6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Яңы йылға йылы күргәҙмә
29.12.06


       Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Урал" галереяһын тағы ла кейеҙ хаҡында хәтергә төшөрҙө. Йылы күргәҙмә юҡҡа ғына яңы йыл алдынан асылмағандыр, күрәһең - Стәрлетамаҡтан килгән
       авторҙар Гүзәл Мөхәмәтйәрова һәм Ольга Литвиненконың панно һәм кейеҙ картиналары тамашасыларға күңел йылылығы бүләк итеүҙән тыш, ғинуар һалҡындарынан һаҡларға ла һәләтле. Дөрөҫ , яңы йыл экспозицияһы авторҙары эштәрен тәғәйенләнешенән тыш файҙаланырға кәңәш итмәй - башҡа сәнғәт әҫәрҙәре кеүек
       үк, кейеҙҙән эшләнгән картиналар беренсе сиратта эстетик маҡсаттарға хеҙмәт итә. Уларҙан алынған ассоциациялар "күңелле, ауылса, яңы йылса": торбаһынан төтөн борҡотҡан ауы л өйө, йәшел ҡупшы шыршылар, оләсәйҙең быймалары, урыҫ мейесе...
       Оҫта ҡуллы Гүзәл һәм Ольга оләсәйҙәр беҙ иҫәпләгәндән күп кә талантлыраҡ булған, тип һанай. Был уларҙың тула баҫыу сер ен ейәнсәрҙәренә килтереп еткерә алыуында ла күренә. Улары иһә,
       үҙ сиратында, экологик таҙа "быймалар өсөн сеймалды" сәнғәт әҫәренә әйләндерә.
       Ысынлап та, оҫта ҡулдарҙа кейеҙ нимәгә генә әүерелмәй! Паннола йыл миҙгелдәре лә, болоттар ағышы ла, елдәй сапҡан арғымаҡтар ҙа, милли биҙәктәр ҙә, хатта башҡорт халҡы
       риүәйәттәренең картиналары ла сағылыш таба.
       Бөгөн кейеҙ картиналарға ҡарап һоҡланалар, уларҙы фатирҙарын биҙәү, яҡындарына бүләк итеү өсөн һатып алалар. Бына беҙҙең оҫта ҡуллы ҡыҙҙарыбыҙҙың күп кенә эштәре лә Рәсәй һәм Англия галереяларында һәм шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
       Ольга Литвиненко - рәссам - акварелсе. 1996 йылда М. Аҡму лла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество - графика факультетын тамамлаған, бөгөн Стәрлетамаҡтың 1 - се һанлы балалар художество мәктәбендә уҡытыусы. Коллегаһы Гүзәл Мөхәмәтйәрова кеүек үк, ул да Стәрлетамаҡтан. Ике ҡыҙ ҙа БР көньяғының рәссамдар ассоциацияһында тора, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзалары, республика, төбәк, бөтә Рәсәй һәм халыҡ - ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуҙары менән билдәлеләр. Ольга шулай уҡ Стәрлетамаҡ
       рәссамдары - акварелселәренең "Йәйғор" ижади төркөмө ағзаһы, республиканың уҡытыусылар эштәре күргәҙмәһе һәм республика йәштәр күргәҙмәһе дипломанты, рәссамдарҙың төбәк күргәҙмәһенең өсөнсө дәрәжә лауреаты, Башҡортостандың көньяҡ башҡорттары ассоциацияһының төбәк күргәҙмәһе һәм республикала М. Аҡмулланың 175 йыллығына арналған "Тамға" күргәҙмәһе лауреаты.
       "Урал" галереяһында үткән күргәҙмәне асыу тантанаһында ҡыҙҙарҙың уҡытыусылары - БДПУ профессорҙары ла ҡатнашты. Гүзәл менән Ольга уларҙың баһаһын ҙур тулҡынланыу менән көттө һәм ҡыуаныс менән уларҙың маҡтау һүҙҙәрен тыңланы. Галерея директоры Кәримә Кайдалова оҫта ҡуллы ҡыҙҙар менән а ртабан да хеҙмәттәшлек итеү теләген белдерҙе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал