6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Һәр туғыҙынсы парын - сүплеккә
29.12.06


       Магазинға әйбер артынан юл тотоу алдынан ҡулланыусыларҙың
       хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы законды ентекле өйрәнегеҙ, был
       һеҙгә үҙ хоҡуҡтарығыҙҙы һаҡларға ярҙам итәсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндәлек тормош күрһәтеүенсә, бөтә шәхси эшҡыуарҙар ҙ а был закон менән таныш тип әйтеүе ҡыйын, ә күптәр уны иҫәпкә алмауҙы хуп күрә. Әммә һуңғыларын да яуапҡа тарттырырға мөмкин...
       Өфөлө Сергей Степанов ( һатып алыусыларҙың исем - фамилиялары үҙгәртелде) өҫ кейеме һатып алырға ҡарар итә. Күңеленә ятҡан әйберҙе эҙләп, шәхси эшҡыуар И. Щербинаның "Таможенный конфискат" салонындағы "Лилиә" магазинына юлыға. Унда матур ғына мамыҡ курткаға күҙе төшә. Куртка өсөн
       иҫәпләшкәс, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп ҡайтыу юлына сыға. Әммә өйҙә көҙгө алдында әйләнгеләп, куртканың үҙенә бер аҙ ҙурыраҡ булыуын асыҡлай. Магазинда иһә уның фекерен уртаҡлашмайҙар һәм әйберҙе алмаштырыуҙан йә аҡсаһын кире ҡайтарыуҙан баш тарталар. Һатыусы менән уртаҡ тел тапмағас, Степанов дәғүә белдереп Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү эштәре буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығына мөрәжәғәт итә.
       Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙһүҙле эшҡыуарҙың магазинында булып, Щербина һатыу иткән тауар менән ентекләп таныша. Һәм уның үҙһүҙлегенең сәбәбен аңлайҙар. Магазин кәштәләрендәге юбкаларҙан башлап курткаларға тиклем бар тауарҙың да ҡайҙа етештерелеүе билдәһеҙ, һәм унан тиҙ арала ҡотолорға тырыуҙары аңлашыла. Щербина тикшереүселәргә һатҡан тауары һәм уны етештереүсе, т өп ҡулланыу үҙенсәлектәре һәм файҙаланыу шарттары хаҡында бе р мәғлүмәт тә бирә алмай. Күп кенә әйберҙәрҙең сифатына ҡарата ла белгестәр етди дәғүә белдерә. Һигеҙ өҫ кейеме ( тикшерелгән тауарҙың 5,3 проценты) төрлө дефекттары арҡаһында бракка сығарыла. Балалар өсөн спорт костюмдарына б ер күҙ һалыуҙан уларҙың контрафакт икәнлеге асыҡлана. Тауар партияһын Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре һатыуҙан ала. Щербинаға асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә, шул иҫәптән балалар әйберҙәренә мотлаҡ сертификация үткәрергә ҡушыла, 4500 һум штраф һалына.
       Тикшереүселәргә Өфөнөң Үҙәк баҙарында һатыу итеүсе эшҡыуар Мөхәмәтшинаның шикле тауарын да һатыуҙан алырға тура килә. Унда Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ һатып
       алыусының ялыуы буйынса бара. Ул эшҡыуарҙан һатып алған аяҡ
       кейеменең сифатһыҙ булмауын төшөнгәс, кире ҡайтарырға була. Әммә уның теләге ҡәтғи кире ҡағыла. Квалификациялы белгестәр кәштәләрҙәге аяҡ кейемдәрен тикшергәндән һуң, ҡулланыусының дәғүәләрен бик тә урынлы тип таба. Улар 320 парҙың 25 - ен бракка сығара.
       2006 йылдың туғыҙ айында Роспотребнадзорға сифатһыҙ аяҡ кейеменә 21, аяҡ кейеме һатыу, уларҙың сифаты һәм хәүефһеҙлегенә дәғүә белдергән 216 мөрәжәғәт теркәлгән. Баҙарҙарҙа һәм магазиндарҙа 6885 пар аяҡ кейеме тикшерелгән,
       уларҙың 614 пары бракка сығарылған. Был ваҡыт эсендә 4103 пар күн аяҡ кейеме ( тикшерелгәндең 60 проценты) сертификат һәм башҡа тейешле документтары булмауы сәбәпле, һатыуҙан алынған. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһе буйынса 18 кеше 64,5 мең һумлыҡ административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Бракка
       сығарылған аяҡ кейемдәренең хаҡы өлөшләтә төшөрөлгән һәм
       һатыуға ҡуйылған, бер өлөшө улар менән тәьмин итеүсегә кире
       ҡайтарылған.

Пелагея Юдина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал