кешенең тауышы шундай уҡ уникаль һәм тулы хоҡуҡлы кешеләр төркөмөнән мөһимерәк, тигән һорау
       биреү кәрәк кеүек тойолмаймы
       Беҙҙең Рәсәйҙең нейтраль гражданлыҡ йәмғиәтендә этниклыҡ һәм тел шәхси төшөнсә булып тора. Паспортта хәҙер милләт тураһында әйтелмәй, һәм Контитуцияла ла ошоға ярашлы терминология файҙаланыла. Әммә шул уҡ Прибалтика республикаларын алғанда, ни өсөн беҙ "этнократик дәүләттәрҙе " телде шәхси өлкәгә ҡыҫырыҡлап сығарыуҙа тәнҡитләйбеҙ Ғәмәлдә улар бит гражданлыҡ йәмғиәте өсөн көс һала, һәм көнбайыш төшөнсәһендә совет осоронан һуң иң демократик республикалар булараҡ билдәле.
       - Һуңғы ваҡытта "ике яҡлы стандарттар" тураһында күп һөйләнелә, әммә милләт - ара мөнәсәбәттәрҙә бындай дипломатик риторика урынһыҙ, шулаймы
       - Һүҙ этник аҙсылыҡ хаҡында барһа, гражданлыҡ йәмғиәте прожекты үҙәктә тора һәм гражданлыҡ милләте төҙөү булараҡ
       ҡабул ителә. Ә бына урындарҙа - тик этнократик прожект булараҡ. Минеңсә, был тик күҙәтеүсе позицияһынан бирелгән һорау. Мин бына нимә тураһында әйтергә теләр инем. Әгәр беҙ бында етди рәүештә гражданлыҡ йәмғиәте тураһында һүҙ алып
       барабыҙ икән, тимәк бөтә мәҙәниәттәр, милләттәр, аҙсылыҡтарға үҙ телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү мөмкинселеген бирергә тейешбеҙ. Бындай мөмкинселеккә эйә булғас, улар ассимиляция ихтималлығынан, үҙ йөҙөн юғалтыуҙан ҡурҡыу тойғоһонан ҡотола. Ярашлы рәүештә, улар гражданлыҡ йәмғиәте идеяһын, "Рәсәйлеләр!" йәки "Башҡортостан халҡы" проектын ҡабул итеүгә һәләтле була.
       - Тимәк, нигеҙендә этник аҙсылыҡтарҙың үҙ киләсәгенә ышанысына эйә булған федератив дәүләт кенә тотороҡло буласаҡ
       - Нәҡ шулайҙыр, тип уйлайым. Рәсәй Федерацияһының милли сәйәсәте күптәре милли - территориаль берәмеккә лә эйә булмаған этник аҙсылыҡтарға тел һәм мәҙәниәт хоҡуҡтары биреүгә ҡоролорға тейеш. Миңә ҡалһа, федератив лояллектең юғары дәрәжәһе этник лояллектең юғары дәрәжәһе базаһында ғына булыуы мөмкин. АҠШ, Канада йәки Германияның тәжрибәһе л ә был турала асыҡ һөйләй. Беҙ Башҡортостанда электән бында й әшәгән халыҡтарҙың барыһын ҡарата ла нәҡ ошондай сәйәсәт үткәрәбеҙ.
       Бында быуаттар дауамында өс тарихи этник төркөм - төрки,
       фин - уғыр һәм славян халыҡтары араһында изгелекле һәм ихтирамлы мөнәсәбәттең тотороҡло стереотибы барлыҡҡа килгән.
       Ә субъектив яғы - төбәк власының конкрет сәйәсәте. Беләһеге ҙ, республикала милли нигеҙҙә ыҙғыш осрағы булғаны юҡ.
       - Илдус Ғөбәйҙулла улы, дөйөм дәүләт милли сәйәсәтенең нигеҙенә һалыу өсөн ҡайһы бер база принциптары кәрәк бит. Һеҙҙәңсә, улар ниндәй булырға тейеш
       - Әгәр ҙә беҙ ысынлап та дәүләтебеҙҙе федератив демократи к дәүләт булараҡ һаҡлап ҡалырға теләбеҙ икән, беренсе сиратт а, иғтибарҙы этнотерриториаллек бөтөнлөккә йүнәлтергә кәрәк. Икенсенән, республикалар, крайҙар һәм өлкәләрҙең тигеҙ суверенлығын һәм яуаплылығын тәьмин итергә. Өсөнсөнән, субъекттың федерация составына инеүе статусының нигеҙе ҡаҡшарға тейеш түгел. Дөйөм картинаны боҙорға кәрәкмәй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал