6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Өфөлөләрҙе бюджет һәм фейерверк ҡыуандырасаҡ
28.12.06


       - Үткән йылды үҙгәртеп ҡороу осоронан һуң иң уңышлы йылдарҙың береһе, тип билдәләргә мөмкин, - тине мэрияла үткә н матбуғат конференцияһында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте
       башлығы Павел Качкаев. - Был ваҡыт эсендә ҡала хакимиәте тәүге тапҡыр аҡсаға ҡытлыҡ кисермәне, буғай. Ҡаланың социаль
       - иҡтисади үҫешенең бөтә тармаҡтары буйынса ла күрһәткестәр насарҙан түгел. 2006 йылда ҡала иҡтисадына һәм уның социаль өлкәһе үҫешенә 39 миллиард һумға яҡын средство йүнәлтелгән. Ҡала бюджетына биш миллиард һумдан ашыу һалым йыйыласаҡ. Һал ымдар буйынса план үтәлгән инде. Йыл баш ҡаланың сәнәғәт пре дприятиелары өсөн ярайһы уҡ уңышлы тамамлана. Етештерелгән продукция, башҡарылған эш һәм күрһәтелгән хеҙмәтләндереү 193 миллиард һумдан артыҡ тәшкил итергә тейеш - был, 2005 йыл менән сағыштырғанда, байтаҡҡа күберәк.
       Быйыл төп иғтибар ҡаланы төҙөкләндереүгә йүнәлтелде. Йорттар төҙөлә һәм ремонтлана. Ағымдағы йылдың 11 айында дөйөм майҙаны 380 мең квадрат метр тәшкил иткән торлаҡ йорттар төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған. Торлаҡ фондына капиталь ремонт үткәреү эштәренә 314 миллион һум,
       фасадтарҙы биҙәү эштәренә 155 миллион һум тотонолған. Төҙөкләндереү программаһы сиктәрендә балалар өсөн уйын майҙансыҡтары төҙөү буйынса эштәр дауам итә. 13 миллион һумлыҡ 66 яңы майҙансыҡ эшләнгән дә инде. Тағы1000 - гә яҡын
       майҙансыҡҡа ремонт үткәрелгән. Биш мәктәп, ике поликлиника,
       бер нисә автомобилдәр ҡуйыу урыны тәртипкә килтерелгән. "Торлаҡ" өҫтөнлөклө милли проекты буйынса ҡала халҡына 300
       социаль фатир бүленгән, ипотека буйынса 3650 фатир һатылған . Социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, халыҡтың йәшәйеш кимәлен күтәреүгә бәйле эштәр ҙә яҡшы ғына бара. 2006 йылдың ғинуар - октябрь айҙарында ҡалала эшләүсе бер кешенең уртаса хеҙмәт хаҡы 11 363 һум тәшкил итә, үткән йыл кимәле менән сағыштырғанда, был 22 процентҡа күберәк - Волга буйы федераль округында икенсе урын тигән һүҙ.
       Ҡаланың ҙур һәм урта предприятиеларының 87 проценты килем алып эшләй. Әммә хеҙмәткәрҙәренә 57 миллион һум бурыслы предприятие ла бар. Бәхеткә ҡаршы, ул берәү генә - "Башҡорт авиалиниялары" асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Бөгөн "БАЛ" ликвидация стадияһында һәм бурысты ҡаплау буйынса саралар күрелә.
       Качкаев әйтеүенсә, 2007 йылға бюджет ҡабул ителгән - ете миллиард 505 миллион һум. Үткән йылға ҡарата 21 процентҡа күберәк. Бюджет аҡсаһының 70 проценты социаль өлкәгә йүнәлтеләсәк.
       Павел Рюриикович киләһе йылға бурыстарҙы ла билдәләне. Беренсенән, был, әлбиттә, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләү. Икенсенән,
       "Торлаҡ" милли өҫтөнлөклө проекты. Бөтәһе 7 - 7, 5 мең фати р
       төҙөлөргә тейеш. Төҙөлгән торлаҡтың 30 процентын ҡала халҡына льготалы хаҡ буйынса һатыу планлаштырыла. Уларҙың меңе ҡала тарафынан йылына 11 процент менән квадрат метры 24 мең 500 һумға һатыласаҡ. Торлаҡ төҙөлөшө фонды йылына һигеҙ процент менән тағы 400 фатир һатырға ниәтләй. 200 - 25 0 йәш ғаилә фатирға эйә буласаҡ. Аҙ тәьмин ителеүселәргә 500
       - 600 фатир бушлай бирелеүе көтөлә. Был фатирҙарҙы тик мохтаждар һәм сиратта тороусылар ғына ала һәм уларҙы тик 15 йылдан һуң ғына һатыу хоҡуғына эйә буласаҡтар. Был торлаҡ майҙанына бәйле спекуляция булдырмаҫ өсөн эшләнә.
       Өсөнсөнән, "Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының комплекслы үҫешен инфраструктура йәһәтенән тәьмин итеү" инвестиция проекты. Проекттың дөйөм хаҡы - 135,
       5 миллиард һум. Уларҙың 22, 8 миллиардын федераль, 26, 4 миллиардын - ҡала бюджеты һәм 86 миллиардтан ашыуын башҡорт бизнесы вәкилдәре индереүе көтөлә. Өфөгә электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре, юлдар, газ үткәргестәр етешмәй. Былар барыһы ла проект сиктәрендә төҙөлөргә тейеш.
       Бында табыштарҙың төп сығанағы - физик шәхестәр килеменә һалым. Уларҙы 2,8 миллиард һум күләмендә йыйыу ниәтләнә. . Муниципаль милекте ҡуртымға тапшырыу ҡалаға тағы ла 1,3 миллиард һум һалым килтерәсәк.
       Иң аҙаҡтан Качкаев Өфөлә Яңы йыл байрамдарын үткәреүҙең нисегерәк планлаштырылыуы хаҡында һөйләне. Ҡаланың үҙәк майҙандарында 11 шыршы урынлаштырылған. ЖЭУ һәм мәктәптәр алдында тағы ла 120 урман сибәре урын алған. 31 декабрҙә, 17 - 19 сәғәттә, Ленин майҙанында Ҡыш Бабайҙар конкурсы үтәсәк, 19 - 23 сәғәттә майҙанға килгәндәр яңы йыл программаһында ҡатнашыу мөмкинселегенә эйә була. 23 сәғәттән төнгө икегә тиклем сәнғәт оҫталары концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ. Ә инде сәғәт икелә
       өфөлөләрҙе байрам фейервергы көтә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал