6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Максим - өс еңеүсе араһында
10.01.07


       Германияның Оберхоф ҡалаһында үткән ярышта Чудов тағы ла еңеүселәр баҫҡысына күтәрелде. Уның менән ғорурланабыҙ һәм с тарттарын күҙәтеүҙе дауам итәбеҙ.
       Рәсәй спортсыларының еңеү эстафетаһынан һуң, Чудовтың көйәрмәндәре ҙур тулҡынланыу һәм борсолоу менән киләһе стартты көттө. Ни өсөн борсолоуҙары аңлашыла - атыу һөҙөмтәләре нисек булыр Тиҙлеккә килгәндә, был йәһәттән
       Максимдың проблемалары юҡ.
       Хәүефләнеүҙәр тәүге атыу ваҡытында уҡ тормошҡа ашты. Чудов өс тапҡыр сәпкә яҙа атты. Спринтта ике тапҡыр яҙа атыу ҙа биатлонсыны бер ниндәй проблемаһыҙ алдағы ун спортсы
       иҫәбенән төшөрөп ҡалдырырға һәләтле, призерлыҡ тураһында
       һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел...
       Әммә, бәхеткә ҡаршы, йылы һәм еүеш Оберхофта был көндө
       күптәрҙең мәргәнлеге шәптән булманы. Бөйөк Бьорндален да сәпкә дүрт тапҡыр яҙа атып, мәрәйҙәр буйынса һуңғы - 30 - сы урынға "лайыҡ" булды...
       Икенсе атыу ярышын Чудов хатаһыҙ үткәрҙе һәм бар көсөнә
       финишҡа йүнәлде. Унда дүртенсе урынға эләгеү өсөн спортсыға
       ни бары өс секунд ҡына етмәй ҡалды. Һөҙөмтәлә Максим етенсе
       урында, унан алда - алтынсы һәм етенсе урындарҙы бик үк көс лө
       һаналмаған итальяндар - Де Лорензи һәм Виллермоз биләне. Еңеүҙе иһә Николай Круглов билдәләне.
       Киләһе стартта, эҙәрлекләү уҙышында, Чудовтың лидерҙарға һөжүм йәһәтенән биләгән позицияһы уңышлы булды. Ул Кругловтан һуң 32 секунд үткәс стартҡа баҫты. Хәҙер барыһын да мәргәнлек хәл итергә тейеш.
       Уҙыш лидеры Круглов тәүге атыуҙа бер тапҡыр хата ебәрҙе. Немец Грайс та бер штраф әйләнәһе үтергә тейеш. Виллермоз үҙенең итальян булыуын раҫланы һәм, сәпкә дүрт тапҡыр яҙа атҡандан һуң, призлы урын өсөн көрәштән сыҡты. Рәсәйлеләр - эҙәрлекләүселәр Максим Чудов, Иван Черезов һәм Дмитрий Ярошенко мәргәнлектәрен юғалтманы һәм бергә йүгереүҙәрен дауам итте. Дүрт урыҫ егете артынан өс тапҡыр олимпия чемпионы исемен яулаусы Михаэль Грайс сапты.
       Артабан снайперҙарға уңыш йылмайҙы, тип әйтергә булды. Круглов башҡаса хата ебәрмәне. Грайс һәм Черезов дүрт тапҡыр
       сәпкә яҙа атып, пьедестал өсөн көрәшеүселәр исемлегенән
       сыҡты.
       Ҡалған ике призлы урын өсөн көрәште Ярошенко һәм Чудов дауам итте. Максим бер тапҡыр сәпкә яҙа атты, әммә өсөнсө атыу алдынан Дмитрийҙы ҡыуып етеүегә иреште. Был өлөштә бөркөттәрҙең икеһе лә берәр хата ебәрҙе. Ниһәйәт, һуңғы уҡталыу барыһын да хәл итергә тейеш. Чудов уны таҙа итеп үтә
       алһа - беренсе урын өсөн көрәшеү мөмкинселеге лә булыр ине. ..
       Әммә ошо урында ул хата ебәрҙе. Ике тапҡыр сәпкә эләккәндә н һуң, оҙаҡҡа һуҙылған пауза яһаны, унан һуң тағы бер тапҡы р сәпкә тейҙерҙе, тик артабан бер патрон яҙа китте. Алданыраҡ йүгергән Ярошенконың мөмкинселектәре артты. Чудов үҙенең тиҙлеге һәм көсөн файҙаланып уны ҡыуып етте, ләкин артта ҡалдыра алманы. Ярай инде, өсөнсө урын да насар түгел. Өҫтәүенә Максим өс рәсәйленән торған еңеүсе трио иҫәбенә лә инде. Олег Чернов.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал