6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Тимер юлда яңы йыл күпмегә төшә
27.12.06


       Әгәр Яңы йыл алдынан поезда юлға сығырға йыйынһағыҙ - билет
       хаҡтарына иғтибар итегеҙ. "Рәсәй тимер юлдары" асыҡ акционерҙар йәмғиәте декабрҙә купелы һәм СВ вагондарҙа юл хаҡының иң ҡиммәтле ваҡыты 29 - 30 декабргә тура киләсәк, ти п белдерә. Нәҡ ошо ваҡытта рәсәйлеләрҙең күпселеге туғандары на йәки дуҫ - белештәренә ҡунаҡҡа барыуҙы хуп күрә икән. Тим ер юлсыларҙың статистикаһы буйынса, был көндәрҙә сәйәхәтселә р һаны йәй көндәренә ҡарағанда ла күберәк иҫәпләнә.
       Яңы йыл алды көндәрендә пассажирҙар ағымын тигеҙләп бүлеү
       һәм юл йөрөүҙең пик ваҡытын алғараҡ күсереү өсөн тариф графигына үҙгәрештәр индерелгән. Декабрь айының башҡа көндәрендә юл йөрөүе байтаҡҡа арзаныраҡҡа төшәсәк. 22 - 24 декабрҙә юл хаҡы 29 - 30 декабрь менән сағыштырғанда 35 процентҡа, 25 - 28 декабрҙә - 22 процентҡа арзаныраҡ була. Йола буйынса яңы йыл тарифы ла һаҡлана - йылдың һуңғы көнөндә хаҡтарҙың ҡапыл түбәнәйеүе күҙәтеләсәк. 31 декабрҙә билеттарға хаҡтың 71 процентҡа төшөүе көтөлә. Мәҫәлән, 31 декабрҙә Өфө - Мәскәү маршруты буйынса йөрөүсе "Башҡортостан" фирма поезының купелы вагонына билет 1200 һум, 30 декабрҙә - 4100 һум торасаҡ. Ә СВ вагонында, ярашлы рәүештә, 2350 һәм 8150 һум. Әммә тариф үҙгәрештәренең плацкарт вагондарға ҡағылмауын онотмағыҙ.
       Яңы йыл байрамдарының яҡынлашыуына һәм пассажирҙар һанының артыуына бәйле, Куйбышев тимер юлы 453 - 454 - се һанлы Өфө - Мәскәү маршруты буйынса өҫтәмә поезд ебәрәсәк. У л Өфөнән 2007 йылдың һигеҙенсе ғинуарында ете сәғәт 20 минутта, ә Мәскәүҙән - унынсы ғинуарҙа бер сәғәт 30 минутта ( Мәскәү ваҡыты буйынса) сығасаҡ. Поезд составына бер СВ вагон, 11 купе һәм дүрт плацкарт вагон инә. Плацкарт вагонға билет хаҡы - 770 һум, купеға - 2570, СВ - 5050 һум.
       Алда уҡыусыларҙың каникулдары көтә. Быға бәйле Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе биш йәшкә тиклемге баланың өлкән кеше менән бер урында бушлай бара алыуы хаҡында хәбәр итә. Балаға урыны күрһәтелмәгән билет бирелергә тейеш. Әгәр бер өлкән кеше менән биш йәшкәсә
       ике бала юлға сыға икән, кәм тигәндә уларҙың береһенә льготалы билет һатып алырға тура киләсәк. Ун йәшкәсә балалар
       өсөн билет хаҡына ташлама 50 процент тәшкил итә. 15 октябрҙән алып 15 майға тиклем урта мәктәп уҡыусылары шулай уҡ ярты хаҡҡа сәйәхәт итергә хоҡуҡлы. Поезға ултырғанда ҡулд а мәктәптән алынған белешмә булыуы мотлаҡ. Электричкала биш йәшкәсә балалар бушлай йөрөй, ете йәшкә тиклем - билеттың ярты хаҡы түләнә.
       Яңы йыл байрамдары һәм уҡыусыларҙың каникулдары осоронда К бшЖД 8500 тирәһе баланы сәйәхәткә алып барырға планлаштыра. 167 иң яҡшы пассажирҙар вагоны балаларҙы ташыу өсөн формалаштырылған. Меңгә яҡын бала Өфөнән Мәскәүгә һәм Санкт - Петербургҡа юлға сығасаҡ. Балалар төркөмдәрен медицина хеҙмәткәре оҙатып бара. Балаларҙың вагон - ресторандарҙа туҡланыуы махсус меню буйынса ойошторола.
       Балалар төркөмдәрен ташыу ваҡытында ташламалар ҡарала. Төркөмдәге балалар һаны һәм сәфәрҙең алыҫлығына бәйле улар 1 0 - 30 процент тәшкил итә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал