6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

"Муха -Цокотуха" - яңы вариантта
03.02.04


       БР Милли йәштәр театры режиссеры Илнур Муллабаев билдәл е "Муха -Цокотуха" әкиәтен ҡуйғанда артистарға иреклекте
       йәнең теләгән ҡәҙәре өләшә. Тик бер генә шарт үтәлһен - пье са авторы Рәсимә Ураҡсина тыуҙырған образдан ғына сыҡмаҫҡа. Корней Чуковский сығарған әҫәрҙән яңы вариант үҙенең киңлеге
       һәм заманлаштырылған булыуы менән айырылып тора ла инде.
       "Мин спектакледең һығылмалы һәм бай , "тәмле" теленә ғаш иҡ булдым .- тип һөйләй режиссер.- Һәр персонаждың текстан б ашҡа үҙенә генә хас лексиконы бар. Мәҫәлән, үрмәксе "чики - чики - чики-дап" тип һөйләшә. Яңы спектаклде беҙ хип-хоп ст илендә тип атаныҡ.
       Ысынлап та, йәштәрҙе ылыҡтырыу өсөн байтаҡ "ауҙар" ҡуйыл ған. Спектаклдең биҙәлеше -поп-арт стилендә (рәссам Эдуард Ғ зәтуллин), төрлө пландағы бейеүҙәр (хореограф Елена Горбунов а), алына торған ҡанаттар, хатта "Яҙҙың ун ете мәле" фильмд ағы кеүек геройҙарҙың һәр береһенә досье...
       Әҫәрҙең сюжеты бер аҙ үҙгәртелгән. Мәҫәлән, аҡсаны тәүҙә Себен түгел, иңкеш таба. хәйер, тапмай, ә Комариктан ҡотолғ ан саҡта аҡса уның башына төшә. Яҡындан ҡарағанда тиндең до ллар булыуы асыҡлана. Бынан тыш кемдең кемгә ғашиҡ булыуы, һ өйөү ғазаптарының ниндәй көслө булыуы ла тамашасыларҙы битар аф ҡалдырмаясаҡ.
       Бының өсөн февраль айында үтәсәк премьераны ғына көтөргә ҡ ала.

Элла Молочковецкая.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал