6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Өр - яңы "Буревестник"
28.12.06


       Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреп ҡал - М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үткән матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар нәҡ ошо принципҡа та янып эш итте. Конференцияның төп темаһы "Буревестник" йөҙөү бассейны урынлашҡан Физик культура йортоноң реконструкциянан һуң яңынан асылыуына арналды. Теманы конференция залында тикшергәндән һуң, журналистар яңынан асылған бассейнды яҡындан үҙ күҙҙәре менән күреү мөмкинселегенә иреште. Үҙгәрештәр, ысынлап та, иҫ киткес. Кү п кенә өлкәндәр был бассейнды студент сағынан уҡ хәтерләйҙер , моғайын: һоро төҫтәге иҫкергән стеналар, шикле йәшел үлән менән ҡапланған һыу төбө, һалҡын, тайғаҡ иҙән һәм башҡалар. Хәҙер "Буревестникта" хәлдәр икенсе төрлө.
       Һүҙҙе уның тарихынан башлау дөрөҫөрәк булыр. Был бассейн Өфөлә тәүгеләрҙән булып 1967 йылда "Буревестник" Ирекле спорт йәмғиәте средствоһына төҙөлә. Ҡырҡ йыл эсендә бассейнда 50 меңгә яҡын кеше йөҙөргә өйрәнә. ДФК базаһында к үп кенә спорт мәктәптәре эшләй, байтаҡ донъя һәм Европа чемпиондары үҙенең оҫталығын шымарта.
       Ил өсөн ауыр осорҙа БДПУ ректораты, финанс хәле ауыр булыуға ҡарамаҫтан, физкультура йортон һаҡлап ҡалыуға өлгәшә . 2002 йылда, Федерация профсоюздары советы бассейнды һатыуға ҡуйғас, университет "Буревестник" физкультура йортон алты миллион һумға һатып ала, һәм йөҙөү бассейны БДПУ - ның уҡыу корпусына әйләнә.
       Ҡырҡ йыл - аҙ ваҡыт түгел. Был осор эсендә бассейн әүҙем файҙаланыла, конструкциялар хлор, һелте һәм кислоталарҙың кире йоғонтоһона дусар була. Өҫтәүенә һуңғы бер нисә йыл эсендә илдә ҡайһы бер бассейндарҙың түбәһе емерелеп төшөү осраҡтары күҙәтелә башланы. Бер һүҙ менән әйткәндә, "Буревестникты" реконструкциялау тураһында һөйләшергә ваҡыт килеп етә.
       Университет ректораты йөҙөү бассейнын илле метрлыҡ ванна өҫтәп реконструкциялауға средство бүлеү мөмкинселеген
       һорап БР Президенты һәм Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итә. Һәм
       бинаны реконструкциянан һуң үҙенә ҡалдырыу йәһәтенән РФ Мәғариф буйынса федераль агентлығының ризалығын ала.
       Физкультура йортон үҙгәртеп ҡороуға 30 миллион һумдан ашы у аҡса бүленә. Уларҙың 22,5 миллионын республика бирә. Июнь - июль айҙарында һүтеү эштәре, август - декабрҙә - ремонт эштә ре башҡарыла. Бинаның түбәһе, тәҙрә блоктары, бассейндың ваннаһындағы йылытыу системаһы тулыһынса алмаштырыла. Бинаның стеналары һәм пилястралары нығытыла һәм йылытыла. Ме талл торбалар тулыһынса полипропиленға алмаштырыла. Һыу
       хәҙер хлорланмай, ә натрий гипохлориды менәнтаҙартыла. Бассейндың ваннаһындағы кафель һәм душ бүлмәләрендәге иҙән т улыһынса яңыртылған, вентиляция системаһы һәм өлөшләтә - электр менән тәьмин итеү системаһы - алмаштырылған. Буфет эшләй, фойе һәм гардероб үҙгәртеп ҡоролған. Аяҡҡа баҫтырыу үҙәген тергеҙеү буйынса эштәр алып барыла. Тыш яҡтан бина керамогранит плитка менән йөҙләнгән.
       Шәхси тәьҫораттарыма килгәндә, бассейн бөгөн бик уңайлы. Һауала артыҡ дымлылыҡ юҡ, иҙәндәр йылы, кафель шыумай. Үтә к үренмәле зәңгәр һыуға сумыу теләген тыйып тороуы ҡыйын.
       Үҙгәртеп ҡоролған һыу ҡойоу системаһы буйынса хәҙер һыуҙың өҫтәге бысраҡ һәм майлы өлөшө түгелә, таҙартыла һәм тағы ла бассейнға ағыҙыла. Элек был һыу канализацияға китә, һөҙөмтәл ә күп аҡса юғалтыла ине. Яңы система һиҙелерлек аҡсаны янға ҡалдыра.
       Хәҙер Физик культура йорто - БДПУ - ның уҡыу корпусы. Ул ДЮСШ менән әүҙем эш алып бара һәм халыҡҡа, Өфөнөң төрлө предприятиелары һәм учреждениеларына түләүле хеҙмәтләндереү күрһәтә.
       Йәйге ремонт осоронда ДФК - ның икенсе һәм өсөнсө ҡаттарын
       яңыртыу планлаштырыла. Бынан тыш республика етәкселеге бассейнға төкәтеп 50 метр оҙонлоҡтағы ванна ҡороуға ризалығы н биргән. Унда халыҡ - ара ярыштар ҙа үткәрергә мөмкин булыр ине. Өҫтәмә ванна төҙөүгә тағы 100 миллион һум талап ителә. Артабан ДФК нигеҙендә БДПУ - ның берҙәм спорт - һауыҡтырыу комплексы төҙөләсәк, унда физик культура факультеты һәм В. Маяковский исемендәге сквер майҙандары инәсәк. Комплекстың ү ҙ саңғы базаһы, катогы, еңел атлетика майҙаны һ. б. булыуы планлаштырыла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал