6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Уяу булырға кәрәк, сәйәсәт
23.07.03


       Нодар Думбадзеның "Мин, өләсәй, Илико һәм Илларион" повесын да герой:"Кем Илико Гогочидзены алдай - шул Тыуған иленең хы янатсыһы".-тип белдерә. Был бер ҡатлылыҡ ҙур тәьҫир ҡалдыра ине. Әммә сәйәсәттә бындай белдереүҙәр икенсе төрлө мәғәнәгә эйә. Халыҡ исеменән сығыш яһаусы кешеләрҙе әүәлдән демагогт ар тип йөрөткәндәр. "Йәшелдәрҙең" әүҙемлеге артҡан мәлдәрҙә шуларҙың береһе, Өфө инженеры :"Хәҙер инде власҡа минең менә н һөйләшеп килешергә кәрәк, улар өсөн иң мөһиме - һуңламаҫҡа .."-тигәйне. Аҙаҡ ул сит ил туристарына һатыр өсөн балсыҡтан төрлө статуеткалар эшләү менән мауығып китте. Әле лә сәйәсәт майҙанында үҙҙәренең амбицияларын ҡәнәғәтлә ндерергә ынтылған төрлө кешеләр сыға. Березовский һәм Маврод и осоронда ҙур аҡсаға хужа булып ҡалған бер банкир иртәнән к искә ҡәҙәр Мәскәү каналдары аша:"Башҡортостан киләсәге беҙҙе ң ҡулда",-- тип раҫлай. Икенсе бер яңы лидер: "Беҙ халҡыбыҙғ а ярҙам итергә тейешбеҙ",-- тип интервью бирә. Әйткәндәй, ул үпкә лә белдерә -- уға йыйылыш үткәреү өсөн "Юбилей"мәҙәниә т һапайын бирмәгәндәр икән. Быға ҡарата шундай уҡ һауалы хур налистың:"Бик ғәжәп: ниңә власть үҙ халҡына ҡаршы әүҙем көрә шә"-тигән һорауы яңғыраны. Ысын мәғәнәһендә ҡупырлыҡ йәрмин кәһе.
       Әгәр хәүефле булмаһа,былар барыһы ла көлкө генә тыуҙырыр и не. Үткән быуат аҙағында СССР-ҙың, һуңыраҡ БДБ - ның төрлө т өбәктәрендәге ығы - зығылар ошондай лидерҙарҙан башланманымы ни Айырыуса йәшерен көстәр уларға баҫым яһап, аҡсаға һатып алып, киң мәғлүмәт саралары каналдарын биреп ҡуйған осраҡта . Ҡасандыр Высоцкий: "Ысын батырҙар булмағас, юлбашсылар ҙа юҡ", - тип йылай торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ихтыяж тыуып,үҙ еңде күрһәтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килһә,"юлбашсылар табыла" .
       Татар эстрада концертында хәле бөткән Мәскәү репортеры фойе ға инеү менән, һуңға ҡалыуынан ҡурҡып:"Фронт төҙөнөләрме",- тип һораны. "Ниндәй фронт"- тип ғәжәпләнде тамашасылар. Хә үефле һорау биреүен аңлап ҡалған журналист һүҙҙе икенсегә бо рҙо. Юҡҡа ғына ах - ух итеп Мәскәүҙән килеп төшмәгән бит ул.
       имеш, халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлап. Һүҙҙәрен әйт әле һин уның:
       "фронт","стратегия һәм тактика"," информация һуғышы". Ғәскә р башлығы тиерһең! Йөҙө маһайыулы, ҡулдар дерелдәп тора -- һ айлау кампанияһында мул аҡса эләктереүҙе нисәмә йыл көтөргә тура килде бит.
       Һайлауҙа еңеүгә ынтылыу, әлбиттә, тәбиғи хәл. Әммә бының ха ҡына йәмғиәтте тарҡатырға, милләт - ара ыҙғыш сығарырға мата шыу -- енәйәт. Үҙең йәшәгән йортто яндырыуға бәрәбәр был. Сә йәси технологтар уйлап таба, олигархтар финанслай, "юлбашсыл ар"күкрәк ҡағып үҙҙәрен ҡыҫыраҡлауҙары тураһында әкиәт һөйлә п, ҡара уйҙы тормошҡа ашырыуға ынтыла. Эйе, Ленин "демагогта р -эшселәр синыфының иң яуыз дошманы" юҡҡа ғына әйтмәгән. Дә «әт, йәмғиәт, граждандар уяу булырға тейеш.

Мәсхүт Байрамов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал