6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Ялған шартлатҡыстар һәм яһалма Ҡыш Бабайҙарҙан һаҡланығыҙ
29.12.06


       Яңы йыл каникулдарында өфөлөләрҙең тыныслығын һәм хәүефһеҙлеген ике меңдән ашыу милиционер һаҡлаясаҡ. Республика буйынса был көндәрҙә бөтәһе өс мең ярым эске эштәр хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителәсәк. Байрам көндәрендә милиция йола буйынса хеҙмәт итеүҙең көсәйтелгән вариантына күсә. Графиктың көсөргәнешле булыуына ҡарамайынса, тәртип һаҡсыларының йөҙҙәренән йылмайыу китмәйәсәк:
       - Байрамдарҙа беҙ төшөрөп алған граждандарға лояль мөнәсәбәттә булырға тырышабыҙ, - тине байрам алды матбуғат конференцияһында БР Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү буйынса идаралыҡ начальнигы Фаил Мөхтәруллин. Ул айнытҡыстарға аяҡтарында баҫып тора алмаған,
       ә янында өйөнә оҙатып ҡуйырлыҡ кеше булмағандарҙы ғына килтерәсәктәр, тип ышандырҙы. Әйткәндәй, республикала 22 медицина айнытҡысы эшләй, уларҙың бишәүһе - баш ҡалала. Ә бына водителдәргә ҡарата эсеү йәһәтенән йомшаҡлыҡ күрһәтеү б улмаясаҡ. БР Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Эдуард Ямалтдинов әйтеүенсә, юлдарҙа постар һаны арта. Һәм гаишниктар автомобилистарҙы ғына түгел, төшөрөп алып юл аша сығыусы һәм шуның менән авария хәле барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итеүсе йәйәүлеләрҙе л ә күҙ уңынан ысҡындырмаясаҡ.
       Йолаға ингән "Шыршы" һәм "Пиротехника" исемле яңы йыл операциялары ҡыҙа. Тәүгеһенең бурысы - ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуға сик ҡуйыу, икенсеһенең маҡсаты - сифатһыҙ продукция файҙаланыу һөҙөмтәһендә алынған йәрәхәттәр һанын м өмкин тиклем ҡыҫҡартыу. Бөгөнгө көнгә тәртип һаҡсылары һатыусыларҙан ике миллион һумлыҡ ялған шартлатҡыстар тартып алған. Ҡулланыусылар баҙарында хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәш буйынса бүлек начальнигы Руслан Румянцев Көньяҡ - Көнсығыш Азияла эшләнгән арзанлы шартлатҡыстар һатып алыуҙан иҫкәртә: унда сертификаттар тураһында һүҙ ҙә булыуы
       мөмкин түгел. Һәм ул спиртлы эсемлектәр һатып алғанда ла иғтибарлыраҡ булырға саҡырҙы, рюмкаларға ҡойоп еткермәҫкә, тәрилкәләргә һалып бөтөрмәҫкә тырышҡан кафе һәм ресторан хеҙмәткәрҙәрен дә язаға тарттырырға мөмкин, тип билдәләне ул . Шулай уҡ был көндәрҙә милиция боҙ ҡаласыҡтарын айырым иғтибар аҫтына ала - Өфөлә уларҙың һаны 20 - нән ашыу. Һәр ҡайһыһына яуаплы нарядтар беркетелгән.
       Байрам көндәрендә, йола булараҡ, ғаилә ыҙғыштары арта, ғәҙәттә улар эскелек арҡаһында барлыҡҡа килә. Шуға күрә был осорҙа участка милиционерҙарын да ҡыҙыу эш көндәре көтә.
       - Үткән йылда яңы йыл байрамдары һәм каникулдар, дөйөм алғанда, тыныс үтте. Быйыл да тәртип боҙоуҙарға юл ҡуймаҫ өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, - тине Фаил Мөхтәруллин.
       Һөйләшеү аҙағында матбуғат конференцияһы ҡунаҡтары тәүгә күргән Ҡыш Бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙарға ҡарата һаҡ булырға саҡырҙы. Тәртип һаҡсылары әйтеүенсә, барыһының да был көндәрҙә киң күңелле булыуынан файҙаланып, хужаларҙы ҡотлау һылтауы менән фатир ишеген шаҡыусы, сығып киткәндә үҙҙәре менән уларҙың тундарын һәм баш кейемдәрен дә эләктереп алып китеүселәр йышайыуы билдәле.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал